Беҙҙең проекттар

29.12.2016

Баланың баш ваҡытын дөрөҫ бүлеү, кәрәкле йүнәлешкә ебәреү, уның һәләттәрен асырға ярҙам итеү - ата-әсәләрҙең бурысы. Беҙ бөгөн М.Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры янындағы Балалар мюзиклы студияһы хаҡында һөйләшәбеҙ. Студияның етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлшат Ғайсина. Шулай уҡ студияла шөғөлләнеүсе Әмирә Вәхитова, Нәркәс Жамалова, Рәлиф Нуриев.

22.12.2016

Яңы йыл алдынан һәр кемде байрам кәйефе сорнай.Берәүҙәр яҡындарына бүләктәр әҙерләү мәшәҡәтенә күмелә, икенселәр  дуҫтары менән байрам концерттарына йөрөргә.Тап ошо мәлдә күп үҫмерҙәрҙе үҙҙәренең төҫ-ҡиәфәте, байрамға нисек кейенеүе борсой. Студия ҡунағы Гүзәл Ирек ҡыҙы Ямалова менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

19.12.2016

Кеше ғүмерен тәрбиәле балалары, изге эштәре, уның хаҡындағы яҡты иҫтәлектәр дауам итә тиҙәр. Беҙ һәр көн зәңгәр экрандарҙан ҡараған, радиотулҡындарҙан тыңлаған, сәхнәлә күреп шатланған йондоҙҙарҙың ғаилә ҡарарға, балалар үҫтерергә ваҡыты, иң мөһиме теләге бармы икән? Ошо хаҡта һөйләшергә беҙ "Ашҡаҙар" радиоһы журналисы Фәнүзә Баһаутдинованы, ғаилә башлығы, күп билдәле йырҙарға яҙылған һүҙҙәр авторы Мирсәйет Ҡылысовты һәм уларҙың ҡыҙҙары Гөлйем...

01.12.2016

Бөгөн беҙҙең студия ҡунағы БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы студенты Айзилә Мөлөкова. Айзилә күптән түгел Новосибирск ҡалаһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй студент отрядтары слетында ҡатнашып ҡайтҡан. Һүҙебеҙ ошо слет һәм студенттар яратып ҡатнашҡан башҡа бик күп саралар тураһында.(30 ноябрь эфирынан яҙма)

24.11.2016

"Күпер" тапшырыуының бөгөнгө ҡунаҡтары "Сулпылар-2016" телевизион йыр бәйгеһен әҙерләүселәр мөхәррир Ләйсән Усманова, режиссер Альбина Йосопова һәм музыкаль мөхәррир Айбулат Кәримов.

16.11.2016

Бөгөн беҙҙең студия ҡунаҡтары М.Кәрим ис. Милли йәштәр театры актеры Салауат Юлдашбаев һәм уның ҡатыны “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле йырсыһы Сәлимә Юлдашбаева. Улар өс бала тәрбиәләй һәм әңгәмәбеҙ ҙә шул юҫыҡта барасаҡ.

10.11.2016

Бар үҫмерҙәрҙе лә берҙәй борсоған һорауҙарға бөгөн бергәләп яуап эҙләргә саҡырам. Мәктәп уҡыусыһын уҡыуҙан тыш,үҙенең төҫ-башы,тиҫтерҙәренең мөнәсәбәте лә борсой. Үҙеңде ышаныслыраҡ тойор өсөн төҫ-баш менән ҡәнәғәт булыу ҙа кәрәк. Юғиһә, бала үҙ-үҙенә бикләнә, төрлө комплекстары барлыҡҡа килә. Был хаҡта беҙ ,,Күпер,, тапшырыуында тәүге тапҡыр һөйләшмәйбеҙ. Бөгөн һеҙҙе, дуҫтар, косметолог Гүзәл Ирек ҡыҙы Ямалова менән әңгәмә тыңларға саҡырабыҙ....

