Главные вкладки

Йыһан һәм планеталар – Space and Planets 

Йөҙ ҙә унынсы дәрес

Lesson One Hundred Ten

 

Йыһан һәм планеталар Space and Planets 

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Бөгөн дә йыһан буйлап гиҙәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Башта темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр өйрәнәйек.

Ғаләм – Universe

Галактика – Galaxy

Ҡош юлы галактикаһы – The Milky Way

Йондоҙ – Star

Йондоҙлоҡ – Constellation

Ҡояш системаһы – Solar System

Планета (ғаләмшар) – Planet

Комета – Comet

Астероид – Asteroid

Телескоп – Telescope

Астрономия – Astronomy

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Ҡояш ер шарын яҡтырта. Ер шары көн һайын уның тирәләй әйләнә. Ҡояш ысынында – ул йондоҙ – The Sun lights up the Earth. The Earth turns around each day. The Sun is really a star.

Ай йыһанда беҙҙең иң яҡын күршебеҙ. Ай Ер шарына ҡарағанда бәләкәйерәк. Ул Ер шары тирәләй орбита тип  аталған юл буйлап әйләнә – The Moon is our nearest neighbor in space. The Moon is smaller than the Earth. It moves around the Earth in a path, called an orbit.

Ҡояшҡа иң яҡын планета – ул Меркурий. Унда шул тиклем эҫе, шуға бер нимәлә йәшәй алмай. Венера Ҡояштан һуң икенсе планета. Ул Ер шарына иң яҡын планета һәм яҡынса Ер шары кеүек ҙурлыҡта – Mercury is a planet closest to the Sun. It is so hot, that nothing can live here. Venus is the second planet from the Sun. It is the closest planet to the Earth and about the same size as the Earth.

Ҡояш системаһы Ҡош юлы галактикаһының бәләкәй генә бер өлөшө, был галактика 2 миллиардтан ашыу йондоҙҙан тора – The solar system is a very small part of the Milky Way galaxy, this galaxy may have 2 hundred billions stars.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар!  – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Ай йыһанда беҙҙең иң яҡын күршебеҙ. Ай Ер шарына ҡарағанда бәләкәйерәк. Ул Ер шары тирәләй орбита тип  аталған юл буйлап әйләнә. 2. Ҡояш системаһы Ҡош юлы галактикаһының бәләкәй генә бер өлөшө, был галактика 2 миллиардтан ашыу йондоҙҙар тора. 3. Ай йыһанда беҙҙең иң яҡын күршебеҙ. Ай Ер шарына ҡарағанда бәләкәйерәк. Ул Ер шары тирәләй орбита тип  аталған юл буйлап әйләнә. 4. Ҡояш ер шарын яҡтырта. Ер шары көн һайын уның тирәләй әйләнә. Ҡояш ысынында – ул йондоҙ.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

We, humans, live on the Earth. And our planet Earth is surrounded by space. The sky is what we see of space. There are billions of stars and probably billions of other planets moving through space. Our planet is moving through space too.

The Sun lights up the Earth. The Earth turns around each day. The Sun is really a star. We cannot go to the Sun because it is much too hot. The Sun is a million times bigger than the Earth.

The Moon is our nearest neighbor in space. The Moon is smaller than the Earth. It moves around the Earth in a path, called an orbit.

Mercury is a planet closest to the Sun. It is so hot, that nothing can live here. Venus is the second planet from the Sun. It is the closest planet to the Earth and about the same size as the Earth. Mars is about half as big as the Earth. You can also see Mars in the sky without a telescope. Saturn is the second largest planet. It has at last 20 moons. Jupiter is the biggest planet in our solar system. The solar system is a very small part of the Milky Way galaxy, this galaxy may have 2 hundred billions stars.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 18..20°C
төндә 14..16°C
иртән 16..18°C
көндөҙ 23..25°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.