Главные вкладки

Яңы йылда ашығыс хеҙмәттәр эшмәкәрлеге баһаланды

- 03.01.18 -

Башҡортостанда Яңы йыл байрамдарында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм йәмәғәт именлеге хеҙмәттәре эшмәкәрлеге ҡаралды. Бөгөн Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Президиум ултырышын үткәрҙе. Төбәктә 22 декабрҙән 10 ғинуарғаса юғары әҙерлек тәртибе индерелде. Яңы йыл каникулдарының тәүге 4 көнөндә 70 янғын теркәлгән, утта 4 кеше һәләк булған. Юлдарҙа 28 аварияла 5 кеше үлгән һәм 30-ы йәрәхәтләнгән. Рөстәм Мәрҙәнов артабан авария һәм үлемесле бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмаҫ өсөн эште көсәйтергә саҡырҙы. Көндәр һыуытыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәлдәр артыуы ихтимал. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән тәртиптә эшләй, 500 бригада юғары әҙерлек тәртибенә ҡуйылған.


ҡаралған: 90

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 8..10°C
кис 7..9°C
төндә 4..6°C
иртән 5..7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.