Беҙҙең проекттар

22.02.2017

23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө. Сөнки 1918 йылдың 23 февралендә Совет Армияһы төҙөлгән.Ул саҡта Рәсәй дәүләтен Советтар иле тип йөрөткәндәр.

Байрамығыҙ менән, буласаҡ ил һаҡсылары!

21.02.2017

Ә беләһегеҙме, бәләкәс дуҫтарым, элекке замандарҙа ҡулдарына уҡ-һаҙаҡ һәм ҡурай тотоп башҡорт атлылары меңәр саҡрымлыҡ поход юлдары үткән.

Башҡорттар борон-борондан хәрби хеҙмәткә үҙенең ҡоралы, кейеме һәм аты менән барған. Уларҙан берҙәм униформа талап итмәгәндәр, һәр кем үҙ мөмкинлегенән сығып ҡоралланған. 1812 йылда Франция императоры Напалеон ғәскәрҙәре баҫып ингәс, батша хөкүмәте башҡорттарҙан полктар ойоштороу хаҡында фарман сығар...

20.02.2017

Алтын, аҫылташтар ҡиммәт тора. Ләкин алтындан да ҡиммәтерәк нәмәләр күп булған.Мәҫәлән, элекке замандарҙа шоколад алтындан ҡиммәтерәк торған. Сөнки шоколад яһай торған какао ағасы ер йөҙөндә бер генә урында - Мексикала ғына  үҫкән. Тағы ла фарфор ҡиммәт торған. Фарфор вазаларҙы, һауыт-һабаны бары Ҡытайҙа ғына яһағандар. Тағы ла ебәк ҡиммәт булған. Уны ла Ҡытайҙа ғына яһағандар. Тағы ла бер ҡиммәт нәмә булған, уның хаҡы алтындан мең тапҡырға кү...

17.02.2017

Малайҙар, ҡыҙҙар, кеше әйберен һорамайынса алырға ярамай. Рөхсәтһеҙ алһаң, урлашыу була. Урлашырға яратҡан кешеләрҙең ҡулы оҙоная икән. Ысын. Ышанмаһағыҙ, Гөлнара Мостафина апай яҙған "Оҙон ҡул" тигән әкиәтте тыңлағыҙ әле.

16.02.2017

 “Иләү” тапшырыуының бөгөнгө ҡунағы Нургиз Әхмәтовҡа 6 йәш. Ул шәжәрәһен яттан белә.Нургиз  халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосын  яттан һөйләүселәр бәйгенә әҙерләнә. Ул әлеге ваҡытта 110 юл ятлаған.

Ул 166-сы балалар баҡсаһына йөрөй. Китап уҡырға ярата. “Атайым менән әсәйем - хәрефтәр, ә Миләүшә инәйем ҡушып уҡырға өйрәтте”, - ти.  Китап уҡып туйһа, йәйен - велосипедта, ә ҡышын саңғыла елдереп килергә ярата. Әйҙәгеҙ, үҙен ты...

15.02.2017

Кеше ни өсөн төш күрә, беләһегеҙме? Кеше көнө буйы арый, хатта эске ағзалары ла талсыға, шуның өсөн йоҡларға тейеш. Ул иң тәүҙә тәрән йоҡоға тала, был ваҡытта төш күрмәйһең, мейе һәм кәүҙә ял итә. Шунан һаҡ йоҡо менән алмашына, был ваҡытта инде кеше әйләнә-тулғана, хатта ауыҙ эсенән генә мөңгөрләп һөйләнергә мөмкин. Был ваҡытта ул төш күргән була. Унда көнө буйына кисергән хистәре, күргән ваҡиғалары, ишеткән хәбәрҙәре сағылыш таба.

Төшт...

14.02.2017

Ҡыҙылтүштәр ҡатнаш урмандарҙа йәшәй. Кеше күҙенә күренеп бармайҙар. Ағас бөрөләре, үлән орлоҡтары, еләктәр ашап йәшәй улар. Ҡышты үҙебеҙҙә уҙғаралар. Урманда аҙыҡ бөтһә, ҡыҙылтүштәр кеше торлағы янына осоп килә. Парктарҙа, баҡсаларҙа үҫкән балан, миләш емештәре менән туйына. Шуға ла беҙ уларҙы ҡышын ғына күрәбеҙ.

10.02.2017

Түгел ул ағас таяҡ, 

Түгел ул етеҙ аяҡ.

