Главные вкладки

Таҙа ҡулдар - таҙа намыҫ

- 19.06.17 -

Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы акцияға старт бирелде. Ул “Таҙа ҡулдар” тигән исем аҫтында үтә. Акцияны “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһе ойоштора. Ошо турала Туймазы ҡалаһында үткән кәңәшмәлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Акция барышында район һәм ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары, урындағы совет депутаттарының килемдәре буйынса декларацияларындағы мәғлүмәттәр дөрөҫлөккә тикшерелә. Документта күрһәтелгәндәр ысынбарлыҡҡа тап килмәһә, был мәсьәлә партия советы ултырышында ҡарала, артабан мәғлүмәт республика етәксеһе хакимиәтенә ебәрелә.

Әйткәндәй, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа коррупцияға ҡаршы ҡануниәткә үҙгәрештәр әҙерләнә. Закон проекты урындағы үҙидаралыҡ органдары эшмәкәрлегенә ҡағыла.  


ҡаралған: 16

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 19..21°C
кис 17..19°C
төндә 11..13°C
иртән 13..15°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.