Беҙҙең проекттар

11.01.2017

    Донъя, илдәге хәлдәр, башҡа һыймаҫ ҡанундар, эскелек һәм эшһеҙлек арҡаһында элегерәк туйындырыусы һәм кейендереүсе һаналған ауыл бөлөп бара. Шулай ҙа тормош ауырлығы­на бирешмәй, тыуған ерендә атай-олатай нигеҙен ҡоротмай, һәүетемсә донъя көткәндәр ҙә юҡ түгел?! Саҡмағош районы Аблай ауыл халҡының көнитмеше менән  “Атайсал” сығарылышында танышырбыҙ. 

21.12.2016

    Урындағы үҙидара – халыҡҡа иң яҡын торған власть, ә биләмә башлығы – ауылдағы йәшәйеш, көндәлек тормоштағы мәсьәләләрҙе хәл итеү, ярҙам күрһәтеү  өсөн яуап биргән вазифалы кеше.  Халыҡтың бар йомошо – улар иңендә. Һыу, юл, йылылыҡ, урамдарҙы яҡтыртыу, таҙартыу, сүплектәрҙе тотоу, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү кеүек мәсьәләләр ҙә ауыл биләмәһе рәйесенә йөкмәтелгән. Күптән түгел халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусылар -  Салауат районының Арҡауыл, Малая...

20.11.2016

  Урал тауының көньяғында урынлашҡан Күмертау халҡы эшкә  бик уңған, тормошта әүҙем, донъя көтөргә ихлас.  Шуға ла  ҡаланың үҫеше,  уның киләсәге тураһында һөйләгәндә  мәҙәни сараларҙы ла ситкә ҡуйып булмай. Башҡа төбәктәрҙәге кеүек Күмертауҙа ла ял итә беләләр,  мәҙәни-ижади эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн шарттар ҙә етерлек. 

    “Атайсал” сығаралышында күп милләтле ҡалала уңышлы эшләгән Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт халыҡ фольклор а...

02.11.2016

     Йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән  ағинәйҙәрҙең  роле баһалап бөткөһөҙ: өләсәй кәңәше, олатай тәрбиәһе, сәсән һүҙе, ағинәйҙәр нәсихәте һәр урында әйтелер, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыныр булған. Әхлаҡ тәрбиәһен, милләтте үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған Хәйбулла ағинәйҙәр ойошмаһы  күптәргә өлгө булырлыҡ. Йолаларын онотмаған, уны ҡәҙерләп һаҡлаған рухлы халыҡ менән  “Атайсал” сығарылышында танышырһығыҙ. 

12.10.2016

   “Юлдаш” радиоһы коллективының сираттағы эш сәфәре Белорет районының  ҙур һәм боронғо ауылдарының береһе  Сермәнгә илтте.  Ауыл мәҙәниәт йорто алдында беҙҙе ихлас, дәртле йыр-моң менән “Хәтирә” ансамбле ҡаршы алды. Маҡсатыбыҙ Иҙел башы төбәгендәге тыңлаусыларыбыҙ менән осрашып, хәл-әхүәл белешеү һәм, әлбиттә, радио үткәргән бәйгелә еңеүсе ғаилә Солтан һәм Зифа Сиражетдиновтарҙы  тәбрикләү ине.  Ошо төбәктән әҙерләнгән тапшырыу менән "Атайсал...

05.10.2016

Үҙ быуынын белгән кеше ата-бабаларының йолаһын, изге юлын дауам итә.  “Атайсал” сығарылышында шундай милләтәштәребеҙ  - Силәбе өлкәһендәге  рухлы, үҙ тарихына битараф булмаған Ҡорбанғәлиевтар нәҫеле менән танышырһығыҙ.

28.09.2016

      Йүнселдәр ниндәй генә кәсепкә тотонмай шул! Үҙ ихатаһында арымай-талмай эшләп, етештергән аҙыҡ-түлектең артҡанын һатып, ғаиләһен бар яҡлап тәьмин итерлек килем туплап йәшәй. “Атайсал” сығарылышында шундайҙарҙың береһе, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүсе Ибраһимовтар ғаиләһе менән танышырбыҙ.

21.09.2016

Уҙған аҙнала Башҡортостандың ауыл хужлығы өсөн әһәмитәле ваҡиғаларҙың береһе булды. Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге хужалығында, республиканың агросәнәғәт тарихында тәүге тапҡыр төбәк-ара кукуруз һәм көнбағышҡа арналған Баҫыу көнө уҙғарылды. Сараның үтеү урыны итеп был хужалыҡтың һайланыуы осраҡлы түгел. Ул республикала иң ҙурҙан һанала һәм алдынғылар рәтендә. Һөрөнтө ерҙәре 36 мең гектарҙан ашһа, һыйыр малы 7 меңгә етә. Унан һуң, бын...

07.09.2016

Уҙған шәмбе баш ҡалабыҙҙа шаулап-гөрләп Һөт фестивале үтеп ките. Был күркәм сараның маҡсаттары бихисап. Шуларҙың иң мөһиме - халыҡты, бигерәк тә үҫеп килгән быуынды һау-сәләмәт тормошта тәрбиәләү. Ә бының өсөн көндәлек тормошобоҙҙа шифалы үә файҙалы эсемлектәрҙе генә ҡулланыу шарт.  Һөт ризыҡтары был исемлектә, әлбиттә, беренсе урында. Ни тиһәк тә әҙәм балаһы донъяға килгәс тә иң тәүҙә ошо тәбиғәт уйлап тапҡан  ғәжәйеп эсемлекте тәмләй, уның я...

