Главные вкладки

Яңы йылдан юғарыраҡ пенсия түләнә

- 02.01.18 -

Рәсәйҙә пенсия артты. 1 ғинуарҙан эшләмәгән хаҡлы ялда булғандар өсөн ул 3,7 процентҡа индексациялана. Шулай итеп, ул 14 мең 329 һумға етә. Юғарыраҡ түләүҙәр элеккесә 1 февралдән түгел, ә ғинуарҙа уҡ башлана. Бынан тыш, социаль пенсия 4,1 процентҡа арта. Эшләгән пенсионерҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай. Быйыл 1 августан улар өсөн дә түләүҙәр арта.

Әйткәндәй, республикала пенсия иртәгенән таратыла башлай. Шулай ҙа ул урында почта бүлексәһе эшмәкәрлегенә бәйле була. Кредит ойошмалары аша пенсия алыусыларға ул килешеүҙә күрһәтелгән ваҡытта бирелә. Яңы эш аҙнаһы, 9 ғинуарҙан, иһә пенсия ғәҙәти тәртип буйынса таратыла, тип хәбәр итәләр Пенсия фондының төбәк бүлексәһенән. Республикала 1 миллион 175 мең кеше хаҡлы ялда. Шуларҙың 40 проценты пенсияны почта аша ала, ҡалғандарына банк карталарына күсерелә.


ҡаралған: 157

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 19..21°C
төндә 13..15°C
иртән 14..16°C
көндөҙ 22..24°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.