Беҙҙең проекттар

22.12.2016

2014-15 йылдарҙа ил етәкселегенең билдәрҙе ҡыҫыбыраҡ быуырға саҡырыуын халыҡ аңлап ҡабул итте, билдәрҙе быуыбыраҡ, шөкөр, йәшәп, дөрөҫөрәге, көн күреп киләбеҙ. 2016 йылдың осона сыға барғанда, "2017-селә ҡайыштарҙы әҙерәк бушатырғамы, әллә һаман да ҡыҫыбыраҡ көн күрергә тура килерме?", - тигән һорау борсой күптәрҙе. Әтәс йылын тары бутҡаһы менән генә уҙғарғыһы килмәй бит бер кемдең дә. Ҡара-ҡыҙыл ыуылдырыҡ булмаһа ла, татлыраҡ-яҡшыраҡ ризыҡтар...

24.11.2016

8 мең ҡаҙ, 2 мең ярым мускус өйрәк, 120 мең бәпкәлек инкубатор, 1 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ер. Благовар районынан Илфат Әхмәтшиндың крәҫтиән-фермер хужалығының һандары был. Уның бәпкәләрен Ҡаҙағстандан да килеп алалалар. “Ҡаҙ тәрбиәләү – эт һуғарыу түгел”,- ти фермер. Быныһы - Римде ҡотҡарған ҡаҙҙар һәм дошмандар яҡынлашыуын һиҙмәгән эттәргә төрттөрөү инде.

17.11.2016

Ҡаҙаҡтар, башҡорттар, башҡа төркиҙәр туйҙарын ресторандарҙа уҙғарған көндәрҙә, Британия, Уэльс, Канада, башҡа дәүләттәрҙә никахлашыу тантаналарын күсмә халыҡтарҙың традицион ҡоролмалары- тирмәләрҙә билдәләйҙәр. Ошондай йола башланған көнбайышта һәм океан аръяғында. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың алмаштырғыһыҙ торлағы яңырыу осоро кисерә. Миәкә районынан Ғәлинур Зарипов 8 йыл элек тирмәләр яһай башлаған. Ставрополье, Үҙәк Рәсәй, хатта Украина кешелә...

10.11.2016

Башҡортостан кешеләре хажға башҡа төбәктәр аша барырға мәжбүр. Беҙҙең республикала әлегә үҙебеҙҙең хаж операторы юҡ. Шуға Башҡортостанда хаж комитеты булдырырға планлаштыралар. Сөнки хажиҙарҙың нисек йөрөүҙәренә контроль дә юҡ тиерлек, хажды ойоштороусыларҙың яуаплылығына бәйле һорауҙар ҙа бар. Беҙҙән йылына 350-ләп мосолман Мәккә-Мәҙинәгә сәфәр ҡыла. Хаж- дини ғәмәл генә түгел, туристик бизнес та.

03.11.2016

Көнбайыштан санкция, уға яуап итеп Рәсәй эмбаргоһы ҡабул ителгәнгә тиклем, халыҡ араһында сыр тип күп һөйләүсе юҡ ине. Барыһы ла көн-төн моцарелла ашағанмы ни, “тыйылған емеш татлы”, тигәндәй, 2014 йылдан һуң һәммәһенең дә сыр яратыуы һиҙелә башланы. Хәҙер республикала был эш йәнә киңерәк масштабтарға сыға. Башҡорт дәүләт агар университеты хатта тарихта тәүге тапҡыр махсус курс ойоштороп, сыр етештереүселәрҙе әҙерләп сығарҙы. Беҙҙә Швейцария,...

27.10.2016

Башҡортостан биләмәләрендәге барлыҡ эгергетика агрегаттарының дөйөм ҡеүәте - 4 мең ярым Мегаватт. Хәҙер донъя буйынса традицион булмаған энергетика - Ҡояштан ҡеүәт алыу тренды киңәйҙе. Башҡортостан да алдағы 2 йылда уның күләмен 100 Мегаватҡа еткерәсәк.

20.10.2016

Кеше үҙ ғүмерендә 7 тонна икмәк, 35 мең булка ашай икән. Шуға “Икмәк-барыһына ла баш” мәҡәле үҙенең актуаллеген бер ҡасан да юғалтмай. Әйткәндәй, төп ризыҡты әҙерләүселәрҙең үҙ датаһы ла бар - 16 октябрь Халыҡ-ара икмәк көнө тип билдәләнгән. Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты өсөн ул ял түгел, ғәҙәти эш көнө. Ғөмүмән, бындағы мейестәр тәүлек әйләнәһенә туҡтап тормай - кешегә ашарға кәрәк бит.

