Беҙҙең проекттар

25.11.2016

Артист өсөн кем ул тамашасы? Илһам сығанағымы, табыш алыу мөмкинлегеме? Нимә ул аҡса, нимә ул һаулыҡ? Ошо һәм башҡа уңайлы һәм уңайһыҙ һорауҙарға Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов яуап бирә.

24.11.2016

Ул далалар иркенлеге,

ҡырҙарының киңлеге!...

Еренең киңлеге менән

Бер дәүләткә тиңлеге.

Ул күк әрем, юшан еҫе,

бал ташыған күстәре…

Убаларҙа аҡ ҡылғандар –

сал тарихтың сәстәре.

Тыуған яғы Хәйбулла тураһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралабаев шулай тип яҙа. Хәйбулла тигәндә беҙ тәү сиратта икһеҙ-сикһеҙ даланы күҙ алдына баҫтырабыҙ. Ҡылғанлы дала иленән ҡунаҡтарыбыҙ йәнтөйәктәре,...

23.11.2016

Элекке замандарҙа баш балалар иңенә ҙур яуаплылыҡ төшкән. Улар кескәй туғандарын тәрбиәләшеүҙә төп терәк булған. Бөгөнгө заманда баш балалар һәм төпсөктәр араһында айырма ҙурмы. Кемдәр тормошта уңышлыраҡ, ышаныслыраҡ, аҡыллыраҡ? Радиотыңлаусыларҙың ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән уртаҡлашығыҙ.  

22.11.2016

35 йәшлек радиотыңлаусыбыҙ саманан тыш оялсан булыуына зарлана. Һаман кейәүгә сыҡмаған. Оялсанлыҡ, аралаша белмәү, кеше һүҙенән ҡурҡып йәшәүҙән арыным. Мине ҡыйыулыҡҡа өйрәтегеҙ әле тип мөрәжәғәт итә. Оялсанлыҡты үҙгәртеп буламы? Бөгөнгө һөйләшеүҙә ошо һорауға тормошсан фекерҙәр яңғырай.

21.11.2016

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә.Ҡойроғон күреп ҡалһаң, бишәү булып та китә. Ә һеҙҙең күҙегеҙгә сәйер нәмәләр күренгәне бармы? Йорт, һарай, мунса эйәләре тураһында һөйләшеү үтә лә ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Хатта бер аҙ шөрләтте. Радиотыңлаусылар тарыған тарихтар уйҙырмаға тиңме, әллә ышанырлыҡ хәлме. 21-се быуатта был тема ни тиклем актуаль. Тапшырыуҙың тулы вариантын тыңлағыҙ һәм фекерҙәр менән уртаҡлашығыҙ.

18.11.2016

Илеш - Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы район. Ул Краснокама, Дүртөйлө, Саҡмағош һәм Баҡалы райондары, Татарстан республикаһы менән сиктәш. Майҙаны – 1974 квадрат километр. Административ үҙәге – Үргә Йәркәй ауылы. Илеш ерендә йәшәгән, тыуған яғының гүзәллеге менән ғорурланған, уның матур урындары, күренекле кешеләре тураһында һөйләргә, районын ни өсөн яратыуы хаҡында бәйән итергә теләгәндәр беҙҙең менән элемтәгә сыҡты. Иғтибарығыҙға уларҙ...

18.11.2016

Йәмәғәт ойошмалары беҙҙә күп. Бөгөн беҙ уларҙың ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергәндәре тураһында һөйләшәбеҙ. 

16.11.2016

Самауыр сәйен музыкант, аккомпониатор-концертмейстер, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев менән бергә эсәбеҙ.

15.11.2016

 

Сибай филармонияһының бай тарихы, үҙенә генә хас йөҙө бар. Урындағы фольклор, халыҡ ижады өлгөләрен йыйыусы һәм һаҡлаусы төп сәнғәт ойошмаһы булараҡ билдәле ул. Ижади коллектив йылдан-йыл үҙ тамашасыларына өр-яңы һәм оригиналь концерттар, театрлаштырылған тамашалар тәҡдим итә. Танылыу яулаған артистар һәм алып барыусылар ҡатнашлығындағы концерт программаларында халыҡ ижадына, классик әҫәрҙәргә һәм популярлашҡан башҡа төр сәнғәт өлгөлә...

14.11.2016

Һәр миҙгелдең үҙенә генә хас байрамдары бар. Көҙ аҙағы, ҡыш башы халыҡта ҡаҙ өмәләре менән әһәмиәтле. Бер быуаттан ашыу тарихлы милли йола күптән инде ауыл тормошоноң матур бер биҙәгенә әйләнгән. Ҡаҙ өмәһе борондан ҡалған милли йола, тап ошо мәлдә кешеләр бер -береһенә ярҙамға килә. Ярҙамсыларғыҙ быйыл күп булдымы? Һеҙҙең яҡтарҙа ҡаҙ өмәләре нисек үтә, төбәккә генә хас үҙенсәлектәре бармы? тип тыңлаусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

11.11.2016

Ғаиләләргә ҡот, ырыҫ өҫтәп донъяға яңы тыуған бәпестәрҙе тәбрикләйбеҙ. Сабыйҙар атайлы-әсәйле булып бәхетле, һау-сәләмәт һәм тәүфиҡлы үҫһен!

