Главные вкладки

Хоккей уйыны – Hockey Match

Етмеш өсөнсө дәрес

Lesson Seventy Three

 

Хоккей уйыны – Hockey Match

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Өфөлә “Хоккей Йондоҙҙары аҙналығы” бара. Шуға хоккей темаһына айырым туҡталайыҡ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Инглизсә Боҙҙа хоккей уйыны – Ice Hockey Match. Ә боҙҙа туплы хоккей – Bandy. Үләндә хоккей – Field hockey. Санала хоккей – Sledge hockey һәм Урам хоккейы – Street hockey.

 

Артабан темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Хоккей уйнарға – to play hockey

Шайба – Puck

Клюшка – Stick

Шайбаны алып йөрөтөргә – to carry the puck

Сәкән менән ялған хәрәкәт (финт) – Stick feint

Тубыҡтар өсөн ҡалҡансыҡ – Knee protectors

Шайбаны ҡапҡаға ырғытырға – to shoot at the goal

Хоккей майҙансығы – Ice-rink / Field.

Һаҡсы – Defense-man

Ситтәге һөжүмсе – Winger

Үҙәк һөжүмсе – Center man

Ҡапҡасы – Goalkeeper

Боҙҙа оҫта шыуыу – Skillful skating

Сәкән менән оҫта эшләү – Stick handling

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Хоккей уйнаусылар тәжрибәле һәм етеҙ булырға тейеш. Был уйын боҙҙа оҫта шыуыу һәм сәкән менән оҫта эшләүҙе талап итә – Hockey players should be very skilled and agile. This game requires skillful skating and excellent stick handling.

Хоккейҙың бер нисә төрө бар. Иң популяр һәм киң таралғандары – үләндәге хоккей, боҙҙағы хоккей, следж-хоккей һәм урам хоккейы – There are various types of hockey. The most popular and widespread games are field hockey, ice hockey, sledge hockey and street hockey.

Следж-хоккейҙы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр уйнай. Был спорт ярышын Ҡышҡы Паралимпиадала күрергә була – Sledge hockey is played by people with physical disabilities. This sport is played during Winter Paralympics.

Урам хоккейы ҡаты ер өҫтөндә, ғәҙәттә асфальтта, шайба урынына туп менән уйнала – Street hockey is played on hard surface, usually asphalt, with a ball instead of a puck.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә хоккей темаһын дауам итербеҙ.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Хоккейҙың бер нисә төрө бар. Иң популяр һәм киң таралғандары – үләндәге хоккей, боҙҙа хоккей, следж-хоккей һәм урам хоккейы. 2. Следж-хоккейҙы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр уйнай. Был спорт ярышын Ҡышҡы Паралимпиадала күрергә була. 3. Урам хоккейы ҡаты ер өҫтөндә, ғәҙәттә асфальтта, шайба урынына туп менән уйнала. 4. Хоккей уйнаусылар тәжрибәле һәм етеҙ булырға тейеш. Был уйын боҙҙа оҫта шыуыу һәм сәкән менән оҫта эшләүҙе талап итә.  

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Hockey is one of the most popular fast-paced sports games in the world. It is an exciting and spectacular game played by two teams either on ice-rink or on a field. Each team presents a certain country or region and consists of five players: two defense-men, two wingers or one center man and one goalkeeper. Hockey players should be very skilled and agile. This game requires skillful skating and excellent stick handling. There are various types of hockey. The most popular and widespread games are field hockey, ice hockey, sledge hockey and street hockey. Field hockey is played on natural grass with a small, hard ball and J-shaped sticks. Ice hockey is one of the most spectacular sports of Winter Olympics. It originally appeared in the expanses of North America hundreds of years ago and is now played in many northern countries. First competitions in Canada were amateur, but gradually they became professional. The first professional league, known as NHL, was formed in 1917. The rules of the game are simple. The players try to score a goal into the opponents’ gate. The puck should completely cross the goal line and enter the net. Sledge hockey is played by people with physical disabilities. This sport is played during Winter Paralympics. Street hockey is played on hard surface, usually asphalt, with a ball instead of a puck. Being a rough game, hockey causes many injuries. Nevertheless, people love this game and enjoy watching it.

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.