Беҙҙең проекттар

18.12.2016

Айһылыу Заһретдинова:

- Атайым 5-6 йәштәрендә арбаның металл тросынан ҡумыҙ яһап ала. Атаһынан гармун алыуын үтенә. Олатайым Абдрахман иһә, улым, ул бит ете бот он хаҡы тора, нисек ҡыш сығырбыҙ һуң, ти. Заһретдиновтар ғаиләһендә ете бала үҫә. Малай ватыҡ гармун табып ала һәм кистәрен уйын ҡоралында уйнарға маташа. Инструмент өн сығара алмай. Әммә атайым көйҙө ишетә. Ул уның күңелендә яңғырай.

Ауыл малайы нисек му...

13.11.2016

   Айгөл Әбдрәшитова:

- Бөгөн атайымды төшөмдә күрҙем. Ул миңә ҡағыҙ киҫәге һуҙҙы. Унда телефон һандары яҙылғайны. Атайым күҙҙәремә ҡарап, йылмайҙы ла, әллә ҡайҙа инеп юғалды. Өнөмдә мин был һандарҙы иҫләнем. Һәм бар ҡыйыулығымды йыйып, телефондан шылтыраттым. Миңә яуап биргән ағай бик ихлас кеше булып сыҡты. Етди проблеманы хәл итергә ярҙамлашты. Бына шулай, атайымды төштә күрһәм һәр саҡ юлым уңа, эштәрем ырамлы бара....

16.10.2016

Әлфиә Дәүләтбирҙина:

   Танылған йырсыбыҙ Нәзифә Ҡадырова башҡарыуында “Һағындым шулай” йыры яңғырай. Уны атайым да бик яратып тыңлай ине. Мин дә ошо йырҙы ҡуям да, атайымды иҫкә алам. Уның менән бергә булған иң бәхетле мәлдәрҙе хәтерләйем. Атайыма әйтелмәй ҡалған һүҙҙәрем күп... Ул беҙҙән йыраҡта. Хәҙер инде йырҙарын ғына тыңлап күңелемә йыуаныс табам...

    Атайым дастандар, легендалар, йырҙар иле – Бө...

06.06.2016

   Гөлназ Хәмәҙинурова:

- Атайым йырлай. Әле яңғыраған “Шахта” йырын ул 5 йәшендә өйрәнә. Ауылда патефон тик Хәмәҙинуровтарҙа ғына була. Шәрифйән олатайым улының һәләтен күреп һыйырын патефонға алмаштыра. Малай хайран ҡалып пластинкалар тыңлай, халыҡ йырҙарына ғашиҡ була, мәшһүр Фәриҙә апай Ҡудашеваның йырҙарын отоп ала.

3 класта уҡығанда беренсе тапҡыр сәхнәгә күтәрелә.

  Сәхнәләге тәүге уңышһыҙлығы атайымдың йырға булған...

01.05.2016

Айгөл Әбсәләмова:

      Алдымда атайым төшөргән фоторәсемдәр. Бына Кәтүк менән Бағанай, икенсе фотографиянан Нәзифә Ҡадырова йылмая, өсөнсөһөндә Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар... Ана Ғәли ағай Хәмзин йырлап тора. Был альбомда Башҡорт дәүләт филармонияһының бер ижад осоро һаҡлана. Атайым йылъяҙмасы ла булған.

Икенсе ҡомартҡы – тауышын мәңгеләштергән яҙмалар. Әҙәби әҫәрҙәрҙе ихлас һәм оҫта итеп уҡыған ул.

...
13.03.2016

   Сабина Кучаева:

- Миңә биш-алты йәш самаһы. Атайым менән икәү сәхнәлә йырлайбыҙ. Ул оҙон буйлы, ҡара бөҙрә сәсле, матур костюмда. Атайым эргәһендә мин дә үҙемде ышанслыраҡ тоям. Йылмаям. Бейейем һәм йырлайым. Тамашасылар алҡышлай, сәскәләр һәм уйынсыҡтар бүләк итә. Миңә иғтибар үҙәгендә булыу оҡшай.

Был атайым Насип Кучаев тураһында үтә лә ҡәҙерле хәтирәләр... Иҫтәлектәргә бирелеү күңелде йыуата, һағышты баҫа,...

21.02.2016

Яҙыусының ҡыҙы Гүзәл Хамматова:

 

- Атайымдың эш бүлмәһе. Бында барыһы ла элеккесә. Бөтәһе лә ул һалғанса. Беҙҙең аранан китеүенә 15 йыл үтте. Был йылдар эсендә әлбиттә, бүлмәлә үҙгәрештәр булды. Әммә шәхси әйберҙәре үҙ урынында, ул ҡуйғанса ҡала. Китап кәштәһендәге романдары ла нисек теҙһә, шул тәртиптә тора. ...

15.12.2015

Иҙел Иҙрисов:

 

"Минең атайым – Ғилман Иҙрисов. Бәлки был исемде хәтереләй алмаусылар ҙа булыр? Әммә атайымдың ҡайһы бер йырҙарын атау менән уны иҫләрҙәр. “Һағыныу йыры”, “Һиңә килдем, иркәм”, “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит”, “Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа”. Уларҙы бер нисә быуын яратып йырлаған.

Атайымдың тыуған...

