Главные вкладки

Таулы илдә, яулы илдә...

Илдар Яҡупов, Рәйес Аҡбаев, Рифҡәт Ғирфанов

      Рәсүл Сәғитов:

      – 15 февраль бөгөн һәм ул илдең яңы тарихында, ижтимағи-сәйәси йәһәттән, тәү нәүбәттә Афғанстан яуына бәйле. 1989 йылдың тап ошо көнөндә совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы был илдән сыҡҡаны айҡанлы интернационалист яугирҙар көнө тип билдәләнеп килде, ә  2011 йылдан – Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйлеләрҙе хәтерләү көнө.

      Ошо турала әңгәмәне башларҙан алда, мәсьәлә яҡшыраҡ аңлашылһын, бигерәк тә йәш быуындың күҙ алдында асығыраҡ баҫһын өсөн, инеш һүҙ әйтәйек.

      Һуғыш ун йыл – 1979-ҙан 1989-ға тиклем арауыҡ эсендә барҙы, тип ҡаралып йөрөлә, ләкин башы, башҡа күп хәрби низағтарҙыҡы кеүек үк, хәйер, хәрби генә лә түгел, әлбиттә – алғараҡҡа һуҙыла – 1973 йыл, монархияның ҡолатылыуы, атала. Яңы тәртип көсөндә биш йыл ғына булып өлгөрә – 1978-ҙә яңы түңкәрелеш бойомға аша – Афғанстан Демократик Республикаһы ойошторолоуы тураһында иғлан ителә.

      Ниңә һуң Советтар Союзына шулай яҡын ҡағыла был? Эш, ҙурҙан алғанда, күрше тип әйтерлектәме? Уныһы ла бар. Сәбәптәрҙең береһе рәүешендә хакимлыҡҡа килгән Халыҡ-Демократик фирҡәһе менән дәүләттең марксистик ҡоролошло булыуы ла белдерелә – социализм төҙөүгә тотонола бит. Яңы хөкүмәт Ҡабулда йүнләп урынлашып та бөтмәй, һәммә төбәктәрҙә лә тиерлек ҡораллы ихтилалдар тоҡана. Етмеш туғыҙҙың мартында хәрби ярҙам һорап тәүге тапҡыр мөрәжәғәт ителә лә СССР-ға шуға күрә. Тәүге тибеҙ, сөнки аҙаҡ байтаҡ ҡабатлана. Ҡабатламай ҙа булмай – марксистарға ярҙам һорар бүтән урын юҡ. Мәсьәлә ҡарала, әммә хәрби мәғәнәлә ҡыҫылыуға ризалыҡ бирелмәй. Ләкин, ваҡыт үтеү менән, сик буйында хәл ҡатмарлаша бара, мөрәжәғәткә мөнәсәбәтте лә икенселәтә был.

      Ә тауҙар илендә шул йылдың сентябренә тағы үҙгәрештәр бойомға аша – хакимлыҡ итеүсе фирҡә етәкселеге алмашына, идаралыҡ Хафизулла Әмин ҡулына күсә һәм декабрҙә уны төшөрөү буйынса махсус операция раҫлана.

      Бының нисек башҡарылғаны билдәле, шуға күрә артабан һуғыштың хроникаһын ғына атап үтәйек. Улар – дүртәү. Тәүгеһе – 1979-80 йылдар ҡышы – совет ғәскәрҙәренең индерелеүе, гарнизондарҙы, мөһим объекттарҙы биләү. Икенсеһе – 1980-85 йылдар. Иң әүҙем осор. Хәрби хәрәкәттәр бөтә ил буйынса бара. Өсөнсөһө – 1985-87 йылдар. Башлыса авиация һәм артиллерия һөжүмдәре. Дүртенсе осор – 1987-89 йылдар. Ғәскәрҙәрҙе сығарыуға әҙерләү. Илдә граждандар һуғышы барыбер тамамланмай. Сығарыу СССР-ҙағы иҡтисади көрсөккә һәм сәйәси курстың алмашыныуына бәйләнә – 1985-тең апрелендә етәкселектең, рәсми телдә әйтһәк, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә көс ҡулланыуҙан баш тартыуҙы иғлан ҡылғанын иҫләйбеҙ. 1986 йылдың сентябрендә үк тәүге алты полк ҡайтарыла.

      1989 йылдың декабрендәге ҙур сәйәси сара – Халыҡ депутаттарының Икенсе съезы Афғанстанға ғәскәр индерелгәнен ҡаты ғәйепләй. Шуның менән бергә бының мотлаҡ кәрәк булғанын да раҫлау ҙа, иҫбатлау ҙа күп, шулай тигәндә бөгөн телгә алынған да инде  хәүефкә нигеҙләнелә – ҡырҙан ҡоралландырылған көстәрҙең беҙҙең Урта Азияға инеүе һис дөрөҫ булмаҫ ине, әлбиттә. Ә инде наркотик матдәләр үткәреүгә кәртә ҡуйыу ихтыяжы тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

      Афған һуғышының эҙемтәләре ниндәй? Ундағы, бөгөн аталған да инде, хакимлыҡ фирҡәһенең ғүмере тап ана шул ун йылға оҙайтылып ҡына торола, совет һалдаттары ҡайтыу менән ҡаршы көстәр идараны тиҙ тергеҙә. Афғанстан Демократик Республикаһы 1992 йылдан – юҡ. Илдең киләсәге бөгөн шыйыҡ төҫмөрләнә, ҡыйралыштың аҙағы әлегә бик күренмәй.

      Ләкин былар береһе лә күрелгән ыҙаны, ҡайғыны кәметмәй ҙә, батырлыҡты тоноҡламай ҙа, әлбиттә – ғәскәр ҡушылғанды үтәй, уны намыҫ менән башҡара. Рәсәй президенты Владимир Путин әйткәнсә, «Афған һуғышы кешенең нимәгә һәләтле икәнен, нимәгә түҙә алырын сағыу һынаны».

      Ә беҙҙә ҡунаҡта – Афғанстан һуғышы ветерандары Илдар Яҡупов, Рәйес Аҡбаев, Рифҡәт Ғирфанов. 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 12..14°C
иртән 13..15°C
көндөҙ 17..19°C
кис 12..14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.