Беҙҙең проекттар

21.07.2016

Балаларының физик сәләмәтлеген хәстәрләгәндәр уларҙы спорт түңәрәктәренә һәм секцияларына алып килә. Спорт сыныҡтыра, тәрбиәләй, тәртипкә өйрәтә, уҡыуҙа ла, тормоштоң бүтән өлкәләрендә лә уңыштарға килтерә, - ти улар.

20.07.2016

Кешелек уйлап сығарған мөғжизәләр араһында аҡлы-ҡаралы сатраш майҙаны бер нисә быуат буйы кешеләрҙе ылыҡтырып, мауыҡтырғыс шөғөл, күңелле ял, көсөргәнешле спорт төрө булып һанала. Аҡыллылар һәм бөйөктәр уйыны тип йөрөтөлгән шахмат уйынын үҙ иткәндәр араһында логик фекерләгән, түҙемле һәм маҡсатҡа ынтылыусан кешеләр күп осрай. Төшкө табынға ошо уйынды үҙ иткән замана Әминбәктәрен саҡырҙыҡ

 

19.07.2016

Беҙ барыбыҙ ҙа йәйҙе генә көтөп йәшәйбеҙ кеүек. Уны нисек итеп үткәрергә, ҡайҙа ял итергә алдан уҡ пландар ҡорабыҙ. Йәй миҙгеле ҡыҫҡа, тиҙ генә үтә лә китә, шунлыҡтан уны нисек тә матур итеп, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрге килә. Йәйге ялдың бар төрө лә шәп, әммә диңгеҙ буйындағыһы айырыуса – ҡәҙерле. Совет заманынан алып шулай килә: диңгеҙгә барып ял итеү ниндәйҙер бер оло уңыш һанала.  Шуға ла диңгеҙ буйында ял итеү хаҡында һәр кем хыяллана торға...

15.07.2016

     Күңелдәрен, тормоштарын бәйләр, кәрәк саҡтарҙа ярҙам ҡулы һуҙа алыр, ҡылған изгелеген шунда уҡ онотор, һыуға һалыр, мәҡәлсә әйтһәк, халыҡ белмәһә, балыҡ белер, тип хаҡ көтмәҫ алтындай күршеләргә тәңре хаҡтары бирәбеҙ.  Улар менән ғүмер кисерелә, алыҫтарға таралышҡан туғандарың белмәгәнде улар белә, көндәлек тормошоңда ҡайнап йәшәй, яңғыҙы ҡалған атайың йәки әсәйеңде ҡарай, ҡунаҡҡа юлланһаң, йорт-ереңә күҙ-ҡолаҡ була, һыйырыңды һауа, тауыҡ...

14.07.2016

      Һәр кемдең йәйе үҙенсә шатлыҡлы. Кемдер тәбиғәт йәмдәренә ҡыуана, сәфәр йөрөп, донъя күрә, бәғзеләр оҙаҡ күрешмәгәндәр менән осраша, кемдер сәләмәтлеген нығыта, ә кемдәрҙер яңы кешеләргә ғүмер бирә. Йылдың эҫе-һалҡын миҙгеленә ҡарамай, сабыйҙар тыуа, республикабыҙҙағы ғаиләләр йәйғорло хис-тойғолар кисерә, ә беҙ уларҙың шатлыҡтарын уртаҡлашабыҙ, бәхетле миҙгелдәрен иҫтәлекле итергә тырышабыҙ.

13.07.2016

     “Һеҙҙең менән беҙҙең  һөйөклө, уртаҡ , гүзәл илебеҙ бар. Уның исеме – Башҡортостан. Бөгөн һеҙҙе ошо кендегебеҙҙе ҡырҡҡан, һауаһын һулаған, һыуҙарында ҡойонған, шишмәләрен һыулаған, шифалы үләндәрен, еләк-емештәрен тәмләгән, икһеҙ-сикһеҙ урман-ҡырҙарында күңелгә ял, йәнгә дауа алған тыуған еребеҙгә һөйөү хистәрегеҙҙе асып һалырға, тап һеҙҙең төбәктәге мөғжизәләр менән таныштырырға өндәйбеҙ”,- тип мөрәжәғәт иттек "Самауыр янына" йыйылыусыла...