13.10.2016

Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре Ҡоролтайы рәйесе, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов: "Мексикала ла йылҡы аҫрайҙар, әммә ҡымыҙ-ҡаҙылыҡты белмәйҙәр. Ағастары үҫә, бура бурап, йорт һалыу тигәнде ишеткәндәре юҡ. Беҙҙең балаларҙың тау шыуыу хыялы - көтөп алған ҡыш миҙгелен дә мексикандарҙың күргәне юҡ. Ана шундай илдәрҙә үҙебеҙҙе танытып-күрһәтеп, беҙгә килергә ҡыҙыҡтырыу - туризмды үҫтереү йәһәтенән йәнә бер отошло алым. Тик килгән ту...

06.10.2016

Рәсәйҙә йылдың иң ҙур иҡтисади ваҡиғаларының береһе - "Сочи-2016" форумы үтте. Иҡтисадты күтәреү, ул аңлашыла - халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов премьер-министр Дмитрий Медведевтың моноҡалаларҙы үҫтереү тураһында фекерҙәрен ҡеүәтләп, “Йылдам үҫеш биләмәһе” статусының мөһимлеген билдәләне.

29.09.2016

Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәй менән Төркиә араһында мөнәсәбәттәр өҙөлгәндән, 2015 йылдың ноябренән 2016 йылдың йәйенә тиклем, Төркиә 20 миллиард долларын юғалтҡан. Айырыуса туризм һәм ауыл хужалығы зыян күргән. Рәсәй яғынан аныҡ һумдарҙа һөйләп булмай. Төп юғалтыу- беҙҙең кешеләр Төркиәлә ялдан мәхрүм ҡалды, кибеттәрҙә уларҙың ризыҡтары юҡҡа сыҡты. Хәҙер барыһы ла элекке хәленә ҡайтыр, тигән ышаныс белдерә эксперт...

22.09.2016

Башҡортостанда хеҙмәт мөнәсәбәттәре йәнә 3 йылға аныҡланды. Хөкүмәт, профсоюздар һәм эш биреүселәр яңы генераль килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ул 2017-19 йылдарға иҫәпләнгән. Яңы килешеү ҙә алдағылары кеүек, хеҙмәтсән халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән.Социаль йөкләмәләр араһында физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр айырым пункт менән килә. Закон буйынса, һәр предприятиеға инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеү буйынса квота бүленә. 2016 йылға, мәҫәлән, 2...

15.09.2016

Федераль властар ҡалаларҙа халыҡ өсөн арзанлы сауҙа нөктәләрен, йәрминкәләрҙе күбәйтергә тәҡдим итә. Ә беҙҙә ул электән бар һәм уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Мәҫәлән, былтыр 500 йәрминкә уҙғарылды, тип хәбәр иттелә Өфө хакимиәтенән. Республиканың барлыҡ райондары тиерлек ҡатнашты уларҙа.
Әммә мәсьәләнең йәнә бер яғына иғтибар итмәй сара юҡ. Беҙҙә әлегә логистика, ризыҡты матур ҡаптарға тултырып сығарыу яйға һалынмай ҡала. Барыһын да көҙҙән ту...

08.09.2016

Башҡортостанды ситтә танытып белеү, туристарҙы үҙебеҙгә йәлеп итеү, фәҡәт беҙҙеке иҫәпләнгән ризыҡтарҙы, уйын ҡоралдарын һаҡлап ҡалыу... Бренд термины ошоларҙың барыһын да күҙ уңында тота. Башҡорт балы, ҡымыҙ, ҡурай, башҡорт атының беҙҙеке икәнлектәре рәсмиләштерелде. Айырым ауылдар ҙа үҙҙәрендә киң таралған ризыҡтарҙы брендлай башланы. Бөрөлә иһә бренд итеп алма алынған. Урындағы алманың даны 400 йыл элек үк ситтә билдәле булған, район гербын...

01.09.2016

Башҡортостан умартасыларҙың 2021 йылдағы Халыҡ-ара конгресын уҙғарырға ниәтләй, ошо мәсьәлә буйынса ойоштороу комитеты төҙөлдө, заявка компанияһы башланды. Халыҡ-ара аренала беҙҙең республика “баллы төбәк” булараҡ таныла бара. Рәсәй буйынса 63 мең тонна бал алынһа, шуның 6 мең ярымы- Башҡортостандыҡы. Ә бына республиканың тәбиғәт мөмкинлектәренән сығып иҫәпләгәндә, 535 мең тонна йыя алабыҙ. 5-6 ил араһынан конкурста еңеп, үҙебеҙҙә уҙғарыу хоҡ...