17.10.2015

Шағирҙың улы Рәсүл Дәүләтҡолов:

 

- Атайымды асыҡ ҡына төҫмөрләй алмайым. Ул беҙҙең аранан киткәндә миңә ни бары 4 йәш тулған. Уның йылмайыуы, сабыйҙарса ҡыуаныуы һис кенә лә иҫемдән сыҡмай. Көлөр, һәр ваҡыт шаяртыр ине.

Әҙерәк үҫә төшкәс, әсәйем миңә атайымдың хатын бирҙе. Унда “Әсәйеңде тыңла!” тип яҙылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әс...

17.10.2015

Композиторҙың улы Вячеслав Голов:

 

- “Бөрлөгәнем” йыры яңғырай. Күптәр  уны халыҡ йыры тип иҫәпләй. Был әҫәрҙе иһә минең атайым - композитор Николай Афанасьевич Голов яҙған. Йыр сәнғәтен яратыусылар уны Наил Ғәлиев тип таный. Милләте буйынса урыҫ, йөрәге һәм күңеле  менән башҡорт булған атайым бөтә ғүмерен музыкаға бағышланы. Йырҙарында мөхәбәтте, яҡташтар...

23.05.2015

Гөлнәзирә Баһуманова:

   

- Рим! Был атайымдың тәүге исеме. 20 октябрҙә ҡар-буран ҡоторған мәлдә донъяға килгән сабыйға өләсәйем менән олатайым заманса исем ҡушҡан. Садиҡ мулла иһә уның ҡолағына “Аҫылғужа” тип ҡысҡырған. Һәм малай ошо исемдә үҫкән. Атайым паспорт алғанда ла документта исемен Аҫылғужа тип ҡалдырған.

Атайым м...

20.04.2015

Миләүшә Иҙрисова:

 

- Ҡулымда атайымдың скрипкаһы. Ул һаман да хужаһының ҡул йылыһын һаҡлай кеүек. Тап ошо уйын ҡоралы атайымды тылсымлы музыка донъяһына килтергән. Күршелә йәшәгән ағай иҫкергән скрипканы мейескә яғырға уйлай. Атайым иһә уны һорап, үҙенә ала. Бер ҡышта ул ауылдаштары белгән бөтә көйҙәрҙе башҡарырға өйрәнә. Үҙе лә халыҡ йырҙарына оҡшаған көйҙә...

24.02.2015

Шағирҙың улы Салауат Әлибаев:

 

- Бөгөн 21 февраль – атайымдың тыуған көнө. Иртә менән дуҫтары, яҡындары һәм яҡташтарынан ҡотлауҙар ҡабул итә торғайны. Телефон һис кенә лә тынмай. Кәйефе - күтәренке, йөҙөнән - йылмайыу китмәй. Ул шат һәм бәхетле. Һәр кем менән ихлас һөйләшә, йырлап та ебәрә...

Атайым тормоштоң һәр мәленән йә...

26.01.2015

Эй, кешеләр, мин бит бары һеҙҙе

Йөрәгемдән артыҡ яраттым...

Йырҙарымды, таң нурына төрөп,

Доға итеп һеҙгә тараттым...  

 

Тапшырыуҙа Ринат Хәйриҙең яҡташтары - Рәсүл Хәбибуллин, Хәлисә Рәжәпова, Рәсилә Басырова, Ғәлимә Ғәлиева, Татарстандың халыҡ шағиры, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт п...

15.12.2014

Шәүрә Дилмөхәмәтова:

 

"Һаҡмар буйҙарын яңғыратып моң ағыла. Атайым ҡурайҙа уйнай. Йырҙарҙың тарихын һөйләй. Унан һуң, колохоздан алынған аттарға менеп, Иҫке Яҡуптың ялан, ҡырҙары буйлап сабып китәбеҙ. Йылы ел битемде иркәләй. Атайым: “ҡыҙым, ҡолонсағым, нығыраҡ тотон, ҡолап ҡуйма”, - тип мине ҡайғыртып килә... Мин иһә үҙ-аллы булыуымды, ҡыйыу икәнлегемде күрһәтергә тырышып...

10.11.2014

Зөһрә Бүләкова:

 

"Сибәр, яҡты ҡарашлы, асыҡ йөҙлө, мөһәбәт кәүҙәле тиҙәр атайым тураһында. Ә беҙҙең өсөн ул атай, донъялағы иң ҡәҙерле кеше. Таҫмаға яҙылған тауышын тыңлайбыҙ. Китаптарын уҡыйбыҙ. Геройҙары араһында үҙебеҙҙе, холоҡ-фиғелебеҙҙе таныйбыҙ, хатта баласаҡта әйтелгән һүҙҙәргә тап булабыҙ. Атайыбыҙ беҙҙең өсөн өҙөлөп торҙо. Б...

15.09.2014

Айҙар Хәмзин:

 

- Ҡоҙғон-Әхмәр ауылына ҡайтҡан һайын Кирәл тауына һоҡланып, үҙем дә һиҙмәҫтән йырлай башлайым. Ошо моһәбат тау атайымды хәтерләтә... Ул да тау итәгенә баҫып йырларға яратҡан. Моңло тауышын бындағы ағастар, шишмәләр һәм йылғалар һаман да хәтерләй кеүек... Кендек ҡаны тамған тупраҡ та атайымдың йөрәгенән урғып сыҡҡан моңдо онотмайҙыр......

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

кис 1..3°C
төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.