12.07.2016

        Ярты донъяны телевизор экрандары янында тотҡан Футбол буйынса Европа чемпионаты уҙған йәкшәмбе тамамланды. Париж янындағы Сен-Дени биләмәһендә урынлашҡан “Стад де франс” стадионында Португалдар француздарҙы 1-0 иҫәбенә еңде. Футбол байрамы бөтә көсө, тыйып торғоһоҙ тойғолары, ваҡиғалары менән Португалияға – континенталь Европаның иң көнбайыш иленә, халҡы иҫәбе буйынса башҡалабыҙ Мәскәүҙән дә ҡайтыш, 10 млндан саҡ ҡына ашыу кеше йәшәгән...

11.07.2016

    Күнекмәләр тәнгә генә түгел, мейегә лә кәрәклекте һис ҡасан иҫтән сығармайыҡ.  Тормошоғоҙ ҙа, күңелегеҙ ҙә бай булһын, матди байлыҡ - бер көнлөк, рухи байлыҡ - мәңгелек, икәнде онотмай, һыуҙан арҡан ишерлек ҡеүәттә йәшәйек. "Самауыр янында" тәмләп, еләкләп-үләнләп сәйҙәр эсә-эсә, халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын барлайбыҙ…

08.07.2016

Илебеҙҙә Рәсәй тарихындағы яңы байрам - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ул   тәүге тапҡыр Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителгән 2008 йылда уҙғарылғайны. Байрам Дәүләт Думаһы депутаттары инициативаһы менән булдырылды. Шуныһы ҡыҙыҡ, Ғаилә көнөн билдәләү инициативаһын Рәсәйҙең барлыҡ традицион дини ойошмалары хупланы. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләү инициативаһының конфессиональ сиктәре юҡ, сөнки һәр диндә лә ғаилә тоғроло...

07.07.2016

Ер ҡабығы эсендәге тәбиғи бушлыҡ, ер аҫтында барлыҡҡа килгән ҡыуышлыҡ, тау тишеге... Һүҙлектәрҙә  Мәмерйә һүҙенә ошондай аңлатма бирелә. Мәмейәнән ер өҫтөнә бер йәки бер-нисә сығыу юлы була. Мәмерйәләрҙе спелеология исемендәге фән тармағы өйрәнә. Ғалимдар Башҡортостан мәмерйәләрен дә өйрәнеп, бик күп ҡыҙыҡлы асыштар яһаған. Мәмерйәләргә бәйле табыштар һәм асыштар әле лә дауам итә. Самауыр янында тыңлаусыларыбыҙға мәмерйәләргә бәйле шәхси күҙәт...

06.07.2016

Ауыл тормошо тураһында һүҙ алып барғанда иң тәү сиратта ихатала эркелешеп йөрөгән мал-тыуар күҙ алдына килә. Ауыл тиһәң, шундуҡ һөт-ҡаймаҡты лә иҫкә төшөрәбеҙ. Һөт борон-борондан ауыл кешеһенең төп йәшәү сығанағы булған. Электән ата-бабаларыбыҙ мал аҫраған, һөттө эшкәртеп береһенән-береһе тәмлерәк һәм файҙалыраҡ ризыҡ әҙерләгән. Был йолалар бөгөн дә һанлана, улай ғына ла түгел боронғо рецепттар тергеҙелә һәм көндәлек рационын һөт ризыҡтары мен...

04.07.2016

Йәйге эҫелә, себен – серекәйҙән таланып, урман – ялан ҡыҙырып йөрөү еңелдән түгел, ләкин ҡышҡы селләлә йәй еҫтәрен аңҡытып, ҡайнатмалар менән рәхәтләнеп сәй эсеүҙәр, йә булмаһа йыйған емешеңде һатып ниндәйҙер файҙа күреп ҡалыу олоһоноң да кесеһенең дә күңелен йылыта. Тыңлаусыларыбыҙ йәйҙең иң күңелле мәшәҡәте - еләк йыйыу тураһында һөйләй.

28.06.2016

Тормош нигеҙе ул, әммә халыҡты халыҡ итер башҡа ҡиммәттәрҙең дә барлығын инҡар итеп булмай. Иң мөһиме - ошо сәнғәт төрөнә булған оло һөйөүгә таянып эшләнһен ине беҙҙәге кино. Ярай, бер быуатҡа артта ҡалғанбыҙ, ти, ярай, әлеге лә баяғы аҡса юҡ, ти, уның урынына беҙҙең әле барыһы ла алда – бараһы ла бараһы, асаһы ла асаһы.  8 млн бюджетлы фильмдар араһына 8 меңгә төшөрөлгәндәр менән барып ҡыҫылыр кәребеҙ бар. Ә Һеҙҙең һәм беҙҙең һымаҡ ябай тамаш...