10.06.2016

Йәйгелеген һәр кемдең ял иткеһе килә- отпускыһын майҙан сентябргә тиклем алырға тырыша. Кемдер республиканың гүзәл тәбиғәтенә хозурлана, йылға-күл буйҙарына сыға, тауҙарға артыла. Икенселәре ялды сәләмәтлектәре өсөн файҙаланып шифаханаларға юлламалар ала. Башҡортостан климаты тураһында “Беҙҙә 9 ай ғына ҡыш, ҡалғаны тулыһынса йәй” тигән шаяртыу бар. Ана шул йылдың ҡарһыҙ миҙгелендә һәр кемдең йылға етерлек сәләмәтлек запасы туплап ҡалғыһы кил...

02.06.2016

2 йыл элек Рәсәй Европа берлеге йөҙөндә мөһим иҡтисади партнерын юғалтты. Шул осорҙа беҙҙең ил шәреҡкә йөҙ бороу маҡсатын ҡуйҙы. Көньяҡ –көнсығыш дәүләттәр уҙған быуаттың 70-се йылдары башында бер төркөмгә- АСЕАН-ға берләште. Рәсәй-АСЕАН бәйләнешенең 20 йыллығына арналған ҙур саммит Сочи ҡалаһында үтте. 20-ләп эреле- ваҡлы дәүләттәр лидерҙары йыйылды унда. Байтаҡ контракттар төҙөлдө саммит барышында. 57 проект тураһында һүҙ бара. Мәҫәлән,...

26.05.2016

Газ һәм нефть сәнәғәте- Рәсәй иҡтисады нигеҙен тәшкил итеүсе төп тармаҡ. Сеймал ресурсынан баш тартыу сәйәсәте алып барған шарттарҙа ла, углеводород баҙары мөмкинлектәрен инҡар итеү мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта нефть табыу һәм эшкәртеү, химия сәнәғәтендә импорт ҡулайлама-технологияларға алмаш проблемаһын хәл итеү шарт. Нефть һәм газ сәнәғәтселәре форумына Рәсәйҙең 35 төбәгенән һәм 12 сит мәмләкәттән 400 компания үҙ тауар өлгөләре, яңылыҡтары м...

19.05.2016

Рәсәйҙә импортҡа алмаш темаһын байтаҡ һөйләйбеҙ. Санкция- эмбарголар сәйәсәте башлыса ауыл хужалығы тауарҙарына- ризыҡтарға ҡағылды тиергә кәрәктер. Унан тыш та халыҡ өсөн кәрәкле продукция аҙмы ни. Үҙебеҙҙә етештереп булғанды ситтән алмаһаҡ... Ошондай предприятиеларҙың береһе Октябрский ҡалаһында эшләй. “Альтернатива” заводында пластмасс әйберҙәр сығарыла. Һәм уңышлы ғына тип баһаларға кәрәк- Республика, Рәсәй кибеттәрендәге 70-80 процент...

12.05.2016

Башҡортостан йылҡысылыҡ буйынса Рәсәйҙә икенсе урында тора. Саха-Яҡут республикаһы беҙҙе уҙып киткән. Илдәге йылҡыларҙың 10 проценты- беҙҙә. Фермерлыҡҡа яңы тотоноусылар араһында ла ата-бабаларыбыҙ шөғөлө- йылҡы үрсетеүгә йөрьәт итеүселәр бар.Белорет районы Берештамаҡ ауылынан Вадим Ғиззәтуллин, мәҫәлән, башланғыс фермерҙарға ярҙам программаһын ҡулланып ошо эшен ойоштороп ебәргән. Бизнес-планға ярашлы алдағы 3 йылда һауын бейәләре һаны 30-ға...

05.05.2016

Оҙаҡламай Рәсәй спортсылары аш-һыуына башҡорт милли ризыҡ-эсемлектәре лә индереләсәк. Бейә һөтөн киптереп, биатлонсылар өсөн витамин сығарыу башланғысын Республика йылҡысылар ассоциацияһы тәҡдим иткәйне. Рәсәй биатлонсылар берлеге лә уны хупланы. Бейә һөтөнөң файҙалы булыуы яңылыҡ түгел, уны төрлө илдәрҙә ғалимдар күптән раҫлаған. Хәйер, бөйөк рус яҙыусылары Антон Чехов менән Лев Толстой 19 быуатта уҡ башҡорттарға килеп ҡымыҙ менән дауаланға...

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә -17..-19°C
иртән -16..-18°C
көндөҙ -13..-15°C
кис -16..-18°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.