Главные вкладки

Шәхсән башҡарыу һирәк

Әхмәр Үтәбай

      Рәсүл Сәғитов:

      – Боронғо ла, бөгөнгө лә ҙур эш тә, аптырарлыҡ күренеш тә – гәзит-журналдарға яҙылыу тураһында һөйләшер өсөн астыҡ  студияны. Илдә ижтимағи-сәйәси ҡоролош бөтөнләй икенселәнһә лә, һаҡланып килә был һәм һаҡланылыуы дөрөҫ тә тигән уй ныҡ, сөнки, дөйөм алғанда ла, тотош донъяны күҙҙә тотҡанда ла, йолаларҙың, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең онотолмауы, үткән менән әлегенең һыйышып йәшәүе оло ихтирам уята. Иҡтисадтың үҙ закондары, әлеге йоламы, традициялармы уның нормаларына йыш ҡына тура ла килмәй, әммә мөмкин булғанда уҙғандар тәжрибәһен дә файҙаланыу хаҡтыр бит. Беҙҙең илдә тап ана шулай күңел күренеше лә был – гәзит килә, журнал килә, өйгә баҫма һүҙ инә. Ә уға ышаныу көслө. Ышаныу әле лә бар һәм булһын да – юғары сифатҡа дәлил ул. Аптырарлыҡ та тиелде бая, был шунан – яҙылыу йылдан-йыл кәмей, айырыуса милли баҫмаларҙы алдырыусылар әҙәйә. Ҡиммәт тә түгел, осһоҙайтыуҙың төрлө ысулдары ла табыла тора, ләкин хәлде яҡшыға ҡырҡа үҙгәртерлек түгел. Телде үҫтереү хаҡында йыш белдерелә, ә быны матбуғатҡа яҙылып, шәхсән башҡарыу һирәгерәк.

      Кампанияға иғтибар иттереүҙең бер сараһы ошо көндәрҙә лә бара – 2018 йылдың икенсе яртыһына, тимәк, ваҡытынан алда, яҙылыу башланды. Бының тәртибе лә, хаҡтар ҙа шул килеш ҡала.

      Редакцияларҙың үҙ эшмәкәрлеге лә мөһим. Ысулдар иҫке булһа ла, йөкмәтке заманса булырға тейеш, әлбиттә. Нисек һуң заманса булырға? Ғөмүмән, баҫма һүҙ, беҙҙең осраҡта әҙәби әҫәрҙәр гел генә көн ҡаҙағына һуғып тора аламы? Һатылһын өсөн баҙар әйбереме ул гәзит менән журнал?

      Быларҙың барыһын да беҙ хәҙер башланыр һөйләшеүгә инеш булараҡ әйттек. Әңгәмәсебеҙ – «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай.

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -11..-13°C
иртән -14..-16°C
көндөҙ -11..-13°C
кис -12..-14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.