Главные вкладки

 Эшлекле хат – Business Letter

Һикһән өсөнсө дәрес

Lesson Eighty Three

 

 Эшлекле хат – Business Letter

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Бөгөн инглизсә хат яҙабыҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Инглиз телендә Хат – Letter. Хаттарҙың бер нисә төрө бар. Шәхси хат – Personal Letter

Эшлекле хат – Business Letter

Ҡотлау хаты – Congratulation Letter

Асыҡ хат (открытка) – Postcard

 

Эшлекле хатта ҡулланылған һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Хат башында адресатҡа мөрәжәғәт була:

Хөрмәтле әфәнде йәки ханым – Dear Sir or Madam

 

Артабан инеш һүҙ:

Хатығыҙға рәхмәт белдереп – Thank you for your letter

Һеҙҙең хатҡа бәйле – With reference to your letter

Мин һеҙгә ошо сәбәпле яҙам – I am writing in connection with

 

Хаттың уртаһында яҙылған фразалар:

Беҙ ғәфү үтенәбеҙ – We apologize for 

Зинһар, миңә хәбәр итегеҙ – Please let me know  

Ошоға ярашлы рәүештә – According to

Һеҙҙең үтенес буйынса – As you requested

Ҡыҙғанысҡа – Unfortunately

 

Хатты тамамлағанда ошондай һүҙҙәр яҙырға була:

Минең тәҡдимемә яуап биргәнегеҙ өсөн рәхмәт – Thank you for responding to my offer 

Яҡын арала һеҙҙән яуап алыуыбыҙға ышанабыҙ – We look forward to hearing from you soon 

 

Хат аҙағында ҡултамға ҡуйыр алдынан ошоларҙы яҙырға була:

Ҡайнар сәләмдәр менән – With best regards 

Ихтирам менән – With respect

Хеҙмәттәшлеккә рәхмәт белдереп – With thanks for your cooperation

Иң яҡшы теләктәр менән — With best wishes

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Хөрмәтле Николай, рәхмәт һорау ҡалдырыуығыҙға. Зинһар, өҫтәмә мәғлүмәтте беҙҙең йыйынтыҡтарҙа табығыҙ, унда мәктәптәр һәм йәйге үҙәктәр тураһында ентекләберәк яҙылған – Dear Nikolay, thank you for your enquiry. Please find enclosed our information pack which contains our brochures and general details on our schools and summer centres.

Зинһар, күберәк брошюралар һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алыу өсөн, теркәлеү өлгөһөн тултырып ҡуйығыҙ – Please complete and return the enclosed registration form in order to receive more brochures and other promotional materials.

Мин һеҙҙән мөмкин тиклем тиҙерәк яуап алырға һәм һеҙҙең уҡыусыларҙы беҙҙең мәктәптәр һәм йәйге үҙәктәрҙә күрергә теләйем. Иң изге теләктәр менән Томас Грин – I look forward to hearing from you soon and later hope to welcome your students to our schools and summer centres. Yours sincerely, Tomas Green.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Мин һеҙҙән мөмкин тиклем тиҙерәк яуап алырға һәм һеҙҙең уҡыусыларҙы беҙҙең мәктәптәр һәм йәйге үҙәктәрҙә күрергә теләйем. Иң изге теләктәр менән Томас Грин. 2. Зинһар, күберәк брошюралар һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алыу өсөн, теркәлеү өлгөһөн тултырып ҡуйығыҙ. 3. Хөрмәтле Николай, рәхмәт һорау ҡалдырыуығыҙға. Зинһар, өҫтәмә мәғлүмәтте беҙҙең йыйынтыҡтарҙа табығыҙ, унда мәктәптәр һәм йәйге үҙәктәр тураһында ентекләберәк яҙылған.  

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Mr Nikolay Roshin

ABC-company

Office 2002, Entrance 1B

Tverskaya Street

Moscow

RUSSIA 20 June 2004

 

Dear Nikolay,

Thank you for your enquiry. Please find enclosed our information pack which contains our brochures and general details on our schools and summer centres.

In England we have two schools, Brighton and Bath, both beautiful locations which I am sure you and your students will like. Our schools are located in attractive premises in convenient, central positions.

Accommodation is provided in host families chosen for the ability to provide comfortable homes, a friendly welcome and a suitable environment, in which students can practice English and enjoy their stay. We have full-time Activities Organisers responsible for sports, cultural activities and weekly excursions.

Please complete and return the enclosed registration form in order to receive more brochures and other promotional materials.

I look forward to hearing from you and later hope to welcome your students to our schools and summer centres.

Yours sincerely,

Tomas Green

Managing Director

 

 

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.