Беҙҙең проекттар

22.02.2017

Эксперттар: Подполковник Харис Сәғитов, йәмғиәтселек вәкиле, студент Шәфҡәт Ғәбитов-ул армияла хеҙмәт итеүгә ҡәтғи ҡаршы. Армияла хеҙмәт итеүсе ҡурайсы Айҙар Байтимеров, боксер, шағирә Таңсулпан Рәсүл. Әрме генә илһөйәрлек тәрбиәләйме?

21.02.2017

Ырыуым - Табын, Ағасым — ҡарағас, Ҡошом — ҡарағош, Ораным — Салауат, Тамғам — һепертке. 25 февралдә башҡорттарҙың иң ишле ошо ырыуы үҙенең 4-се йыйынын уҙғара. Асыҡ студияла ойоштороу башында тороусы табындар – Ниязбай Булатбай улы Сәлимов менән Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев.

 

20.02.2017

   21 февралдә халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы беҙ ҙә әсә теле, уны үҫтереү тураһында фекер алышырға булдыҡ.

   Студия ҡунаҡтары - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова, психолог Финзирә Рысаева, Өфөнөң 119-сы мәктәбе уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Альбина Амантаева һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Ильяс...

16.02.2017

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн спорт коллегияһында бик теүәл һәм ҡаты әйтте: "Һөнәри спортҡа аҡса миллиардтар бүленә, һорағандары бер - аҡса! Аҡса! Етте! Башҡаса улай булмаясаҡ! Күмәк спорт тураһында уйларға ваҡыт. Муниципалитеттарҙа аҡсалар дөрөҫ йүнәлеш алырға тейеш. ФОК-тар буш тора, унда урындағы түрәләр байрам-сафа ҡора. Күҙ буярға кәрәкмәй. Заманы икенсе. 150 миллионлыҡ һарайҙар һалып уны буш тотҡансы, 10 миллионға 10 спорт майҙ...

15.02.2017

Тапшырыу Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арнала. 

14.02.2017

    2016 йылда Башҡортостанда 55 мең 708 бала тыуған. 2015 йыл менән сағыштырғанда, был һан 5 ярым процентҡа аҙыраҡ.

- Ни өсөн балалар әҙ тыуа?

- Республикала бала тапҡан ҡатындарҙың уртаса йәше 27. Былтыр Өфө, Күмертау, Баймаҡ, Ейәнсура, Стәрлетамаҡ райондарында тыуым артҡан. Ә Йәрмәкәй, Федоровка, Борай, Краснокама райондарында ныҡ түбәнәйгән. Был күренеште нисек аңлатырға мөмкин?

- Ғаиләләрҙең бала табырға атлығып торма...

13.02.2017

-Поэма яҙылды. Тик ниңә ул беҙҙә ижад ителмәгән? -112-се атлылар дивизияһына иғтибар ҡасан артыр? -Балалар тарихын һәм геройҙарын белмәй. -Герогий Платонов бөгөн дә иҫән... 

10.02.2017

   Башҡортостан төп йүнәлештәр буйынса Рәсәйҙәге иң яҡшы ун төбәк араһында булырға һәм инновациялар биләмәһенә әйләнергә тейеш. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ошондай бурыс ҡуйҙы. Күптән түгел 2030 йылға тиклем ҡаралған социаль-иҡтисади үҫеш башланғыстары буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Бөгөн беҙ ҙә “Башҡортостан 2030” стратегия проекты буйынса фекер алышабыҙ.    

Әңгәмәсебеҙ - Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сәнә...

09.02.2017

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов менән милли баҫмалар һәм журнал үҫеше хаҡында.

 

 

08.02.2017

   Бөгөн Рәсәйҙә фән көнө. Ошо уңайҙан студияға республика ғалимдарын саҡырҙыҡ.

 

Беҙҙә ҡунаҡта:

Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты вазифаһын башҡарыусы, тарих фәндәре докторы, профессор Айтуған Аҡманов һәм Башҡортостан Фәндәр академияһының биология һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлеге сәркәтибе, фән докторы, профессор, академик Хәлил Сафин.

Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева...

