Главные вкладки

Светофор ҡасан барлыҡҡа килгән?

Светофор – зебраның өс күҙле ярҙамсыһы. Машиналарҙан алдараҡ барлыҡҡа килгән. Ул ваҡытта ҡала урамдары буйлап ат егелгән кареталарҙа елгәндәр. Һәм авариялар булып торған. Сөнки йәйәүлеләр ҡайҙан теләй, шунан йөрөгән. Авариялар булмаһын өсөн урамдарҙа һәм юлдарҙа тәртип булдырыу кәрәклеге тыуған. Шул ваҡытта светофор уйлап тапҡандар ҙа инде.Ул бик ябай булған. Ике генә төҫтән  һәм бер уҡтан торған. Уҡты махсус кеше йә ҡыҙыл, йә йәшел төҫкә күсергән. Тик ике генә төҫтән торған светофор бик уңайһыҙ булған, кешеләр хәрәкәтте ҡасан башларға аңламай ҡалған һәм буталып бөткән. Шунан һуң светофорға өсөнсө төҫ өҫтәгәндәр.Һары төҫ - әҙерләнергә тигәнде аңлата.

Балалар, юлды махсус  урындан – зебра һалынған урындан сығырға кәрәк икәнде һеҙ беләһегеҙ. Юл хәрәкәте тәртипте ярата. Тәртип булғанда ғына ул хәүефһеҙ.

Беҙ бөгөн  “Эт үҙенә нисек хужа тапҡан?” тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ. Әкиәтте мәргән уҡсы Юлай Ғәлиуллин ағайығыҙ һөйләй.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -5..-7°C
кис -8..-10°C
төндә -8..-10°C
иртән -8..-10°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.