Главные вкладки

Хоккей – Hockey

Етмеш дүртенсе дәрес

Lesson Seventy Four

 

Хоккей Hockey

(дауамы)

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Өфөлә “Хоккей Йондоҙҙары аҙналығы” бара. Шуға хоккей темаһын дауам итәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Инглизсә Хоккей Йондоҙҙары уйыны – Hockey All-Star Game.

 

Хоккейҙа бер нисә лига бар. Шуларҙы инглизсә әйтергә өйрәнәйек.

Континенталь хоккей лигаһы – Kontinental Hockey League

Милли хоккей лигаһы – National Hockey League

Йәштәр хоккей лигаһы – Junior Hockey League

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы – Women’s Hockey League

 

Көнсығыш конференцияһы – Eastern Conference

Көнбайыш конференцияһы – Western Conference

Дивизион – Division

Гагарин Кубогы – Gagarin Cup

Стэнли Кубогы – Stanley Cup

 

Даими беренселек – Regular season

Плей-офф - Playoff

Уйын осоро – Period

Тәнәфес – Intermission

Өҫтәмә ваҡыт – Overtime

Буллит – Shootout

Судья – Referee

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Континеталь хоккей лигаһы даими беренселек уйыны 60 минут дауам итә. Мачт 20 минутлыҡ өс осорҙан тора, һәр осор һайын тәнәфес була – Each Kontinental Hockey League regulation game is 60 minutes long. The game is composed of three 20-minute periods with an intermission between periods.

Даими беренселек барышында өҫтәмә ваҡыт биш минут була, беренсе голға тиклем өскә өс уйнайҙар. Ҡайһы команда беренсе гол индерә шул уйында еңә – During the regular season, overtime is a five-minute, three-on-three sudden-death period, in which whoever scores a goal first will win the game.

Әгәр ҙә өҫтәмә ваҡыт тамамланғансы уйында иҫәп асылмаһа, булиттар иғлан ителә. Һәр команданан өсөшәр уйынсы сират буйынса штраф һөжүме башҡара – If the game is still tied at the end of overtime, the game enters a shootout. Three players for each team in turn take a penalty shot.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Континеталь хоккей лигаһы даими беренселек уйыны 60 минут дауам итә. Мачт 20 минутлыҡ өс осорҙан тора, һәр осор һайын тәнәфес була. 2. Даими беренселек барышында өҫтәмә ваҡыт биш минут була, беренсе голға тиклем өскә өс уйнайҙар. Ҡайһы команда беренсе гол индерә шул уйында еңә. 3. Әгәр ҙә өҫтәмә ваҡыт тамамланғансы уйында иҫәп асылмаһа, булиттар иғлан ителә. Һәр команданан өсөшәр уйынсы сират буйынса штраф һөжүме башҡара.  

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Each National Hockey League regulation game is 60 minutes long. The game is composed of three 20-minute periods with an intermission between periods. At the end of regulation time, the team with the most goals wins the game. If a game is tied after regulation time, overtime ensues. During the regular season, overtime is a five-minute, three-on-three sudden-death period, in which whoever scores a goal first will win the game.

If the game is still tied at the end of overtime, the game enters a shootout. Three players for each team in turn take a penalty shot. The team with the most goals during the three-round shootout wins the game. If the game is still tied after the three shootout rounds, the shootout continues but becomes sudden-death.

There are no shootouts during the Playoffs. Instead, multiple sudden-death, 20-minute five-on-five periods are played until one team scores.

 

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.