Главные вкладки

Ташҡын – Flood 

Йөҙ ҙә ун дүртенсе дәрес

Lesson One Hundred Fourteen

 

Ташҡын Flood 

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Киләһе дәрестәрҙә яҙғы тәбиғәт күренештәре һәм май байрамдары тураһында һөйләшәбеҙ.  

 

Дәресте башлайбыҙ. Бөгөн ташҡын темаһын үҙләштерәбеҙ. Башта һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Ташҡын – Flood

Тәбиғәт ғәрәсәте – Natural disaster

Емергес көскә эйә булыусы – to be devastating

Туҡтамай ямғыр яуыуы – Excessive raining

Ҡойма ямғыр – Heavy rain

Йылғаларҙың ташыуы – Overflow of rivers

Экологик һәм иҡтисади юғалтыуҙар – Environmental and economic loses

Батҡыл ер – Marshy land

Ташҡынға ҡаршы кәртәләр – Flood barriers

Йылға дамбалары – River dams

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Ташҡындың бер нисә сәбәбе бар. Шуларҙың береһе бер туҡтауһыҙ ямғыр яуыуы. Икенсе ваҡытта ул йылғаларҙың ярҙарынан сығыуы йәки дамбаларҙың емерелеүе арҡаһында барлыҡҡа килә – There are several reasons for floods. One of them is excessive raining. At other times it is caused by the overflow of rivers or dam breaks.

Ташҡын эҙемтәләре һис шикһеҙ емергес көскә эйә. Ул уңышты һәм баҫыуҙарҙы юҡҡа сығара һәм юлдар бер нисә көнгә һыу аҫтында ҡала, ихаталар һәм йорттарҙың беренсе ҡаттарына һыу үтеп инә – The effects of flood are undoubtedly devastating. It spoils harvest, fields and roads remain under stagnant water for a few days, courtyards and ground floors of houses get drowned.

Ошондай тәбиғәт ғәрәсәте кешеләргә байтаҡ проблемалар килтерә. Ғәҙәттә, ташҡындан һуң батҡыл ер оҙаҡ ҡына кипмәй ҡала – During this natural disaster people face many problems. As a rule, after floods marshy land doesn’t dry up for a long time.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә май байрамдары тураһында һөйләшәбеҙ.   

 

Һаубулығыҙ, уңыштар!  – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Ташҡын эҙемтәләре һис шикһеҙ емергес көскә эйә. Ул уңышты һәм баҫыуҙарҙы юҡҡа сығара һәм юлдар бер нисә көнгә һыу аҫтында ҡала, ихаталар һәм йорттарҙың беренсе ҡаттарына һыу үтеп инә. 2. Ошондай тәбиғәт ғәрәсәте кешеләргә байтаҡ проблемалар килтерә. Ғәҙәттә, ташҡындан һуң батҡа ер оҙаҡ ҡына кипмәй ҡала. 3. Ташҡындың бер нисә сәбәбе бар. Шуларҙың береһе бер туҡтауһыҙ ямғыр яуыуы. Икенсе ваҡытта ул йылғаларҙың ярҙарынан сығыуы йәки дамбаларҙың емерелеүе арҡаһында барлыҡҡа килә.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Flood is a natural disaster. For people, who are directly affected by it, it can be devastating. There are several reasons for floods. One of them is excessive raining. At other times it is caused by the overflow of rivers or dam breaks. At any case it has negative outcomes, which lead to environmental and economic loses. As a result land gets washed away, houses are destroyed, people and animals die. Floods are directly connected with climate and geography of the area. Some places are more exposed to heavy rains than others. The effects of flood are undoubtedly devastating. It spoils harvest, fields and roads remain under stagnant water for a few days, courtyards and ground floors of houses get drowned. During this natural disaster people face many problems. As a rule, after floods marshy land doesn’t dry up for a long time. Some governments try to act in advance by establishing flood barriers and strengthening the river dams.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 5..7°C
кис 3..5°C
төндә -1..1°C
иртән 0..2°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.