Беҙҙең проекттар

13.01.2017

Сноуборд - инглиз һүҙе, ҡар таҡтаһы тип тәржемә ителә. Сноуборд таҡтаһына баҫып шәп тиҙлектә тауҙан шыуыу ҡышҡы спорт ярыштары араһында киң таралған. Тәүҙәрәк ул йәштәр, үҫмерҙәр шөғөлө була. 1972 йылда, тиҙлек яратыусылар артҡанға күрә, сноубордты күберәк етештерә башлайҙар. Ә 1979 йылда был спорт төрө буйынса тәүге тапҡыр ярыш уҙғарыла. 1998 йылдан сноубординг Наганолағы ҡышҡы олимпия уйындарына индерелә. Бөгөнгө геройыбыҙ олимпия уйындарынд...

13.01.2017

Йыл аҙағында яңы үрҙәргә хыял ҡорорға саҡыра, егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы Яңы йыл менән ҡотлай "Кластан тыш" тапшырыуы.(2016 йылдың 30 декабре сығарылышы.)

23.12.2016

Йыр тормошҡа мөнәсәбәтте көйләй. Әгәр дөрөҫ итеп йырлаһаң, тауыш аппараты эшмәкәрлеге яҡшыра, тауыш ярылары нығына һәм тауыш тембры матурая. Йырлау ишетеү һәләтенә лә ыңғай тәъҫир итә икән. Бер һүҙ менән әйткәндә, йырлап йәшәргә кәрәк. Тапшырыуҙың бөгөнгө геройы Айгүзәл Исхакова ла тап шул фекерҙә. Тыңлайыҡ уны.

16.12.2016

Бөгөн беҙгә думбыра уйнау серҙәре хаҡында Гөлгөнә Баһаутдинова һөйләй.

02.12.2016

Ритмика - ул ритм системаһын өйрәнеү. Телмәр, музыка һәм физик күнегеүҙәр тупланмаһы тип тә әйтелә. Балаларҙы ритмика менән 2 йәштән алып таныштыра башларға мөмкин. Бөгөн беҙ ритмика түңәрәгендә шөғөлләнеүсе Ләйлә Юлғотлина тыңлайбыҙ.

18.11.2016

Баян ул төймә телле пневматик музыка ҡоралы. Уң яҡ клавиатураһында хроматик тауыш теҙмәһе булһа, ә һул яҡтан бас рәте урынлашҡан. Был музыка ҡоралына исемде боронғо рус Баян тигән йырыусыға арнап биргәндәр. Беҙ бөгөн ҡурайҙа һәм баянда уйнарға өйрәнеүсе Илеш районы егете Айбулат Ғиләжетдиновты тыңлайбыҙ.

11.11.2016

Зәңгәр күктә эҙ ҡалдырып осоп барған самолеттарға ҡарап барығыҙҙың да һоҡланып торғаны барҙыр. Ҡоштарҙан бейегерәк осҡан самолетты ауыҙлыҡлау барһының да ҡулынан килмәй, маҡсаттарына ынтылған, эшһөйәр холоҡлолар ҡына был хәтәр эште атҡара ала. Ағалы-ҡустылы Баязит һәм Сыңғыҙ Кәримовтар ана шундай тырыш егеттәр. Уларҙың өйөнә аяҡ баҫҡан кеше аптырап ҡалыр:сөнки буласаҡ осоусы дуҫтарымдың бүлмәһендә епкә эленгән бик күп самолеттар осоп йөрөй. Ул...

21.10.2016

Бөгөнгө тапшырыуҙың ҡунағы Лилиә Әҙеһәмова.Өлгөр ҡыҙ мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй. Алина һәм Роберт Хәмиҙуллиндар етәкләгән бейеү түңәрәгенә йөрөй. Ғаиләлә улар өс ҡыҙ. Өсөһө лә бейергә ярата һәм ҡыҙҙар үҙ-ара килешеп, бөгөнгө интервьюны Лилиә бирәсәк тип килеште. Тыңлайыҡ.

