Беҙҙең проекттар

27.10.2016

Асҡын районы Ҡариҙел йылғаһының уң ярында, Пермь һәм Свердловск өлкәләре сигендә урынлашҡан. Дыуан, Ҡариҙел, Балтас һәм Тәтешле райондары менән сиктәш. Район 1930 йылда ойошторола.  Майҙаны – 2542 квадрат километр. Администартив үҙәге – Асҡын ауылы. Район территоряһының бер өлөшө Өфө яйлаһына тура килә, ул йылғалар һәм йырғанаҡтар менән бүлгеләнгән. Көнбайыш рельефына түбәлектәр хас. Климаты уртаса йылы, ярайһы уҡ дымлы. Райондың иң ҙур байлығ...

26.10.2016

Бөтөн донъяла автотранспорт етештереү ҡеүәте йылдан-йыл арта. Автомобиль донъяла иң күп рекламаланған тауарҙар исемлегенең башында тора. Һүҙ ҙә юҡ, бөгөнгө тормошто транспорт сараларынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Бының ыңғай яҡтары күп, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта  юл хәрәкәтенә ҡағылышлы проблемалар ҙа бихисап. Көн һайын юлдарҙа 3 мең кешенең һәләк булыуын иҫәпләп сығарғандар. Фажиғәләр, хәүеф-хәтәр булдырмау өсөн кем яуап бирергә бурысл...

25.10.2016

Уның әҫәрҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, геройҙары үҙебеҙҙе, бер-беребеҙҙе, тормошто яҡшыраҡ аңларға, күнегелгән, ябай нәмәләргә лә башҡасараҡ ҡарарға ярҙам итә. Яҙыусы Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның әҫәрҙәре уҡыусы күңеленә күптән юл тапҡан. Кешеләрҙең рухи донъяһын, психологияһын нескә аңлаған яҙыусы төшкө табындың бөгөнгө ҡунағы. 

24.10.2016

Борон – борондан халҡыбыҙ биҙәү әйберҙәренә ныҡ иғтибар иткән. Беләҙек, сулпы, ҡашмау, селтәр, һаҡал һәм башҡа биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһыныу беҙҙең көндәрҙә лә бар. Һуңғы йылдарҙа милли биҙәүестәрҙе яратып таҡҡан ҡатын – ҡыҙҙарҙы байтаҡ осратырға мөмкин. "Ә һеҙ ниндәй биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Ҡашмау, һаҡалды көндәлек тормошта кейер инегеҙме? Бәлки биҙәүестәрҙе үҙегеҙ ҙә эшләйһегеҙҙер?" тигән һорауҙар менән тыңлаусыларға мөрәжәғәт иттек....

20.10.2016

Башҡортостанға бөтә донъянан сәсәндәр йыйыласаҡ. Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале башҡорт эпостарын һәм уларҙы башҡарыусыларҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән һәм донъя халыҡтары араһында үткәрелә. Фестиваль халыҡ ижадын, башҡорт эпостарын Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ өлгөһө булараҡ пропагандалау маҡсатында тәүге тапҡыр уҙғарыла. Уны беҙ 2020 йылда республикабыҙҙа үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлектең бер өлөшө тип тә баһа...

19.10.2016

Саҡмағош районы – Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынашҡан. Төньяҡта – Дүртөйлө һәм Илеш,  көнсығышта – Кушнаренко, көньяҡта – Благовар һәм Бүздәк, көньяҡ-көнбайышта – шаран, көнбайышта Баҡалы райондары менән сиктәш. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола. Майҙаны – 1686 квадрат километр. Административ үҙәге – Саҡмағош ауылы. Тапшырыуҙа Саҡмағош ерендә йәшәгән, тыуған яғының гүзәллеге менән ғорурланған замандаштарыбыҙ ҡатнаша.

18.10.2016

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова моңло тауышы, ҡабатланмаҫ сағыу сығыштары менән тамашасы күңелен әсир итте. Башҡорт халыҡ йырына булған һөйөүе уның булмышын хәл итә. Борма-борма юлдар үтеп сәнғәткә килә ул. Башҡорт дәүләт университетында биолог һөнәрен үҙләштереп, Башҡортостан Республикаһының гимназия интернатында тәрбиәсе булып эшләп йөрөгәнендә, ижадташ дуҫы Роберт Юлдашев Сәнғәт институтына йырсылыҡҡа уҡырға барырға тәҡдим...

06.10.2016

Һәммәнең – яңы өмөттәрҙең, мөғжизә һәм яңы мөмкинлектәрҙең башланғысы сабыйҙарға бағышлы мәл. Самауыр янында - ,,Һөйөнсө, бәпес тыуған,, тип аталған әңгәмә.  

05.10.2016

Ҡырмыҫҡалы районы 1930 йылда ойошторола. Ул республикабыҙҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Архангел, Ғафури, Иглин, Ауырғазы, Дәүләкән, Шишмә һәм Өфө райондары менән сиктәш. Райондың дөйөм майҙаны – 175 мең гектар. Уның составына 16 ауыл биләмәһе, 122 ауыл инә, уларҙа 50 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.  20-гә яҡын милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Район үҙәге Ҡырмыҫҡалы – боронғо ауыл. Уға 1758 йылда нигеҙ һалынған. Тапшырыуҙа Ҡырмыҫҡалы ерендә тыу...

04.10.2016

Ер йөҙөндәге иң изге һөнәр эйәләре – уҡытыусылар үҙҙәренең һөнәре тураһында һөйләй.

