Главные вкладки

Шытымлы орлоҡ – киләсәк нигеҙе

- 13.03.18 -

Башҡортостанда беренсе орлоҡсолоҡ кооперативы ойошторолдо. Ошо турала Республика Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтынан хәбәр итәләр. Кушнаренко, Ауырғазы, Мәсетле, Борай, Благовар һәм Шишмә райондарынан аграрийҙар кооперативҡа берләште. Эксперттар фекеренсә, ошондай уртаҡ хужалыҡ селекция өлкәһендәге иң яҡшы ҡаҙаныштарҙы ҡулланып эшләй ала. Элиталы һәм суперэлиталы орлоҡтар араһында яҙғы һәм ужым бойҙайы, тритикале, борсаҡ, ҡарабойҙай, шулай уҡ мал аҙығы культуралары бар. Баҙарҙа ла элиталы орлоҡ күпкә ҡиммәтерәк тора. Ябай бойҙайҙың тоннаһы яҡынса 5 мең һум булһа, ә юғары сифатлыһы 14-15 мең һумға һатыла.


ҡаралған: 209

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -5..-7°C
кис -8..-10°C
төндә -8..-10°C
иртән -8..-10°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.