16.09.2016

Оригами - япон һүҙе, "бөкләнгән ҡағыҙ" тип тәржемә ителә.Оригами техникаһын ҡулланып ҡағыҙ һындар эшләү хатта ысын сәнғәт төрөнә әйләнгән. Тәүҙә Ҡытайҙа башланғыс ала.Ул матурлыҡ өсөн генә ижад ителмәй - кешенең аң кимәлен үҫтерә. Әгәр баланың аң кимәле тотҡарлана икән, тап ошо ябай шөғөл менән ауырыуҙы еңеп була икән.Бөгөнгө геройыбыҙ ҙа шул фекерҙә. Дилара Таһирова Өфө ҡалаһының М.Кәрим исемендәге 158-се лицейында белем ала. Уны барыһы ла ор...

09.09.2016

Ҡурай - тынлы музыка ҡоралы. Ғәҙәттә, үләнде ҡырҡып алып, тишектәр уйып эшләйҙәр.Төрҙәренә килгәндә улар бик күп:көпшә, ағас, еҙ, көмөш, алюминий һәм башҡалар. Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы егете Азат Хоҙайғолов Фәйзрахман олатаһына оҡшап, ҡурайҙа оҫта уйнай, буш ваҡытында рәсем төшөрә, шиғырҙар яҙа. Бөгөн беҙ уның ҡурай түңәрәгенә йөрөүе хаҡында һөйләшәбеҙ.

03.06.2016

Флейта һүҙе “өрөү” тип тәржемә ителә. Уны никель, көмөш, алтын, платина кеүек металдарҙан, шулай уҡ пластиктан, быяланан, һирәк осраҡта ағастан, хатта шоколадтан эшләйҙәр. Тәүге флейта хаҡында яҙыуҙар был ҡоралда б.э. тиклем IX быуатта  Ҡытайҙа уйнайҙар, тип һөйләй. Арҡыры тотоп уйнай торған флейталарҙы 1832 йылда эшләй башлағандар. Шулай уҡ блок-флейталар киң билдәлеләрҙән һанала. Таныштырасаҡ геройым Арыҫлан Шәйәхмәтовтың да яратҡан уйын ҡор...

27.05.2016

Гитара ҡыллы сиртмә музыка ҡоралы. Тарихта уның хаҡында б.э. тиклем 3 мең йыл элек билдәле була. Блюз, кантри, фламенко, рок стилендә уйнаусы музыканттарҙың яратҡан музыка ҡоралы ул. Боронғо Мысыр, Һиндостан, Греция һәм Римдә табылған яҙмаларҙа ла гитараға оҡшаш музыка ҡоралдары һүрәтләнгән. Бөгөнгө тапшырыуҙың геройы телевидение тапшырыуҙары аша яҡшы таныш: “Тамыр” каналының алып барыусыһы, Башҡорттар.ru КВН командаһы уйынсыһы Иҙел менән һөйл...

13.05.2016

VI быуатта боронғо Һинд уйыны чатуранга бик популяр була. Чатуранга һүҙе дүрт ғәскәр уйыны тип тәржемә ителә. VII быуатта был уйынды Персияла ла уйнай башлайҙар һәм уны сатраш тип йөрөтәләр. Уйынсылар фигуралар менән йөрөгән саҡта шах, йәғни русса әйткәндә, король тип әйтер булғандар. Һәм был фигураға һөжүм иткәндә уйынсының шах мат, тигән һүҙе батша үлде тигәнде аңлатҡан. Был уйын хәҙерге заманда ла шулай атала. Бөгөнгө геройыбыҙ Урал Искәндә...

15.04.2016

Ритмика - ритм характерын өйрәнеүсе система. Телмәр, музыка һәм физик күнегеүҙәр тупланмаһы тип әйтергә лә мөмкин. Балаларға ритмика менән 2 йәштән башлап танышырға була.