03.10.2016

Һаулыҡтың ҙур байлыҡ икәнен күптәр ауырып китһәләр генә аңлай. Кешеләр ҙә бит осрашып күрешкәндә иң тәүҙә һаулыҡ теләү йәһәтенән: «Һаумыһығыҙ, хәлегеҙ нисек?» – тип өндәшә. Һүҙебеҙ ошо һаулыҡ өләшеүсе аҡ халатлы фәрештәләр – табиптар тураһында. Йырлы табын ҡунаҡтары "Рәхмәт, һиңә, доктор” тип кемгә өндәшә икән?

30.09.2016

Йөрәктәрҙе наҙлы хистәргә сорнар моңло тауышлы йырсы, Халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика конкурстары лауреты Фәриҙә Ғаззалова тыңлаусылар һорауына ҙур ихласлыҡ менән яуап бирә.

29.09.2016

“Бер сәғәткә – өләсәй”. Ошолай тип аталған социаль проект илдең бер нисә төбәгендә уңышлы эшләп килә. Мәҫәлән, Түбәнге Новгород, Муром, Владимир, Звенигород ҡалаларында был эш халыҡты социаль яҡлау органдары менән берлектә башҡарыла. Эш менән мәшғүл ата-әсәләргә балаларын бер нисә сәғәткә хаҡлы ялдағы инәйҙәр ҡарамағында ҡалдырырға тәҡдим итәләр. Ваҡытлыса өләсәйҙәр балаларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтә, улар менән дәрес әҙерләй, зоопарк, йәки м...

28.09.2016

Ишембай районы Ағиҙел йылғаһының урта тапҡырында уң яҡлап урынлашҡан. Майҙаны – 4 мең квадрат километрҙан ашыу, халҡы – 95 мең. Төньяҡта - Ғафури, көнсығышта – Белорет һәм Бөрйән райондары, көньяҡта – Мәләүез, көнбайышта – Стәрлетамаҡ райондары менән сиктәш. Административ үҙәге – Ишембай ҡалаһы. Район Ишембай ҡалаһынан һәм 85 ауылды үҙ эсенә алған 13 ауыл биләмәһенән тора. Тапшырыуҙа йәнтөйәктәре менән ғорурланған, уны сикһеҙ яратҡан з...

27.09.2016

Стәрлетамаҡ филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы, алып барыусы Гөлназ Иҙрисова һәм Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артисы Рафиҡ Хәсәнов менән “Театр төнө” акцияһы, яңы ижади миҙгел һәм башҡа яңылыҡтар тураһында һөйләшәбеҙ.

09.09.2016

Матурлыҡты һәр кем үҙенсә аңлай. Фекерҙәр күп, әммә ҡараштар бер нәмәлә уртаҡ: тышҡы матурлыҡ эске матурлыҡтан айырылығыһыҙ булырға тейеш. Күңел байлығы, эске матурлыҡ тураһында иртәнге эфирҙа күп әйтелде. "Самауыр янында" иһә беҙ тышҡы матурлыҡҡа нығыраҡ иғтибар итергә булдыҡ. Беҙҙе тыңлаусы һылыуҙар, апайҙар, инәйҙәр сибәрерәк, һөйкөмлөрәк күренеү өсөн ниҙәр эшләй икән? Бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәт араһында үҙ-үҙеңде тәрбиәләүгә ваҡыт ҡаламы?

...
08.09.2016

Балаларҙы сәләмәт йәшәү тормошона ылыҡтырыу ололарҙың төп бурыстарының береһе булып тора. Ошо йәһәттән һеҙ ниҙәр эшләйһегеҙ? Балаларығыҙ йәки ейәндәрегеҙ ниндәй спорт түңәрәктәренә, йәки спорт мәктәбенә йөрөй? Башҡортостанда балалар спорты үҫешен нисек баһалайһығыҙ? Спорт менән шөғөлләнергә теләгәндәр өсөн шарттар бармы? Тыңлаусыларыбыҙға ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 

07.09.2016

Юнир Һағынбаев Баймаҡ районы Буранбай ауылында Фәриҙә һәм Шәмсетдин Һағынбаевтар ғаиләһендә иң төпсөк бала булып тыуған. "Бәләкәй саҡта бик шаян булдым. Йәйгеһен уйнаһаҡ, төнгә тиклем йөрөп, ә ҡышын кейем менән ҡуша ҡатып, өйгә сәй эсергә лә ҡайтмай инек. Әсәйҙән әрләнеп тә алғас, бер көнгә аҡылға ултырғандай булабыҙ ҙа, иртәгеһенә үк онотоп, тағы уйнарға сығып таябыҙ" тип һөйләй йырсы. Юнир Һағынбаев менән бала саҡтағы күңелле ваҡиғалар, уңыш...

06.09.2016

Әлшәй районы Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Дим йылғаһының урта ағымында урынлашҡан район. 1935 ғинуарында ойошторолған. Майҙаны — 2415 кв. километр. Биләмәһенә 3 ҡасаба - Раевка, Аксен, Шафран һәм 104 ауыл инә. 2010 йылғы мәғлүмәттәр б-са халҡы 44,2 мең кеше. Районда күпселеге башҡорттар, татарҙар, урыҫтар йәшәй. Ландшафы даланыҡына тартым. Урманлы ере 15 проценттан артмай. Климаты йылы, ҡоро. Дөйөм майҙаныдың 82 процентын ауыл хуж...

05.09.2016

Быйыл тәбиғәт ифрат йомарт. Еләге, ҡарағаты, сейәһе - һәммәһе лә мул булды. Августа беҙҙе алмағас, слива, помидор уңыш менән һөйөндөрҙө. Бер шаяны әйтмешләй, “мәрхәмәтлек марафоны” дауам итә. Әле баҡсаларҙа йәшелсә йыйыу осоро. “Самауыр янында" көҙгө уңышты барлайбыҙ.

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.