18.08.2016

Быйылғы август айы, моғайын, үҙенең температура рекордтары менән генә түгел, ә ураҡ йылдамлығы менән дә тарихҡа инер. Әлегеләй мул уңышлы һәм юғары темплы урып-йыйыу кампанияһы республикала күптән күҙәтелгәне юҡ ине. 17 августҡа алынған мәғлүмәттәр буйынса, ураҡ яҡынса 1 миллион 150 мең гектарҙа теүәлләнгән. Был бөтә майҙандарҙың 63 проценты тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта республика буйынса гектар  ҡеүәте 20 центнер самаһы. Беҙ булып киткән Ауырғаз...

20.07.2016

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы биш йылға бер тапҡыр ғына уҙғарыла. Шуға ла бишйыллыҡты көтөп алыу, унда ҡатнашыу ҡурайсылар өсөн бик тулҡынландырғыс ваҡиға. Һәр   йыйын - бәйгеселәр өсөн яҙмыштың онотолмаҫ сағыу бер мәле. Республикабыҙҙа ун ике йыйын үтте, тимәк ун ике Гран-при яулаусы оҫта йәки остаз мәҙәниәтебеҙ тарихына үҙенең исемен яҙҙы. 

29.06.2016

      Йәш эшҡыуар Йәмил Баймырҙин кейеҙҙе эшкәртеү хаҡында яҡшы белә. Бөгөн Әбйәлил районы Асҡар ауылында крәҫтиән фермер хужалығын булдырып, бынамын итеп донъя көтә ул.  Был кәсепте Йәмил яҡындары менән бергә алып бара, уларҙың быйма баҫыу цехы районда уңышлы эшләй. “Атайсал” сығарылышында уның менән үҙенсәлекле кәсептең нескәлегенә төшөнөрбөҙ.   

18.05.2016

     Дүртөйлө районы - элек-электән алдынғы, абруйлы, мәҙәни һәм иҡтисади яҡтан үҫешкән  төбәк.  Бында  эшсән, уңған, ҡунаҡсыл, үҙ тыуған төйәген, тәбиғәтен яратҡан ихлас халыҡ йәшәй.  Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы һөҙөмтәһендә район республикала алдынғы урындарҙы биләй. "Атайсал" сығарылышында райондың бөгөнгө йәшәйеше, көнитмеше менән танышырбыҙ.  

11.05.2016

Бөгөнгө тапшырыу республиканың көнъяғында урынлашҡан берҙән-бер юғары уҡыу йорто, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты эшмәкәрлеге хаҡында барыр. Авторы Гөлнур Ишбулатова.

10.05.2016

    Үҙ быуынын белгән кеше ата-бабаларының йолаһын, изге юлын дауам итә. “Атайсал” сығарылышында шундай милләтәштәребеҙ  - Силәбе өлкәһендәге  рухлы, үҙ тарихына битараф булмаған Ҡорбанғәлиевтар нәҫеле менән танышырбыҙ. 

10.05.2016

Үҙ быуынын белгән кеше ата-бабаларының йолаһын, изге юлын дауам итә. “Атайсал” сығарылышында шундай милләтәштәребеҙ  - Силәбе өлкәһендәге  рухлы, үҙ тарихына битараф булмаған Ҡорбанғәлиевтар нәҫеле менән танышырбыҙ. 

04.05.2016

Яҙ тәбиғәттең уянған, донъяның яңынан яңырған мәле - ағастар  шаулап япраҡ яра, ялан-ҡырҙарға  йәшел келәмдәр йәйелә. Шул иҫәптән, беҙ йәшәгән ауыл һәм ҡалаларыбыҙ  күҙ алдында йәшеллеккә күмелә. Әлбиттә, ошондай яңырыу мәлен һәр беребеҙ тәбиғәттәге кеүек үк таҙалыҡта, йәшел наҙлыҡта һәм гүзәлектә ҡаршылайһыбыҙ килә. Шуға ла апрель, май айҙарында экология өмәләре үткәреү, йәшәгән еребеҙҙе суп-сарҙан таҙартыу, уны йәшелләндереү беҙҙең күптәнге...

27.04.2016

       Ни өсөн ерле халыҡ  үҙ биләмәһендә, атай-олатайҙар нигеҙендә төпләнә алмай? Аҫабалағын юғалтып, эш эҙләп, сит тарафтарға юллана?  Башҡорт ауылдарының киләсәге бармы? Был һорауҙарға яуапты Бишбүләк ерлегендә эҙләргә тырышырбыҙ. 

23.04.2016

Яҙғы көн йылды туйҙыра. Тап ошо мәлгә аяҡ баҫты ла инде республика. Бөгөн Башҡортостаныбыҙҙың ҡайһы төбәгенә генә күҙ һалмайыҡ, ҡыр эштәре гөрләй. Был аҙнала беҙ Шишмә һәм Дәүләкән хужалыҡтары баҫыуҙарында булып, ундағы эштәр  барышы менән таныштыҡ.  

Әлшәй районы Сурай ауылы мәктәбе уҡытыусылары
13.04.2016

Ауылда белем биреү системаһына етди һынауға әйләнгән оптимизация һөҙөмтәһендә, бынан бер-нисә йыл элек Әлшәй районының Сурай ауылында мәктәпте ябыу мәсьәләһе килеп тыуа. Уҡыусылар һаны тейешленән етәүгә кәм булып сыға. Шул саҡта уҡытыусылар күршеләге бәләкәй ауылдарҙан интернатта ятып район үҙәгендә, йәки Дәүләкәндә уҡырға мәжбүр балаларҙы йыйырға ҡарар итә. Балаларҙы улар йәшәргә үҙ йорттарына алып ҡайта, бушлай ҡарай. Мәктәп директоры Зәкиә...

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә -17..-19°C
иртән -16..-18°C
көндөҙ -13..-15°C
кис -16..-18°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.