Ләйлә Юлғотлина Өфө районы Шамонино урта мәктәбе уҡыусыһы. Шөғөлдәре бик күп. Ә иң яратҡан түңәрәге ритмика. Ритмика түңәрәгенә йөрөһәгеҙ - иң һомғол буласаҡһығыҙ. "Кластан тыш"тың геройы шул фекерҙә. Тыңлайыҡ уны.

01.04.2016

“Кластан тыш” тапшырыуына интервью бирергә һәм “Тамыр” каналын үҙ күҙҙәре менән күрергә, тип килеп еткән Ырымбур ҡыҙы Ләйсән Ҡасҡынованы тыңларға саҡырабыҙ. Тырыш ҡыҙ самбо түңәрәгендә шөғөлләнә, еңеүҙәре лә байтаҡ, хатта миҙалдары бар. Ләйсән менән әңгәмәлә уны Өфөгә алып килгән олатаһы ла ҡатнаша.

24.03.2016

Балалар театр студияһына йөрөүсе Гөлнур Йәмәлетдинова менән танышабыҙ.Был түңәрәккә йөрөп ниндәй оҫталыҡҡа өйрәнеп була икән?Геройыбыҙҙың әсәһе Зөлфиә Әмир ҡыҙы ни өсөн балаһын был студияға йөрөтөргә булған?Айына күпме аҡса түләйҙәр?Ыңғай һәм кире яҡтары ниҙә?Бар һорауҙарға яуапты беҙҙең тапшырыуҙа ишетерһегеҙ! 

18.03.2016

 Биология - грек һүҙе, тормошто өйрәнеү тигәнде аңлата. Был фәндәр системаһы тере йәндәрҙе һәм уларҙың тирә-яҡ мөхит менән бәйләнешен өйрәнә. Ә биология түңәрәгендә уҡыусылар был фәнде тәрәнерәк өйрәнә ала, һәр теманы тәжрибәләр ярҙамында нығыта, тәбиғәткә сығып күҙәтеүҙәр уҙғара.Йәш натуралистар хайуандар тормошо менән ҡыҙыҡһына, уларҙы тәрбиәләргә өйрәнә.Аңлауығыҙса, бөгөн таныштырасаҡ геройым ошо юҫыҡта шөғөлләнә. Әҙилә Юлдашбаева баш ҡалан...

11.03.2016

Арыҫлан Шәйәхмәтов флейта түңәрәгендә шөғөлләнә.Өлгөр егет был музыка ҡоралында нисек уйнарға өйрәнеүе, ыңғай һәм кире яҡтары хаҡында бәйән итә.Флейта серҙәре менән бүлешеүен тыңлағыҙ,моңға сорналып йәшәгеҙ!

20.02.2016

Ҡурай - тынлы музыка ҡоралы. Ғәҙәттә уны үләндән ҡырҡып алып, тишектәр уйып эшләйҙәр. Төрҙәренә килгәндә улар бик күп: көпшә, ағас, еҙ, көмөш, алюмин, һыбыҙғы, сор һәм башҡа төрлөләре була. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта ҡурайсы егет  Айтуған Хоҙайғолов.

05.02.2016

 Тегеү  түңәрәгенә йөрөп нимәләр тегергә өйрәнеп була икән? Был һорауға яуапты Йәнгүзәл Әминева исемле оҫтабикә яуап бирер. Беренсе класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, түңәрәккә йөрөп  әллә күпме әйбер тегергә лә өлгөргән.Тырыш ҡыҙ менән танышҡығыҙ килһә,19 сәғәт 15 минутта радиоалғысығыҙҙы ҡабыҙырға онотмағыҙ!

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә -17..-19°C
иртән -16..-18°C
көндөҙ -13..-15°C
кис -16..-18°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.