Беҙҙең проекттар

14.06.2016

Бик күп билдәле шәхестәрҙең көндәлек яҙғандары мәғлүм. Уларҙың хәтирәләре уҡымлы, фәһемле була, сөнки уларҙа – ысынбарлыҡ, уйҙырмаларға урын юҡ. Һәр хәлдә үҙ уҡыусыларын хөрмәт иткән авторҙар ошо талаптан сығып эш итә. Ә замандаштарыбыҙ араһында көндәлек алып барыусылар күпме икән? Үҙҙәрен ҡыуандырған, таң ҡалдырған, аптыратҡан, хафаландырған күренештәр тураһында яҙып, кисерештәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөүселәр арабыҙҙа байтаҡ икән. Төшкө табын ҡуна...

10.06.2016

Боронғо биҙәүес әйберҙәре, балаҫтар, китаптар, балалар уйынсығы, ҡул тирмәне, йәки өҫ кейеме, һалдат хаттары -  исемлекте бик оҙаҡ дауам итергә мөмкин. Һәр бер йортта боронғо, иҫкелектән туҙып барған, әммә сүплеккә сығарырға ҡул бармаған, атай – әсәйҙәрҙән, йәки балаларҙан ҡалған ҡәҙерле әйберҙәр һаҡлана. Йәнле тарих һөйләгән ошо ҡомартҡыларҙы иҫкә алып, тыңлаусылар  улар менен бәйле ваҡиғаларҙы лә бәйән итә.

09.06.2016

Әгәр юлыңда өмөт шәме балҡып тормаһа, ҡайғыңды йәки шатлығыңды уртаҡлашыр дуҫың булмаһа, донъя йәмһеҙ, ҡотһоҙ. Был юлы төшкө табын түре тап шулай тип иҫәпләүселәргә бирелгән. 

08.06.2016

Улар оло йәштәгеләргә, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙа, кәйеф юҡта матур һүҙҙәр табып кәйефеңде күтәрә белә, йәм өҫтәй, “Самауыр янында" тапшырыуының сираттағы сығарылышы социаль хеҙмәткәрҙәргә арнала.

07.06.2016

Ҡымыҙҙың шифаһы тураһында тарих биттәре бай мәғлүмәттәр һаҡлай. Был батырҙар эсемлеге бик күп халыҡтарҙа таралған. Уны бейә, кәзә, һыйыр, хатта дөйә һөтөнән дә бешәләр. Әммә халҡыбыҙ бейә һөтөнән әсетелгән ҡымыҙға өҫтөнлөк биргән һәм башҡорт ҡымыҙы донъя тәғәм-ризыҡтары араһында айырым урын биләй. Төшкө табынға үҙенсәлекле эсемлегебеҙ тураһында һөйләшеү өсөн йыйылдыҡ.

 

02.06.2016

Һәммәнең – яңы өмөттәрҙең, мөғжизә һәм яңы мөмкинлектәрҙең башланғысы сабыйҙарға бағышлы мәл. Самауыр янында  - ,,Һөйөнсө, бәпес тыуған,,  һөйләшеүе.

01.06.2016

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө беҙгә балаларыбыҙҙың тормошо, сәләмәтлеге һәм именлеге өсөн оло яуаплылыҡ тураһында иҫкәртә.  Бөгөн балалар иғтибар үҙәгендә. “Самауыр янында” ла беҙ кескәйҙәр тураһында һөйләшмәксебеҙ. Әммә һүҙебеҙ үҙенсәлекле балалар һәм уларҙың ижады хаҡында буласаҡ. Төшкө табынға саҡырылған ҡунағыбыҙ – “Әсә йөрәге” тәбкә йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлшат Ибраһимова.

31.05.2016

Велосипедта йөрөү йылдан-йыл киңерәк тарала. Ике тәгәрмәсле ҡорос арғымаҡты үҙ итеүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-аттар ҙа, йәштәр ҙә, оло быуын вәкилдәре лә бар. "Самауыр янында"ғы сираттағы осрашыуға транспорттың был төрөн үҙ итеүселәр йыйылды.

