Главные вкладки

Урманда янғын тураһында ялған хәбәрҙәр өсөн яза көтөлә

- 13.03.18 -

Марттан Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексында яңы статья көсөнә инде. Уға ярашлы, урманда янғынға бәйле дөрөҫ булмаған мәғлүмәт өсөн штраф һалына. Уның суммаһы 3 мең һумдан 15 меңгәсә етә. Урман хужалығы министрлығына был эште күҙәтеү йөкмәтелә. Былтыр республикала 355 гектарҙа 38 янғын теркәлгән. Быйыл урманды күҙәтеү өсөн пилотһыҙ осоусы объекттар ҡулланырға ниәтләйҙәр. Бынан тыш, Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов йыһандан спутниктан мәғлүмәт алырға тәҡдим итте.


ҡаралған: 105

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 26..28°C
төндә 19..21°C
иртән 22..24°C
көндөҙ 29..31°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.