Исеме - ҡашығаяҡ.

Сәнске, бысаҡ, ҡалаҡтар,

Тәрилкә һәм сынаяҡ -

Бөтәһе лә ҡашығаяҡ.

Сүмес, батмус, фужерҙар,

Оло, бәләкәй таба -

Бөтәһе лә ҡашығаяҡ.

Ҡашығаяҡ эсендә кәстрүл бар,

Таба ла.

Ҡашығаяҡ эсендә 

Йә, әйтегеҙ тиҙерәк,

Кем нимә таба ала? - тип яҙған Айгөл Шәйәхмәтова апай. Бөгөн, бәләкәс дуҫтарым, һауыт-һаба...

09.02.2017

Мышы - иң ҙур болан. Бейеклеге 2 метрҙан ашыу. Ата мышы башында көрәктәй тарбаҡлы мөгөҙҙәр йөрөтә. Уларҙы һәр яҙ һайын һалып ташлай ҙа яңыһын үҫтереп ала. Мышы һөтө бик файҙалы икән, бәләкәс дуҫтарым. Беҙҙең илдә Кострома өлкәһендә берҙән-бер мышы фермаһы бар. Ул санаторий эргәһендә урынлашҡан, кешеләр шунда мышы һөтө менән дауаланырға килә. Мышы һөтөндәге бөтә матдәләр ҙә кеше организмы тарафынан үҙләштерелә. Ул аллергия менән яфаланғанда, ҡа...

08.02.2017

Ганс Христиан Андерсен ижад иткән әкиәттәрҙе ер йөҙөндәге бөтә кеше лә белә. Мәҫәлән, Кай һәм Герда хаҡында, аҡҡошҡа әйләнгән йәмһеҙ өйрәк бәпкәһе тураһында, борсаҡ өҫтөндәге принцесса, ҡырағай аҡҡоштар, көтөүсе булып кейенгән батша егете хаҡында, ерҙән атлап йөрөргә хыялланған һыу ҡыҙы тураһындағы йәнһүрәттәрҙе күргәнегеҙ барҙыр. Ана шул әкиәттәрҙе Андерсен ижад иткән. Ул Дания тигән илдә тыуған. Атаһы – башмаҡсы, ә әсәһе кер йыуыусы булған....

07.02.2017

Бәләкәстәр, хат яҙыу өсөн дә оҫталыҡ кәрәк. Иң беренсе  Һаумыһығыҙ, тип  һаулыҡ һорашырға кәрәк. Дуҫтарыңа, тиҫтерҙәреңә сәләм, тиһәң дә була. Мәҫәлән, беҙ хатты өләсәй менән олатайға яҙайыҡ. Һаумыһығыҙ, олатай, өләсәй! Хаттың башында кемдән икәнен яҙырға: Күп сәләмдәр ебәреп һеҙгә ейәнең менән ейәнсәрең хат яҙа. Шунан хәбәреңде яҙаһың: Беҙ бик яҡшы йәшәп ятабыҙ. Балал...

06.02.2017

3 йәшлек Гүзәл Мостафинаны  “Бәйләнештә” сайтында күптәр бәләкәй ашнаҡсы тип белә. Гүзәл печенье бешерергә өйрәткән видеояҙма бик күп лайыҡтар һәм комментарийҙар йыйҙы. Бөгөн ул “Иләү” тапшырыуында ҡунаҡта. Тағы нимәләр бешерергә өйрәтер икән уңғанбикә ҡыҙыҡай?

03.02.2017

Теш ныҡ булһын өсөн алма, сухари кимерергә кәрәк, ти теш табиптары. Ҡайһы балалар ҡаты икмәкте яратмай. Малайҙар, ҡыҙҙар, икмәктең бәләкәй генә ярсығы ла һинән оло, тиҙәр өлкәндәр. Шуға күрә икмәкте ултырып, валсығын иҙәнгә ҡоймай ғына ашарға кәрәк. Икмәкте мейестән алғас, өҫтөн йомшаҡ сепрәк менән ябып торорға кәрәк. Быуы сығып торған эҫе икмәкте ашарға ярамай, сөнки ашҡаҙанға ауыр була, ауыҙығыҙ, тамағығыҙ бешер. Ә беләһегеҙме, бәләкәс дуҫта...