30.05.2016

Быйылғы яҙ иҫтәлекле, матур ваҡиғаларға бай булды. Ҡарҙар иреп, һыуҙар ташып, йылғалар ярҙарына кире ҡайтты, тирә-яҡ йәшеллеккә сумды, умырзаялар быйыл да беҙҙе һоҡландырҙы. Әммә күптәр 2016-ның яҙы тигәндә ошо гүзәллекте түгел, ә серәкәйҙәрҙе иҫкә алыр, моғайын. Ни өсөн тигәндә быйыл был бөжәктәр айырыуса әүҙемләште төҫлө. Ҡан эскестәрҙән ҡотолор әмәл юҡ тигәнде ҡалала йәшәүселәрҙән дә, ауыл халҡынан да йыш ишетәбеҙ. Ә шулай ҙа серәкә...

27.05.2016

Сибәрҙең йөҙө уртаҡ,

Оҫтаның ҡулы уртаҡ,

Cәсәндең теле уртаҡ.
Сәсән телле яҙыусылар һирәк, әммә бар. Улар яҙған китаптар ҙа кәштәләрҙә саңланып оҙаҡ ятмай, ҡулдан ҡулға күсеп уҡыла. Бөгөн беҙ ошо китаптарҙың халыҡҡа етеүенә ҙур өлөш индереүселәр – китапханасылар менән аралаштыҡ.

26.05.2016

Росстат мәғлүмәте буйынса Рәсәйҙәге кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелар, хужалыҡтар һаны 4 млн. ярым. Уларҙың 40 проценты күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу өлкәһенә ҡарай, шулай уҡ автотранспорт һәм хужалыҡ тауарҙарын йүнәтеүгә, ремонтлауға бәйле.  21,1 процент милек  менән операциялар, арендаға бәйле эшләй, эш йүнәлешен төҙөлөш өлкәһе менән бәйләүсе  эшҡыуарҙар  һаны 11 процент, файҙалы ҡаҙылмалар  һәм уларҙы эшкәртеү менән шөғөлләнеүселәр һаны...

25.05.2016

Закон буйынса беҙҙең илдә һәр кемдең кәм тигәндә мәктәп белеме булырға тейеш, шуға ла барыбыҙҙың да парта артына ултырып, белем эстәгәне бар. Әммә беҙҙең уҡыу йылдарын хәҙерге балаларҙыҡы менән сағыштырыуы ауыр. Улар ҡолас етмәҫлекте ҡосорға, уй етмәҫлекте уйларға, хәл етмәҫлекте эшләргә тейеш.

11-се, 9-сы синыф уҡыусылары мәктәп һәм бала сағы менән хушлашты. Юлдаш һәр ваҡыттағыса улар менән бергә булды…

24.05.2016

Бөтә нәмә онотолоп бөткәндә лә мәҙәниәт ҡала, тигән бер аҡыл эйәһе. Халҡыбыҙ мәҙәниәте менән бай. Шулай булған, шулай буласаҡ. Һәр хәлдә ошоно бар күңеле менән теләгән халыҡтың был йүнәлештәге өмөттәрен аҡлар шәхестәре, шәхестәре атҡарыр эштәр күп. Бөгөн йәнә шул турала һөйләштек.

20.05.2016

 

    Рәсәйҙә “Уңайлы мөхит” программаһы эшләп килә. Инвалидтарға тәғәйенләнгән дәүләт программаһы тормошҡа ашырылһа ла, етешһеҙлектәр аҙым һайын осрай. Мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылырға тейеш? Ни өсөн хаталар килеп сыға? “Күңел йылыһы” марафонында артабан ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ.

Әңгәмәселәребеҙ -

Башҡортостан Республикаһ...

