Беҙҙең проекттар

18.01.2017

Самауырлы табын ҡунағы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирүзә Париж. "Юлдаш" радиоһын тыңлаусыларға ул береһенән-береһе матурыраҡ, дәртлерәк, моңлораҡ йырҙары аша яҡшы таныш. Тапшырыуҙа ҡунағыбыҙ театр эшенән ситләшеп үҙен тулыһынса йыр сәнғәтенә бағышлауы тураһында хәбәр итте. Бар юлдаштарыбыҙ исеменән Фирүзәгә уңыштар, ижади табыштар теләйбеҙ!

17.01.2017

Һыу саңғыһы, емеш-еләк туңдырмаһы, Алясҡа байрағы һәм Брайль шрифтын балалар уйлап сығарыуы күптәргә мәғлүм. Балаларҙың асыштары, һис шикһеҙ тормошобоҙҙо сағыу һәм ҡыҙыҡлы итеп кенә ҡалмай, байтаҡ уңайлыҡтар ҙа алып килә. 17 ғинуарҙа билдәләнгән байрам тап йәш һәләттәрҙе дәртләндереү йәһәтәненән барлыҡҡа килгән дә инде. Һәр бер атай-әсәй өсөн  үҙенең балаһы иң һәләтлеһе, матуры, аҡыллыһы, әлбиттә. Самауыр янына йыйылыусылар ҙа шулай ти.

11.01.2017

"Самауыр янына" ҡунаҡҡа күренекле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт  хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар берлеге ағзаһы Гөлдәриә Йосопова килде. Үткер ҡәләмле журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрен бөгөн нимәләр борсой, нимәләр һөйөндөрә? Әңгәмә Рәсәй матбуғаты көнө һәм алтын юбилей уңайынан ойошторолдо.

10.01.2017

Радиоһөйләшеү тыңлаусыбыҙҙың хаты буйынса ойошторолдо. 52 йәшлек ханым бик күп йылдар бәхетле һәм аңлашып йәшәгәндән һуң мөнәсәбәттер ҡатмарлашыуына зарлана, тәү сиратта үҙен ғәйепләй. Был радиоһөйләшеүҙә ҡылығын, булмышын аңлай алмаған ҡатынға кәңәштәр яңғырай.

09.01.2017

Элекке замандарҙа, әллә көрттәрҙе тракторҙар эттермәгән, ә халыҡ  "ҡар үҙе ирер әле", тигән ҡараш менән йәшәгәндә "Ғинуарҙа ҡарҙың мул яуыуы - уңышҡа!" тип юраған. Хәҙерге заман кешеләре бары тик юлдар таҙартылмай тип кенә зарлана. Шулай итеп, 2017 йылдың тәүге аҙнаһы - Яңы йыл каникулдарында Башҡортостан ҡар-бурандар ҡамауында ҡалды. Өфөлә коммуналь хужалыҡтар ни өсөн ҡаланы ҡарҙан таҙартып өлгөрә алманы. Республикабыҙ райондарында хәлдәр нис...

30.12.2016

Байрам сығарылышы сәләмдәрҙән һәм Яңы йыл ҡотлауҙарынан төҙөлгән.

28.12.2016

2016 йыл төрлө ваҡиғаларға бай булды. Тыңлаусыларыбыҙ үҙҙәре өсөн иң яҡшы һәм уңышлылы ваҡиғаларҙы барлай.

27.12.2016

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерова менән республиканың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев беҙҙең һәм тыңлаусыларыбыҙҙың һорауҙарына ҙур ихласлыҡ менән яуап бирҙе.

26.12.2016

Фейерверк, бенгал уттары, майшәмдәр, ҡупшы шыршы...Яңы йыл байрамының айырылығыҙ бер өлөшө булған был биҙәүестәр шатлыҡ–ҡыуаныс урынына ҡайһы берҙә бәлә лә алып килә. Күңелһеҙ хәлдәр, ғәҙәттә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән килеп сыға. Күмәк кеше ҡатнашлығындағы байрам саралары үткән урын йорттарҙың беренсе – икенсе ҡатында ғына урынлашырға тейеш. Унан сығыу юлдары ла икәү булыуын талап итә янғын хәүефһеҙлеге буйынса белгестәр. Ә һеҙ яңы йы...

23.12.2016

Спорт менән шөғәлләнгән кеше һәр саҡ һоҡланыу уята. Буш ваҡыттарын юҡ–барға сарыф итмәй, файҙалы эшкә - спортҡа бағышлаусыларҙан көс-ғәйрәт, сәләмәтлек, йәшәү дәрте, күтәренке кәйеф урғыла. Спорт менән дуҫ кеше, ғәҙәттә, һәр йәһәттән алдынғы була. "Самауыр янына" ҡунаҡҡа килеүселәр ҙә шундай фекерҙә. 

22.12.2016

Ғафури районы Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. Архангел, Белорет, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондары менән сиктәш. 1930 йылда Красноусол районы булараҡ ойошторолған, 1940 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге – Красноусол ҡасабаһы. Унан Өфөгә — 130, Стәрлетамаҡҡа — 60 км. Майҙаны — 3 мең кв. километрҙан ашыу. Районда йөҙгә яҡын ауыл бар. Шуларҙың иң ҙурҙары – Красноусол ҡасабаһы, Табын һәм Сәйетб...

