Главные вкладки

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы – International Worker’s Day

Йөҙ ҙә ун алтынсы дәрес

Lesson One Hundred Sixteen

 

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы – International Worker’s Day

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Бөгөн Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы тураһында һөйләшәбеҙ. Башта һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Май байрамы – May Day

йәки

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы – International Worker’s Day / Labor Day

Дәүләт байрамы – Public holiday

Эшселәр хәрәкәте – Labor movement

Тантанлы йөрөш – Celebratory marching

Тамаша – Performance

Фейерверк атырға – to shoot firework

Күңел асыу сараһы – Entertaining activity

Байрамса кәйеф – Festive atmosphere

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Яҙын бер нисә дәүләт байрамы бар һәм шуларҙың береһе – 1 Май көнө. Һәр кем уны Халыҡ-ара Хеҙмәт байрамы булараҡ белә – There are several public holidays in spring and May Day is one of them. Everyone knows that it’s an International Worker’s Day.

Бөгөн Рәсәй һәм элекке СССР илдәрендә был иң мөһим байрам. Уның мәғәнәһе яҙ һәм хеҙмәт төшөнсәләренә ҡайтып ҡала. Был көндә өлкәндәр эшләмәй, балаларға мәктәптә бармаҫҡа мөмкин – Today, it’s a major holiday in Russia and former USSR countries, which denotes spring and labor in their very essence. On this day, adults don’t work and children can skip school.

1 Майҙы күптәр ярата. Бала-саға улар өсөн ойошторолған күңел асыу сараларына ҡыуана, өлкәндәр урамдар буйлап үткән байрамса хәрәкәттә ҡатнашыуҙан ҡәнәғәтләнә, ололар парадтар ҡарарға ярата – May 1st is loved by nearly everyone. Children enjoy the entertaining activities arranged for them, adults like being a part of festive movement in the streets, senior citizens like watching the parades.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә май байрамдары тураһында һөйләшәбеҙ.   

 

Һаубулығыҙ, уңыштар!  – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. 1 Майҙы күптәр ярата. Бала-саға улар өсөн ойошторолған күңел асыу сараларына ҡыуана, өлкәндәр урамдар буйлап үткән байрамса хәрәкәттә ҡатнашыуҙан ҡәнәғәтләнә, ололар парадтар ҡарарға ярата. 2. Яҙын бер нисә дәүләт байрамы бар һәм шуларҙың береһе – 1 Май көнө. Һәр кем уны Халыҡ-ара Хеҙмәт байрамы булараҡ белә. 3. Бөгөн Рәсәй һәм элекке СССР илдәрендә был иң мөһим байрам. Уны мәғәнәһе яҙ һәм хеҙмәт төшөнсәләренә ҡайтып ҡала. Был көндә өлкәндәр эшләмәй, балаларға мәктәптә бармаҫҡа мөмкин.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

There are several public holidays in spring and May Day is one of them. Everyone knows that it’s an International Worker’s Day. In some countries the holiday is known as the Labor Day. It’s celebrated almost everywhere except Northern American countries. However, in Canada and the United States Labor Day is celebrated in September.

History of this holiday dates back to the late 19th century when various labor movements appeared worldwide. Today, it’s a major holiday in Russia and former USSR countries, which denotes spring and labor in their very essence. On this day, adults don’t work and children can skip school. However, they all participate in celebratory marching and parades, which start in the morning and concerts or various performances that take place in the evening. In many larger cities local authorities shoot fireworks. May 1st is loved by nearly everyone. Children enjoy the entertaining activities arranged for them, adults like being a part of festive movement in the streets, senior citizens like watching the parades. During this event you can feel the festive atmosphere in the air.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -5..-7°C
кис -8..-10°C
төндә -8..-10°C
иртән -8..-10°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.