Главные вкладки

Яҙ – Spring 

Йөҙ ҙә ун бишенсе дәрес

Lesson One Hundred Fiveteen

 

Яҙ Spring 

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ.

 

Бөгөнгө дәресте башлайбыҙ. Яҙ миҙгеле тураһында һөйләшәбеҙ. Башта темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Яҙ – Spring

Һоҡландырғыс миҙгел – Wonderful season

Уянырға – to awaken

Йәш йәшел үлән – Fresh green grass

Умырзая – Snowdrop

Оя ҡорорға – to build the nest

Ауылға барырға – to go to the country

Урманда йөрөргә – to have a walk in the woods

Туплы уйындар уйнарға – to play ball-games

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Яҙ килә һәм тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уяна. Көндәр оҙоная, ә төндәр ҡыҫҡара бара – Spring comes and nature awakens from its winter sleep. The days become longer and the nights become shorter.

Ер йәш йәшел үлән һәм тәүге яҙ сәскәләре менән ҡаплана. Ағастар яңы япраҡтар һәм сәскәләргә төрөнә. Ҡоштар һайрай башлай һәм оялар ҡора – The ground is covered with fresh green grass and the first spring flowers. There are new leaves and blossoms on the trees. The birds begin to sing and build their nests.

Яҙын беҙ ауылға барабыҙ һәм урманда йәки йылға буйында йөрөйбөҙ, туплы уйындар уйнайбыҙ, ҡояшта ҡыҙынабыҙ һәм хатта йылыраҡ булһа һыу инәбеҙ – In spring we can go to the country and have a walk in the woods or by the river, play ball-games, lie in the sun and even have a swim if the water is warm enough.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы тураһында һөйләшәбеҙ.   

 

Һаубулығыҙ, уңыштар!  – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Яҙын беҙ ауылға барабыҙ һәм урманда йәки йылға буйында йөрөйбөҙ, туплв уйындар уйнайбыҙ, ҡояшта ҡыҙынабыҙ һәм хатта йылыраҡ булһа һыу инәбеҙ. 2. Яҙ килә һәм тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уяна. Көндәр оҙоная, ә төндәр ҡыҫҡара. 3. Ер йәш йәшел үлән һәм тәүге яҙ сәскәләре менән ҡаплана. Ағастар яңы япраҡтар һәм сәскәләргә төрөнә. Ҡоштар һайрай башлай һәм оялар ҡора.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

My Favourite Season – Spring

I love spring. It is a wonderful season. Spring comes and nature awakens from its winter sleep. The days become longer and the nights become shorter.

The ground is covered with fresh green grass and the first spring flowers. How lovely the white snowdrops are! There are new leaves and blossoms on the trees. The birds begin to sing and build their nests. The air is fresh and the sun shines brightly. The days are warm and everything is full of life and joy. Everybody feels younger and stronger.

Many people like spring more than other seasons. It is very pleasant to watch how the nature awakens from the winter sleep.

In spring we can go to the country and have a walk in the woods or by the river, play ball-games, lie in the sun and even have a swim if the water is warm enough. That is why I like spring more than any other season of the year.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 9..11°C
иртән 6..8°C
көндөҙ 15..17°C
кис 14..16°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.