10.11.2016

Башҡортостан буйлап радиосәйәхәтебеҙҙе был юлы Ҡыйғы районында туҡтаттыҡ. Ҡыйғыла ниндәй яңылыҡтар бар? Тарихи үткәндәргә байҡау яһаған сығарылышҡа шылтыратыуҙар күп булды. Улар араһында Ҡыйғы районында тыуып үҫкән БАССР-ҙың халыҡ артисы Рәүис Заһитов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина һәм 70-се йылдарҙа ошо район менән етәкселек иткән Үзбәк Солтан улы Ямалиев та булды. Тыңлағыҙ, фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ.

09.11.2016

"Мин - кредит ҡоло". Бөгөнгө тапшырыу шулай тип атала.

Тиҙ займ бирә торған офистар, беренсе сиратта, әҙ килемле, әҙ белемле кешеләрҙе ҡармаҡҡа эләктереү урыны. Бурысҡа ингәс, уны теләйһеңме, юҡмы, мотлаҡ түләргә кәрәк. Фатирыңды, булған ғына мөлкәтеңде һатып булһа ла.  Ошо сәбәпле туғандар тәмһеҙләшә, ошо сәбәпле ғаиләләр тарҡала. Тиҙ һәм еңел аҡса булмай, ошондай фекер менән йәшәүселәрҙе алдатып ҡына булыуына ишара бөгөнгө һөйләшеү. ...

08.11.2016

Әңгәмә иренендә һөйөү татын, йөрәгендә уттай ялҡын һаҡлап йәшәгән яңғыҙ ҡатындар яҙмышы һәм кисерештәре хаҡында.

07.11.2016

"Самауыр янында" ҡунаҡта Бишбүләк районынан һәүәҫкәр ижадсылар, "Юлдаш йыры-2014" конкурсы лауреаттары Зөлфиҙә һәм Ғаяз Муллағәлиевтар. 

03.11.2016

Көйөргәҙе районы Башҡортостандың Федоровка, Мәләүез, Күгәрсен райондары һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылдың ғинуарында БАССР-ҙың Мәләүез һәм Мораҡ райондарын бүлгеләү һөҙөмтәһендә ойошторола. 1963 йылда бөтөрөлә, территорияһы Мәләүез районына индерелә. Ике йылдан Күмертау районы булараҡ яңынан ойошторола. 1992 йылда алып хәҙерге исемен йөрөтә. Дөйөм майҙаны 2 мең квадрат километрҙан ашыу. Административ үҙәге – Ермолаевка ауылы. Айсыуа...

02.11.2016

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры ойошторолоуға быйыл 25 йыл тулды. Сирек быуатлыҡ тарих, театрҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында һөйләшеү өсөн бөгөн беҙ самауыр сәйенә Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Зөлфиә һәм Азамат Хәлиловтарҙы саҡырҙыҡ. 

01.11.2016

Балалар ҡайһы берҙә өлкәндәрҙән дә уҙҙырып берәй ҡыҙыҡ әйтеп ҡуйыусан. Тапҡыр телдәре, етди фекерҙәре менән дә таң ҡалдыра улар. Төшкө табында тыңлаусыларыбыҙ менән шуларҙы иҫләнек.

31.10.2016

Кем ул пенсионер? Ғәҙәттә, ул 55-60 йәшендә хаҡлы ялған сыҡҡан, бай тормош тәжрибәһе туплаған, физик һәм рухи потенциалы көслө кеше. Башҡаларҙан уны айырып торған тағы ла бер нәмә - ялға сыҡҡас уның буш ваҡыты күбәйә. Тап ана шул ваҡытты үҙ - үҙеңде камиллаштырыу, яңы һәләттәр асыу һәм белем арттырыу өсөн  файҙалы һәм емешле итеп ҡулланырға кәрәк. Яңылыҡҡа ынтылыу – кеше тормошоноң бер асылы һәм шул уҡ ваҡытта уның оҙайлылығына тәъҫир итеүсе б...

28.10.2016

Ул “ғүмер” һүҙен йырҙарында халыҡсан итеп ихлас әйтә. Тап ана шул халыҡсанлығы, үҙенсәлекле ҡабатланмаҫ моңо менән күптәрҙе арбай ҙа инде. Сәйет Билалов менән "ғөмөр"ҙө йәнле, йәмле иткән ижад, йырҙар тураһында һөйләшәбеҙ.

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.