19.05.2016

Йылдар үтә. Ҡиммәттәр үҙгәрә. Бер ойошма икенсеһен алмаштыра. Әммә быҫҡып түгел, һәр саҡ янып йәшәргә өйрәткән, осҡондо ялҡын итергә саҡырған, эшкә, уҡыуға һәр ваҡыт әҙер торорға күнектергән, сыныҡтырған, сәмләндергән Пионер ойошмаһы беҙҙең йөрәктәрҙә. Совет осоро пионерҙарын ҡотлайбыҙ! Яңы быуын пионерҙарына ла уңыштар теләйбеҙ.

 

 

 

 

18.05.2016

 Уны Рәсәйҙә генә түгел, Франция, Италия, Испания, Португалия, Германия, Бельгия һәм Вьетнамда ла яҡшы беләләр. Ул бик күп халыҡ-ара конкурс һәм фестивалдәрҙә Гран при яулаған. Һүҙ халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын һаҡлаған “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле тураһында.
Беҙҙә ҡунаҡта коллективтың художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәфирә Иҡсанова. 

 

 

17.05.2016

  Әле тәбиғәттең иҫ киткес гүзәл мәле. Йәшеллек күҙҙе иркәләй. Сейә, муйыл, алмағастар сәскә атҡан. Болондар ҙа гөл-сәскәгә күмелгән. Улар араһында шифалылары ла байтаҡ. Йый ҙа, файҙаһын күр генә.

“Май үләндәре йыйҙым” тип атала бөгөнгө һөйләшеү.

 

 Кешелек бөтә дәүерҙәрҙә лә шифалы үләндәр менән дауаланыуға өҫтөнлөк биргән.

Әле фитотерапия икенсе тапҡыр үҙенең яңырыу осорон кисерә,- ти белгестәр. Абруйлы ойошмалар...

16.05.2016

   “Донъяла елкәнле караптан, сабып барған аттан һәм йыр башҡарған ҡатын-ҡыҙҙан гүзәлерәк күренеш юҡтыр” тигән бер аҡыл эйәһе. Төшкө ялығыҙҙы биҙәп, беҙ ҙә һеҙҙе йырсы ҡатын, матур ханымдарҙың береһе менән осраштырырға булдыҡ.

    Беҙҙә ҡунаҡта - Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдинова. 

 

 

13.05.2016

Атай менән әсәй ҡорған усаҡтан һәммәбеҙ кескәй ут алып, йөрәктәргә һалып, үҙ усағын ҡабыҙа. Аҙаҡ беҙҙең усаҡтан ут алыусылар тыуа, шулай, баш йорттан һуҡмаҡтар һуҙыла, ырыу-нәҫел тарала, улар төрлө була. Әммә тәү ҡабыҙған оло усаҡ йылыһы беҙҙе бер төйөндә бәйләп тота, уны ҡабыҙыусылар инде булмаһа ла, ут өҫтәп тороусылар табылһа, әлбиттә….

Һәммәгеҙҙе бала сағы, йәшлеге, яҡындары менән бәйләр атай йорттарының тәҙрәләрәндә уттар һүнмәһен....

12.05.2016

Шәфҡәт туташтарын һөнәри байрамдары менән тәбрикләнек.

Өҫкә кейгән аҡ халаттарға тап төшөрмәүе ауыр, һөнәрегеҙгә, яҙмышығыҙға, намыҫығыҙға таптар төшмәһен. Һайлаған юлығыҙға тоғро ҡалып, башҡарған эшегеҙҙән йәм-тәм табып эшләргә яҙһын. Башҡалар сәләмәтлеген ҡайғыртҡан һәр кемгә хоҙай һаулыҡ бирһен. Бөгөн тыңлаусылар миҙалдар тапшырған замандаштарыбыҙға киләсәктә лә юғары кимәлдәрен семтем дә төшөрмәй, маҡсаттарын тормошҡа ашырып, үҫеш ю...

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.