Главные вкладки

Russian Contribution into Space Exploration – Йыһанды өйрәнеүҙә Рәсәйҙең өлөшө

Йөҙ ҙә туғыҙынсы дәрес

Lesson One Hundred Nine

 

Russian Contribution into Space Exploration Йыһанды өйрәнеүҙә Рәсәйҙең өлөшө

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр үҙләштерәбәҙ. Бөгөн йыһанды өйрәнеүҙә Рәсәйҙең өлөшө тураһында һөйләшәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Темаға бәйле һүҙ һәм һүҙбәйләнештәр үҙләштерәйек.

Индергән өлөш – Contribution

Йыһанға сығырға – to launch into space

Асыҡ йыһанды өйрәнергә – to explore the outer space

Йыһан станцияһы – Space station

Башҡа планеталарға сәйәхәт итеү – to visit other planets

Планетаға аяҡ баҫырға – to land on the planet

Айҙағы база – Moonbase

Халыҡ-ара экипаж – International crew

 

Хәҙер темаға бәйле һөйләмдәр өйрәнәйек.

Йыһанды өйрәнеүҙә иң мөһим ваҡиға 1961-се йылдың 12 апрелендә була. Бортында кеше булған “Восток” йыһан карабы космосҡа сыға. Гравитацияны еңә алған беренсе кеше Юрий Гагарин була – The most important event in space exploration took place in on April 12, 1961, when spaceship “Vostok” with a man on board was launched into space. This first man who overcame gravitation was Yuri Gagarin.

Бөгөн Рәсәй йыһанды өйрәнеүҙә халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә таянырға өндәй. Байтаҡ халыҡ-ара экипаждар ойшторолдо – Today, Russia wants the space exploration to be based on broad international cooperation. Many international crews went up as well.

Йыһанды өйрәнеү йылдам үҫешә һәм тиҙҙән башҡа планеталарға сәйәхәт итергә һәм унда йәшәргә мөмкин булыу кеүек тойола. Киләһе аҙым Айҙа ғалимдар йәшәгән база булдырыу. Бынан тыш, кешеләр беҙгә иң яҡын планета Марска аяҡ баҫырға һәм уның өҫтөн өйрәнергә ниәтләй – Space exploration is quickly progressing and it seems that soon we’ll be visiting other planets and even living on them. Next step is the first moonbase with scientists living in it. Other than that, people are planning to land on the nearest planet Mars soon to explore its surface.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә лә йыһан темаһын дауам итербеҙ.  

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Бөгөн Рәсәй йыһанды өйрәнеүҙә халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә таянырға өндәй. Байтаҡ халыҡ-ара экипаждар ойшторолдо. 2. Йыһанды өйрәнеү йылдам үҫешә һәм тиҙҙән башҡа планеталарға сәйәхәт итергә һәм унда йәшәргә мөмкин булыу кеүек тойола. Киләһе аҙым Айҙа ғалимдар йәшәгән база булдырыу. Бынан тыш, кешеләр беҙгә иң яҡын планета Марска аяҡ баҫырға һәм уның өҫтөн өйрәнергә ниәтләй. 3. Йыһанды өйрәнеүҙә иң мөһим ваҡиға 1961-се йылдың 12 апрелендә була. Бортында кеше булған “Восток” йыһан карабы космосҡа сыға. Гравитацияны еңә алған беренсе кеше Юрий Гагарин була.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Russian Contribution into Space Exploration

People have always dreamt of travelling in space and reaching other planets. At the beginning of the 20th century a famous Russian scientist Tsiolkovsky said that mankind will not live on planet Earth forever. His predictions came true half a century later, when the first artificial satellite was launched. It was on October 4, 1957. The satellite was called Sputnik-1. However, the most important event in space exploration took place in on April 12, 1961, when spaceship “Vostok” with a man on board was launched into space. This first man who overcame gravitation was Yuri Gagarin. After successful orbiting, he returned to the Earth. This flight encouraged many other Russian cosmonauts to explore the outer space. Among them, Titov, Nikolaev, Tereshkova, Leonov, Savitskaya and others. Today the 12th of April is celebrated by Russian people every year as the Cosmonautics Day in commemoration of the first space flight. In 1986 Russian space station “Mir” was launched. Today, Russia wants the space exploration to be based on broad international cooperation. Many international crews went up as well. Space exploration is quickly progressing and it seems that soon we’ll be visiting other planets and even living on them. The 21st century may be the turning point. Next step is the first moonbase with scientists living in it. Other than that, people are planning to land on the nearest planet Mars soon to explore its surface.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 10..12°C
иртән 9..11°C
көндөҙ 11..13°C
кис 11..13°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.