Главные вкладки

Этикет һәм әҙәп – Courtesy

Һикһән беренсе дәрес

Lesson Eighty One

 

Этикет һәм әҙәп Courtesy

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Бөгөн этикет һәм әҙәп тураһында һөйләшәбеҙ.  

 

Дәресте башлайбыҙ. Этикет йәки әҙәп инглизсә – Courtesy / Etiquette

 

Артабан темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр өйрәнәйек.

Матур ғәҙәттәр – Good manners

Яҡшы тәрбиә ҡағиҙәләре – Rules of behavior / Rules of conduct

Баһаларға – to evaluate

Аралашыу – Communication

Эске донъя – Inner world

Әҙәпле һүҙҙәр – Polite words

Өҫтәл артындағы үҙеңде тота белеү – Table manners

Әҙәпле кешеләр – Well-mannered people

Урамда сүп-сар ташларға – to litter in the streets

Башҡа кешеләргә уңайһыҙлыҡ тыуҙырырға – to cause inconvenience to other people

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Өйҙә, эштә, транспортта йәки башҡа урындарҙа матур ғәҙәттәр һәм яҡшы тәрбиә ҡағиҙәләре хәҙерге тормошта мөһим урын алып тора – Good manners and rules of behavior at home, work, transport or other places, are very important in modern society.

Рәсми хәлдәрҙә, сит кешеләр йәки олалар менән аралашыуҙа әҙәпле һүҙҙәр ҡулланырға кәрәк – It is also necessary to use polite words in formal situations and when talking to strangers or elderly people

Йәштәр йәмәғәт транспортында өлкәндәргә йәки инвалидтарға урын бирергә тейеш. Ауырлы ҡатындар һәм бәләкәй балалар шулай уҡ ошондай осраҡта өҫтөнлөккә эйә – Young people ought to give place to older and disabled people in public transport. Pregnant women and little children also have a priority in such situations.

Насар ғәҙәттәре булған кешеләрҙә күп арабыҙҙа. Мәҫәлән, улар кешеләр араһында ҡысҡырып һөйләшә һәм көлә, әммә быны ҡабул итеп булмай – There are also many people who have bad manners. For example, they talk or laugh loudly in public places, which is not acceptable.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә йәмғиәттә үҙ-үҙеңде тотоу темаһын дауам итербеҙ.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар!  – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Насар ғәҙәттәре булған кешеләрҙә күп арабыҙҙа. Мәҫәлән, улар кешеләр араһында ҡысҡырып һөйләшә һәм көлә, әммә быны ҡабул итеп булмай. 2. Йәштәр йәмәғәт транспортында өлкәндәргә йәки инвалидтарға урын бирергә тейеш. Ауырлы ҡатындар һәм бәләкәй балалар шулай уҡ ошондай осраҡта өҫтөнлөккә эйә. 3. Өйҙә, эштә, транспортта йәки башҡа урындарҙа матур ғәҙәттәр һәм яҡшы тәрбиә ҡағиҙәләре хәҙерге тормошта мөһим урын алып тора. 4. Рәсми хәлдәрҙә, сит кешеләр йәки олалар менән аралашыуҙа әҙәпле һүҙҙәр ҡулланырға кәрәк.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Courtesy is a set of good manners which we use in everyday life. Good manners and rules of behavior at home, work, transport or other places, are very important in modern society. Even in ancient times people had to observe certain rules of conduct, which made their lives easier. A person is seen and evaluated through his behavior and communication with other people. If someone has a rich and beautiful inner world he or she demonstrates high level of social etiquette. Sometimes when we simply say “Hello!” meeting people and “Good Bye!” leaving, it shows our good manners. It is also necessary to use polite words in formal situations and when talking to strangers or elderly people. For men it is a good manner to let women go first. Most people hold doors for the next visitor in stores, restaurants and other public places. Young people ought to give place to older and disabled people in public transport. Pregnant women and little children also have a priority in such situations. Table manners are another important issue. While at formal dinners, people usually eat with fork and knife. Soon after sitting down at the table it is correct to put a napkin on your lap. Well-mannered people usually know the rules of table setting. When there is a variety of silverware in front of you, it’s a good idea to start with the knife, fork or spoon that is farthest from your plate. Not everyone knows the rules of courtesy. There are also many people who have bad manners. For example, they talk or laugh loudly in public places, which is not acceptable. They litter in the streets or cause inconvenience to other people. They stare at people they don’t know and never say “Sorry!” or “Thank you!” Such behavior should be avoided if we want to be a part of civilized society.

 

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.