07.02.2017

 Телефонығыҙға смс килә. "Һеҙҙең банк картағыҙ блокировкаланған". Нимә эшләйһегеҙ? Дөрөҫ, шылтырата башлайһығыҙ. Телефонға хәбәр: "Һеҙҙең шәхси кабинетҡа кемдер инеп маташты, әгәр һеҙ түгел икән, ошонда шылтыратығыҙ. 900 номерынан". Банк менән бер ниндәй килешеү төҙөмәүегеҙгә ҡарамаҫтан. Нимә эшләйһегеҙ? Шылтыратаһығыҙ. Һөҙөмтә? Аҡсалар елгә оса. Беҙҙе нисек алдайҙар?

Эксперттар: банкир Роберт Биктимеров, отставкалағы полиция ма...

06.02.2017

    Күптән түгел социаль селтәрҙәрҙә “Һырахананың баш шәфҡәт туташы” тигән алтаҡтаның фоторәсеме барлыҡҡа килде. Был табличка Шишмә районындағы поликлиникала тора икән. Ошо күренештән һуң туған телдәр тураһындағы законды камиллаштырыу мәсьәләһе тағы көн ҡаҙағына сыҡты. Депутаттар ҡануниәтте ҡәтғиләштереү кәрәк тигән фекерҙә. 

 

     

        Тапшырыуҙа билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Мәрйәм Бураҡа...

03.02.2017

Пластик хирург Рөстәм Әхмәтов менән әңгәмә. 

02.02.2017

   Мөмкинлеге сикләнгән, әммә спорт менән шөғөлләнергә, юғары нәтижәләргә ирешергә ҡарар иткән яҡташтарыбыҙ өсөн республикала ниндәй шарттар тыуҙырылған? Был өлкәлә ниндәй проблемалар бар? Паралимпия хәрәкәтен ниндәй саралар әүҙемләштерер? Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөнгө әңгәмәлә яуап табырбыҙ.   

Әүгәмәселәр - еңел атлетика буйынса ике тапҡыр Советтар Союзы, биш мәртәбә Рәсәй чемпионы Минивәсик Абдуллин һәм Рәми Ғарипов исемендәге бер...

01.02.2017

 Беҙҙә умартасылыҡ ҡеүәттәре тулыһынса файҙаланыламы? Бал етештереү, уны эшкәртеү һәм медицинала ҡулланыу күпме эш урындары барлыҡҡа килтерер? Бөгөнгө әңгәмәлә ошо һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ.

  Программала республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов ҡатнаша.

 

31.01.2017

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова менән әңгәмә. 

 

30.01.2017

Башҡортостан - ауыл хужалығы үҫешкән төбәк. Малдар күп. Уларҙың сәләмәт булыуы барыбыҙ өсөн дә мөһим. Малҡайҙарҙың һаулығы нисек? Ниндәй ауырыуҙар күҙәтелеүе ихтимал? Ветеринар-санитар талаптар үтәләме? Бөгөн ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ.

Әңгәмәселәребеҙ - Башҡортостан республикаһы ветеринария идаралығының ветеринар күҙәтеү бүлеге етәксеһе Ленар Йыһаншин һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш сараларын ойоштороу...

27.01.2017

Федераль Суд приставтарының Башҡортостан буйынса идаралығында яңы етәксе - Илнур Әнүәр улы Мәхмүтов. Әңгәмә ул индерәсәк яңылыҡтар һәм ҡуясаҡ талаптар тураһында. 

 

26.01.2017

    Халыҡ-ара тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә уҡытыусыларҙың 85 проценты ҡатын-ҡыҙҙар. Мәктәптә ҡасан ир-егеттәр белем бирә башлар? Бөгөн ошо турала фекер алышырбыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тапшырыуҙа Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Динара Латыпова, филология фәндәре кандидаты Раушания Солтаҡаева, Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-уңғар мәктәбе уҡытыусыһы Рим Исхаков һәм республика башҡорт лицей-интернаты ди...

25.01.2017

Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса Республика комитеты рәйесе урынбаҫары Динар Рәүеф улы Дияров менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмәләшә. 

 

- Үткән йыл комитет тарафынан ниндәй торлаҡ хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары теркәлде? 

- Мөрәжәғәт итеүҙәрҙең күпселеге техник өлөшкә һәм, әлбиттә коммуналь түләүҙәргә ҡағыла?

- Идара итеүсе компанияларға ҡағылышлы етешһеҙлектәр етәрлек?

- Халыҡ иҫәбенә, яңынан һана...

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

кис 1..3°C
төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.