Главные вкладки

Victory Day – Еңеү көнө

Йөҙ ҙә егерменсе дәрес

Lesson One Hundred Twenty

 

Victory Day Еңеү көнө

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Бөгөн Еңеү көнө тураһында һөйләшәбеҙ. Башта темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Еңеү көнө – Victory Day

Илһөйәрлек байрамы – Patriotic holiday

Күңелле парад – Cheerful parade

Байрам – Celebration

Байрам итергә – to celebrate

Үтә тантанлы шарттарҙа – Flamboyant way

Кемгәлер рәхмәтле булырға – to be grateful to smb

Шат булырға – to be happy

Нимәлер буйынса ҡайғырырға – to grieve over sth

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Еңеү көнө беҙҙең илдәге иң әһәмиәтле дәүләт байрамдарының береһе. Ул йола буйынса 9 майҙа билдәләнә – One of the most remarkable public events in my country is the Victory Day. It is traditionally celebrated on the 9th of May.

Йыл һайын ошо көн айҡанлы ил буйынса бөтә ҡалаларҙа күңелле парадтар һәм байрам саралары ойошторола. Был байрам үтә тантаналы шарттарҙа үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, 9 май беҙҙең халыҡтың күпселеге өсөн һағышлы көн – Every year in honour of this day in all cities across the country lots of cheerful parades and celebrations are held. Despite the fact that the holiday is celebrated in a flamboyant way, the 9th of May is a sad day for the majority of our population.

Беҙ был көндә ғүмерҙәрен беҙҙең өсөн фиҙа ҡылған һаҡлаусыларыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Шуға был көндө беҙ ихтирам менән байрам итергә тырышабыҙ – On this day we are grateful to our saviors, to those who sacrificed their lives for us. That’s why we try to celebrate this day with honours.

Ҡайһы бер йәштәр был ваҡиғаның мөһимлеген аңлап етмәй, минеңсә был ихтирам итмәү. Минең фекерем буйынса, Еңеү көнө йыл дауамында иң бөйөк байрамдарҙың береһе – Some part of younger generation doesn’t understand the importance of this event, which I think is disrespectful. In my opinion, the Victory Day is one of the greatest holidays during the year.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар!  – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Йыл һайын ошо көн хөрмәте ил буйынса бөтә ҡалаларҙа күңелле парадтар һәм байрам саралары ойошторола. Был байрам үтә тантаналы шарттарҙа үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, 9 май беҙҙең халыҡтың күпселеге өсөн һағышлы көн. 2. Еңеү көнө беҙҙең илдәге иң әһәмиәтле дәүләт байрамдарының береһе. Ул йола буйынса 9 майҙа билдәләнә. 3. Беҙ был көндә ғүмерҙәрен беҙҙең өсөн фиҙа ҡылған һаҡлаусыларыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Шуға был көндө беҙ ихтирам менән байрам итергә тырышабыҙ. 4. Ҡайһы бер йәштәр был ваҡиғаның мөһимлеген аңлап етмәй, минеңсә был ихтирам итмәү. Минең фекерем буйынса, Еңеү көнө йыл дауамында иң бөйөк байрамдарҙың береһе.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Victory Day

One of the most remarkable public events in my country is the Victory Day. It is traditionally celebrated on the 9th of May. This patriotic holiday commemorates the victory of the USSR over the Nazi Germany. Every year in honour of this day in all cities across the country lots of cheerful parades and celebrations are held. Despite the fact that the holiday is celebrated in a flamboyant way, May 9 is a sad day for the majority of our population. Many people have lost their loved ones and close relatives during this ruthless war. From one hand everyone is happy that the country wasn’t occupied by the fascist invaders, from the other hand everyone grieves over their loss. On this day we are grateful to our saviors, to those who sacrificed their lives for us. That’s why we try to celebrate this day with honours. Some part of younger generation doesn’t understand the importance of this event, which I think is disrespectful. In my opinion, the Victory Day is one of the greatest holidays during the year. Some of my ancestors also took part in the Great Patriotic War of 1945, and I’m proud of them.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -11..-13°C
иртән -14..-16°C
көндөҙ -11..-13°C
кис -12..-14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.