27.06.2016

Йәш саҡта хыялланыу тәбиғи. Әҙәм затының барыһы ла алда ваҡытта юлдар киң, өмөттәр тауҙар бейеклегендә булалыр. Йәшәй килә һуҡмаҡтар тарая, тауҙар тәпәшәйә, хыялдарҙың яртыһы тормошҡа ашмай, бер ни тиклеме ысынбарлыҡта кесерәйеп ҡала, әммә әҙәм балаһын барыбер хыял йәшәтә. Һеҙҙеңиң ҙур хялығыҙниндәй ине? Ни эшләп ул тормошҡа ашманы? Уны тормошҡа ашырыу өсөн нимәлер эшләнегеҙме, әллә хоҙайҙан көтөп, ғүмер үткәне һиҙмәй ҡалындымы?

 

22.06.2016

Нәзәкәтле, көслө, аҡыллы ат – халҡыбыҙ өсөн айырыуса ғәзиз мал.   Ул - аҡыллы, сыҙамлы, эшһөйәр. Шуға ла уны  яратмау мөмкин түгелдер ул. Ҡымыҙҙың, йылҡы итенең һаулыҡ өсөн файҙаһы ни тиклем ҙур булыуын барыбыҙ ҙа белә. Ә атта һыбай йөрөү аша бик күп ауырыуҙы дауалап булыуын бөгөн ғалимдар ҙа раҫлай. Ғөмүмән, ат менән аралашыу кеше өсөн тик файҙаға ғына. Ат борон-борон...

21.06.2016

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙы ҡыуандырып бик һәләтле, матур йәш быуын үҫеп килә, егәрле, татыу, һөйкөмлө ғаиләләр ҡорола. Балаларҙың, йәштәрҙең илдә, республика һәм төрлө төбәк спорт, мәҙәни, ижади ярыштарҙа еңеүе, төрлө өлкәлә мәртәбәле конкурстарҙа урын яулауы, фән өлкәһендә маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуы шуны дәлилләй. Төшкө табын ҡунаҡтары тап ошондай булдыҡлылар тураһында һөйләй.

20.06.2016

Илдең теге йәки был төбәгендә төрлө йәштәге балаларҙың юғалыуы, үлеүе, фажиғәғә тарыуы, яуыз уйлы кешеләр ҡулына эләгеүе йәки үлтерелеүе хаҡында хәбәрҙәр көн һайын тиерлек ишетелеп кенә тора, уйланырға мәжбүр итә. Ял көндәрендә Карелияла булған ваҡиғалар, мәҫәлән, бөтөн илде тетрәтте. Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн кем яуаплы? Ошондай ваҡиғалар булмаһын өсөн ниҙәр эшләргә кәрәк? Балаларҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау йәһәтәттән ниҙәр эшләйһегеҙ,...

17.06.2016

,,Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй,, тигән бик тапҡыр әйтем бар халҡыбыҙҙа. Үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың хәүефһеҙлеге тураһында һүҙ йөрөткәндә был һүҙҙәр айырыуса әһәмиәтле яңғырай. Көндәлек тормошта һағалаған ҡурҡыныстарҙың береһе – ут менән бәйле. Юлындағы бар нәмәне ялмап – ялап алған янғын уты аяуһыҙ. Уның менән көрәштә кеше йыш ҡына еңелә. Шуға ла ут хәүефен булдырмау һәр миҙгелдә лә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. 

16.06.2016

Яҡты киләсәктең хаҡлы вариҫтары, шағир теле менән әйткәндә, “беҙҙең ҡулдан эстафетаны алып тарихты дауам итеүсе балалар” – иғтибар үҙәгендә. Самауыр янында ,,Һөйөнсө, бәпес тыуған,, тип аталған һөйләшеү.

15.06.2016

Тәбиғәттә – Йәйһылыу тантанаһы. Беҙ йылдың тап ошо миҙгелен көтөп алабыҙ.  Йылы, рәхәт, тәбиғәттең иң көләс йомарт һәм матур, гүзәл сағы. Матур тигәндә беҙ, әлбиттә тап ошо миҙгелдә күкрәп сәскә атҡан гөлдәрҙе лә күҙ уңында тотабыҙ. Аллы-гөллө, төрлө-төрлө сәскәләр ялан-ҡырҙарҙы ғына түгел, кешеләр йәшәгән йорт тирәһен дә йәмләй.  Төшкө табынға сәскә үҫтерергә яратҡан уңғандар саҡырылған.

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.