21.12.2016

Һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй һәйкәлдәр бар? Беҙҙең ауыл–ҡала урамдарын ниндәйерәк скульптур композициялар биҙәй икән? Уларҙың һуңғы осорҙа ҡуйылғандары бармы? Тыңлаусыларыбыҙға ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек һәм үҙенсәлекле яуаптар алдыҡ.

20.12.2016

Бѳгѳнгѳ кѳндә йәштәр генә түгел, ә ололар араһында ла иң популяр йырсыларҙың береһе "Юлдаш" радиоһы тыңлаусыларының һорауҙарына яуап бирә.

12.12.2016

Йыһан ҡеүәтен өйрәнеүсе Родион Мортазин һуңғы йылдарҙа һәләкәттәрҙең күп булыуын Ер-Әсәнең таҙарыныуы тип аңлата. Алдағы йылдарҙа донъялағы социаль-иҡтисади тормош яҡшыра тип фаразлай. Беҙ яңы йәшәү кимәленә күсәсәкбеҙ тип белдерә.

08.12.2016

Балаҡатай районы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Свердловск, Силәбе өлкәләре, Ҡыйғы һәм Мәсетле райондары менән сиктәш. 1930 йылда Иҫке Балаҡатай районы булараҡ ойошторола ул. 1933 йылдан алып хәҙерге исемен йөрөтә. Майҙаны 3037 кв. км.  Административ үҙәге  - Яңы Балаҡатай ауылы. Беҙҙе бында Фм 103.2 Мгц йышлыҡтарында тыңлайҙар. 

07.12.2016

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдинованың моңло тауышын республикабыҙҙа танымаған кеше һирәктер.  Йырсы  40 йылдан артыҡ сәхнәлә эшләй, ижад итә, уның йөҙҙән артыҡ береһенән–береһе матурыраҡ, моңлораҡ йырҙары бар. Юлдаш радиоһын тыңлаусылар был йырҙарҙы  ифрат үҙ итә.  “Бер йырлап уҙам әле”, “Әсәйемдең мамыҡ шәле”, “Ялан сәскәләре”, “Бер-бер артлы йылдар уҙа” тигән йырҙар интернет киңлектәренлә лә киң таралған.  Үҙенсәлекле моңло та...

06.12.2016

Бәләкәсме ул, ҙурмы, ихлас күңелдән бирелгән бүләк йәнгә рәхәтлек бирә. Байрамдарҙа, тыуған көндә, хатта сәбәпһеҙ генә булһа ла, бүләк бирешеү – матур йола. Күберәк беҙ беребеҙгә сәскә гөлләмәһе, матур ҡаптарҙағы кәнфиттәр, һуңғы йылдарҙа теге йәки был магазиндан үҙеңә йәнең теләгәнде һайлап алыу мөмкинлеген биргән сертификаттар бирәбеҙ. Әлбиттә, бүләктең ҡиммәте, ҙурлығы мөһим түгел. Тәү сиратта уның ихлас күңелдән бирелеүе шарт. Бүләк биргән...

05.12.2016

Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһына быйыл 25 йыл. Һөйләшеүҙе ошо юбилейға бәйләп, филаромнияның тарихын байҡайбыҙ, уның бөгөнгөһө менән танышабыҙ. Әңгәмәселәребеҙ -Башҡортостандың атҡаҙанған артистары, йырсы Ғафуан Фәзуллин менән бейеүсе Лилиә Хәбибуллина. 

02.12.2016

Әңгәмә темаһы “Минең Өфөм” тип билдәләнгән. Өфөләге ниндәй урын һеҙҙең күңелгә айырыуса яҡын? Ҡалабыҙҙың ҡайһы урамы, урыны тормошоғоҙҙағы яҡты, матур ваҡиғалар менән бәйле? Өфөләге төрлө йорттарҙың, шул иҫәптән мәҙәниәт усаҡтарының, стадион, университет, универмаг һәм башҡаларҙың нисек төҙөлөүен күҙәтергә тура килдеме һеҙгә? Кем белә, был йорттарҙы бәлки тап һеҙ төҙөгәнһегеҙҙер... Ҡаланы биҙәгән һәйкәлдәрҙе нисек төҙөүҙәрен, әле беҙ күреп өйр...

01.12.2016

Яңауылды “Республикабыҙҙың төнъяҡ ҡапҡаһы” тигән Мостай Кәримдең һүҙҙәрендә хаҡлыҡ ҙур. Район Башҡортостанды Пермь крайы,Удмурт республикаһы менән бәйләй. Горький тимер юлының бер станция булған Яңауыл Рәсәйҙең Европа өлөшән дә, Уралдан, Себер, Алыҫ Көнсығыш тарафтарынан да ҡунаҡтар ҡабул итә. Район 1930 йылда барлыҡҡа килгән. Ул Яңауыл ҡалаһын һәм йөҙҙән ашыу ауылды берләштерә. Райондың майҙаны- 2094 кв. км. Халҡы - 45 меңдән ашыу. Яңауылда 3...

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә -17..-19°C
иртән -16..-18°C
көндөҙ -13..-15°C
кис -16..-18°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.