03.11.2016

Мәктәптә уҡыу –ул бала саҡтың иң сағыу мәле.Уҡыу йортонда  ҡуйылған билдәләр, уҡытыу ысулдарының төрлөлөгө менән бер рәттән уҡыусыларҙың  хәүефһеҙлеге лә мөһим урында. Бөгөн каникулдар барған мәлдә һөйләшәсәк темабыҙ  шул хаҡта. Студия ҡунағы - Ф.Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Руззана Фәнил ҡыҙы Нурыева.(2 ноябрь эфирынан яҙма)

27.10.2016

Баланың буш ваҡытын дөрөҫ бүлеү,кәрәкле йүнәлешкә ебәреү,уның һәләттәрен асырға ярҙам итеү - былар барыһы ла ата-әсәләрҙең бурысы. ,,Тамыр,,каналы төрлө йәштәге уҡыусыларҙың йәшәйеше менән ҡыҙыҡһына,тапшырыуҙарында яҡтырта бара.Бөгөн дә беҙ  балаларға ҡағылышлы тема хаҡында әңгәмәләшмәксебеҙ.Бер ай элек “Тамыр”ҙың ижади оҫтаханаһы үҙ ишектәрен асты, 5 йәштән 15 йәшкәсә рәсем төшөрөргә яратҡан баларҙы үҙ янына йыйҙы ул.Ҡәләм,ҡылҡәләм менән төшө...

20.10.2016

Уҡытыусылыр, тәрбиәселәр, табиптар һәм, әлбиттә, ата-әсәләр балаларҙың һаулығы ныҡ, бала саҡтары хәүефһеҙ һәм бәхетле  үтһен өсөн барыһын да эшләй. Бөгөн беҙҙең студияла юғары категориялы балалар табибы Римма Шаһыбал ҡыҙы Ғәзиева беҙҙе борсоған һорауҙарға яуап бирә.(19 октябрҙән яҙма)

07.10.2016

Дуҫтар, аңлап тороуығыҙса тапшырыуыбыҙ уҡытыусы һөнәренә, бөгөн билдәләнеүсе Халыҡ-ара Уҡытыусылар көнөнә арнала. Һәм беҙҙең студияның ҡунағы – Башҡортостаныбыҙҙың яңы граждандарын тәрбиәләүсе, үҫеп килеүсе быуынға аң-белем биреүсе меңәрләгән уҡытыусыларыбыҙҙың береһе – Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡотостандың мәғариф отличнигы  Рәүфә Мө...

29.09.2016

Студент төҙөлөш отрядтары! Был һүҙҙәрҙе ишетеү менән махсус кейем кейгән, үҙ ваҡытында Байкал-Амур магистрален, КАМАЗ төҙөлөштәрен, сиҙәм ерҙәрен күтәрешеүҙә ҡатнашҡан дәртле йәштәр – студенттар, студент төҙөлөш отрядтары күҙ алдына баҫа. Һәм күптәр студент йылдарын нәҡ студент төҙөлөш отрядтарында эшләгән күңелле мәл булараҡ та хәтерләй.

Ә бөгөнгө студенттар бындай бәхеткә эйә микән? Әллә студент төҙөлөш отрядтары тураһында улар китапт...

22.09.2016

Теләккә тырышлыҡ, тырышлыҡҡа маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ өҫтәһәң, барса хыялдар ҙа тормошҡа аша, яуланмаҫтай күренгән бейеклектәр яулана. Беҙ һеҙҙе үҙ хыялдарын үҙҙәре ысынбарлыҡ итеүсе йәштәр менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн беҙҙә сит илдә уҡып, йәшәп ҡайтыусы Башҡорт дәүләт университеты роман-герман филологияһы студенттары Ғәлиә Насретдинова, Зөһрә Аҡъюлова һәм Рифҡәт Ғәбитов. (21 сентябрь эфиры)

19.09.2016

Беҙҙең балаларҙы мәктәп ашханаһында нисек ашаталар? Ундағы ризыҡ тәмлеме? Порциялар туйырлыҡмы, әллә балаларыбыҙ көнө буйы асығып йөрөйме? Аҡһым, май, углеводтар етерлек кимәлдәме? Бөгөнгө "Күпер" тапшырыуы ошо һорауҙарға яуап эҙләй. Студия ҡунағы ашнаҡсы Рәзилә Аманбаева менән әңгәмә мәктәп ашханаһы хаҡында барасаҡ. (14 сентябрь эфиры)

