Главные вкладки

Изге Валентин көнө – St. Valentine’s Day

Һикһән алтынсы дәрес

Lesson Eighty Six

 

Изге Валентин көнө – St. Valentine’s Day

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Бөгөн Ғашиҡтар байрамы – Изге Валентин көнө тураһында һөйләшәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Изге Валентин көнө – St. Valentine’s Day. Валентинкалар – Valentines, йәғни Йөрәк рәүешендәге открытка – Heart-shaped card. 

 

         Артабан темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр өйрәнәйек.

Ғашиҡтар – Sweethearts

Ҡотлау хаты – Greeting-card

Бәләкәй бүләк – Little present / Gift

Тәмлекәс – Candy

Ҡыҙыл йөрәк рәүешле йәшник – Red heart-shaped box

Ҡағыҙ селтәр һәм ҡағыҙ таҫма менән биҙәргә – to trim with paper lace and paper ribbon

Ҡағыҙ йөрәк – Paper heart

Йөрәк рәүешендә ҡырҡырға – to cut in the shape of heart

Мөхәббәтле шиғриәт – Love poetry

Ғашиҡ булырға – to fall in love

Мөхәббәте белдерергә – to make a declaration of love

Өйләнешергә тәҡдим яһарға – to propose marriage

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Изге Валентин көнө 14 февралдә билдәләнә. Был рәсми йәки милли байрам түгел. Банктар һәм офистар ябылмай, әммә йәштәр өсөн был көн бәләкәй байрамға әүерелә – St. Valentine’s Day comes on February 14. It is not a legal or a national holiday. Banks and offices are not closed, but it is a happy little festival for young people.

Сәскәләр һәм тәмлекәстәр ғашиҡтар бер-береһенә бүләк иткән иң популяр бүләк. “Валентинка” тәмлекәстәре ҡыҙыл йөрәк рәүешле йәшниктәргә һалына һәм ошо көн өсөн генә һатыла – Flowers and candy are favourite presents which sweethearts send to each other. Valentine candy is packed in red heart-shaped boxes and sold for this one day.

Ҡайһы бер “валентинка”лар бигерәк үҙенсәлекле, улар ҡағыҙ селтәр һәм ҡағыҙ таҫмалар менән биҙәлә. Унда мөхәббәт тураһында шиғырҙарҙан өҙөктәр яҙылған – Some “valentines” are very fancy, they are trimmed with paper lace and little bows of paper ribbon. They have verses of love poetry printed on them.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестәрҙә туй тураһында һөйләшербеҙ.  

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Сәскәләр һәм тәмлекәстәр ғашиҡтар бер-береһенә бүләк иткән иң популяр бүләк. “Валентинка” тәмлекәстәре ҡыҙыл йөрәк рәүешле йәшниктәргә һалына һәм ошо көн өсөн генә һатыла. 2. Ҡайһы бер “валентинка”лар бигерәк үҙенсәлекле, улар ҡағыҙ селтәр һәм ҡағыҙ таҫмалар менән биҙәлә. Унда мөхәббәт тураһында шиғырҙарҙан өҙөктәр яҙылған. 3. Изге Валентин көнө 14 февралдә билдәләнә. Был рәсми йәки милли байрам түгел. Банктар һәм офистар ябылмай, әммә йәштәр өсөн был көн бәләкәй байрамға әүерелә.  

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

St. Valentine’s Day comes on February 14. It is not a legal or a national holiday. Banks and offices are not closed, but it is a happy little festival for young people. It is widely celebrated among people of all ages by exchange of “valentines”. A “valentine” may mean a special greeting-card or a little present. It may be for the person who receives the gift. St Valentine is the patron of sweethearts.

February 14 is the anniversary of his death. The day is the time to send little gifts to those you love. Flowers and candy are favourite presents which sweethearts send to each other. Valentine candy is packed in red heart-shaped boxes and sold for this one day. Valentines are special greeting cards. They are often coloured red, have red heart-shaped boxes and pictures of hearts.

Some “valentines” are very fancy, they are trimmed with paper lace and little bows of paper ribbon. They have verses of love poetry printed on them. It is a good day for parties, especially by young people. The hosts trim the hall with red and white paper hearts. Refreshments are often coloured red, like red candy and punch. Sandwiches and cakes are often cut in the shape of hearts. Sometimes, a King and Queen of Hearts are chosen for the evening of dance.

 

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.