02.02.2017

Нимә ул өлөш? Ышаныуҙар буйынса, донъя бер бөтөн. Шул бөтөндән һәр кемгә өлөш тейә. Кемгәлер яҡшыраҡ өлөш төшә, уны өлөшлө кеше тейҙәр. Өлөшлө кешенең эше һәр ваҡыт уң була, ул һөймәләкле, бәхетле була.

Өләсәйҙәр гел генә:”Аша, өлөшөңдө ҡалдырма”, - ти.

Эйе, өлөшөңдө ҡалдырырға ярамай шул, сөнки өлөш кешенең тормошон, яҙмышын билдәләй тип һанала. Өлөш менән бәйле ышаныуҙар, ырымдар, йолалар күп халҡыбыҙҙа. Мәҫәлән, элек байрамдар...

01.02.2017

Тире өҫтөндә төктәр һәм нәҙек кенә ваҡ тишектәр – күҙгәнәстәр була. Ошо тишектәр аша май һәм тир бүленеп сыға.Ниңә кәрәк инде улар? Улар бик мөһим нәмәләр. Май, тирене йоҡа ғына ҡатлам менән ҡаплап, уны йомшарта һәм һығылмалы яһай. Тир – тире өҫтөнән быуға әйләнеп, кешенең тәнен һыуыта. Шулай итеп кеше эҫене еңелерәк кисерә. Бынан тыш, тир менән бергә организмдан ҡайһы бер зарарлы матдәләр бүленеп сыға.

Ләкин тән гигиенаһын мотлаҡ үтәрг...

31.01.2017

Ҡар бөртөктәре һауала һыу быуынан барлыҡҡа килә. Бик юғарыла ныҡ һыуыҡ  һәм һыу туңа. Иң тәүҙә саң бөртөгөнә ваҡ ҡына боҙ киҫәктәре йәбешә. Быны аңлау өсөн әйҙәгеҙ күҙгә күренмәгән бөртөксәләр донъяһына күҙ һалайыҡ.

Һыу, башҡа матдәләр кеүек үк, молекуларларҙан тора. Һыу молекулаһы бер һауа атомынан һәм ике водород атомынан тора. Химия фәнендә, был фәнде,дуҫтарым, мәктәптә өйрәнерһегеҙ әле, һыу молекулаһы Н2О тип яҙыла.

Шулай ите...

30.01.2017

Кейемдәреңде элмәһәң, улар үпкәләй икән.

Әйҙә,  Камила исемле ҡыҙҙың кейемдәрен тыңлап ҡарайыҡ әле.

Курткаһы: "И-и-и… Камила мине элеп тормай, йә ултырғысҡа, йә диванға ырғытып китә", - ти.

Ә бына итектәре былай тип зарлана: "Беҙҙе бер ҡасан да йыуып, киптереп тормай. Ҡайҙа сисһә, шунда ҡалдыра ла китә. Кәштәгә ҡуйырға ла онота."

Башлығы нимә ти икән? "Мине сисеп ала ла малайҙарға һуға…"

Иң нығы бейәләйҙәрен ...

27.01.2017

Һыу нисә градуста туңып, боҙға әйләнә? Был һорауға яуапты, бәлкәс дуҫтарым, бөгөнгө тапшырыуҙы тыңлағас белерһегеҙ.

26.01.2017

Һеҙҙе бөгөн ваҡытҡа сәйәхәткә саҡырабыҙ. Хәҙерге механик, электрон һәм башҡа сәғәттәрҙе уйлап тапҡанға тиклем, кешелек сәғәттәрҙең төрлө- төрлөһөн эшләп ҡараған. Ә ниндәй булған улар? Улар хаҡында тапшырыуҙы тыңлағас белерһегеҙ, дуҫтар.

25.01.2017

Башҡортостанда "Ҡорғаҙаҡ", "Нурлыһыу", "Красноусольск" тигән дауалау һыуҙары сығарыла. Уларҙы тәбиғи сығанаҡтарҙан тултыралар. Башҡорттар борон-борондан шифалы эсемлектәр менән дан тотҡан. Шуларҙың иң күренеклеһе - ҡымыҙ. Уның дауалау мөғжизәһе тирә-яҡтарға ныҡ таралған, хатта алыҫ-алыҫ төбәктәрҙән дауаланырға килгәндәр. Ҡымыҙ бигерәк тә үпкәһе сирләгән кешегә файҙалы. Элекке заманда буҙа тип аталған дауалау эсемлеге лә киң ҡулланылған. Буҙаны...

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

кис 1..3°C
төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.