09.09.2016

Бөгөн студия ҡунаҡтары кемдәр икән тип баш ватаһығыҙмы? Әлбиттә, йәштәр! Беҙ һеҙҙе дәртле, уңған, тырыш, һәләтле йәштәребеҙ менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Сентябрь башында Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһында үткән "Өфө-форум" йәштәр мәғәриф форумын тап шундай шәп йәштәр ойошторҙо ла инде. Һәм бөгөн беҙҙең студияла ошо матур, ҙур әһәмиәткә эйә сараны ойоштороусы, унда ҡатнашыусы йәштәр үҙҙәре.Улар Минзәлә Асҡарова, Рузилә Йәмилева һәм Денис...

01.09.2016

Бөтәбеҙ ҙә көтөп алған йәмле йәйҙең шаулап-гөрләп үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.

Әммә беребеҙ ҙә моңайып ултырмайбыҙ, шулай бит, дуҫтар? Сөнки беҙ шулай уҡ көтөп алған ваҡыт – уҡыу йылы башланырға тора.Меңәрләгән уҡыусылар матур-матур гөлләмәләр тотоп  уларҙы һағынып көтөп торған тыуған мәктәптәренә ағыласаҡ. Быйыл Башҡортостанда йәшәүсе 12 мең бала мәктәп ишеген тәү тапҡыр асып инәсәк.  Ошо 12 мең уҡыусы араһында беҙҙең студияның бөгө...

25.08.2016

Шаулап торған каникулдар тамамланыуға бара. Мәктәп уҡыусылары,ата-әсәләр яңы уҡыу йылына әҙерме? Ошо хаҡта бергәләп һөйләшергә саҡырам. Ә студия ҡунаҡтарына килгәндә инде,ошо шиғыр юлдары иҫкә төшә...

-Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.

Тәү тапҡыр мәктәп ишеген

Үрелеп асҡан көнөм.

Тап ошо шиғырҙы ятлап ете йәшлек Наҙгөл Кәлиева быйыл беренсе тапҡыр беренсе класҡа юллана. Наҙгөл студияға әсәһе Айгөл А...

13.07.2016

Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ зәңгәр экрандарҙан ҡараған, радионан тыңлаған, сәхнәләрҙән күреп шатланған йондоҙ - Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы егете, актер, диктор, "Тамыр"ҙың Тыр-тыры, Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәзиз улы Ғәлиев.

07.07.2016

"Урал батыр" эпосын йәш башҡарыусыларҙың республика бәйгеһе тураһында Башҡортостанда ишетмәгән кеше һирәктер. Быйыл ул тағы ла Бөрйән ерендә 18-се тапҡыр үткәрелде. Бәйгелә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, хатта күрше өлкәләрҙән дә халыҡ ижадына мөккиббән киткән, халҡыбыҙ тарихына битараф булмаған ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнаша. Бөгөн беҙҙең студияла "Урал батыр" эпосын йәш башҡарыусыларҙың республика бәйгеһендә ҡатнашыусылар Дәүләкән башҡорт г...

01.07.2016

Һәр быуын үҙенән аҡыллыраҡ, зиһенлерәк, тәрбиәлерәк алмаш ҡалдыра алһа ғына, кешелек донъяһында үҫеш була. Кеше ғүмерен тәрбиәле балалары, изге эше, уның хаҡындағы яҡты иҫтәлектәр дауам итә, тиҙәр. Ә беҙ һәр көн зәңгәр экрандарҙан ҡараған, радио тулҡындарынан тыңлаған, сәхнәләрҙән күреп шатланған йондоҙҙарҙың ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә, үҙҙәренән һуң тәрбиәле алмаш ҡалдырырға ваҡыты, иң мөһиме теләге бармы икән?

Ошо турала серләше...

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә -17..-19°C
иртән -16..-18°C
көндөҙ -13..-15°C
кис -16..-18°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.