Беҙҙең проекттар

11.05.2016

 …Беҙ бәләкәй саҡта Тимур командаларына ойошоп, был эште даими алып бара торғайныҡ. Һәр класҡа бер ветеран беркетелер ине. Яҙ һайын уның йорт алдын таҙартып, өйөн йыйыштырып, тәҙрәләрен йыуып, тәмле сәйен эсеп ҡайтыу үҙе бер матур хәтирә булып күңелгә уйылған. Малайҙар утын быса, ҡыҙҙар ташый, малайҙар баҡсала ер ҡаҙа, ҡыҙҙар яңы ғына шытып килгән үлән араһынан сүп һеперә…Шаярыу-көлөү араһында, өлкән кешенең өгөт-нәсихәтен тыңлайһың, 9 май көн...

10.05.2016

Рәсәй бер ваҡытта ла һуғышһыҙ йәшәмәгән. Быуат һайын бер йәки бер-нисә һуғыш уҙғарып тороу уның яҙмышына яҙылған, күрәһең.

Беҙгә туранан тура ҡағылған 20-се быуатты ғына алһаң да, 1905-тән башлап, 1917, унан Бөйөк Ватан Һуғышы, унан Афғанстан, унан Чечня, улар араһында илде аяҡҡа баҫтырыу, космосты яулау, олимпиадалар, иген үҫтереү, коммунизм төҙөү…. Батырлыҡ өсөн сәбәптәр етерлек. Батырҙар булғас, миҙалдары ла бар, әлбиттә, һәм бөгөн б...

06.05.2016

Майҙа ғаилә ҡорһаң, ғүмер буйы ыҙа сигерһең, ти берәүҙәр. Кәләш алыр инем, майҙа ярамай шул, тигән ҡарашта икенселәр. Яҡшы кешеләр майҙа никахҡа инмәй, тигәндәр ҙә осрай. Хөрмәтле тыңлаусылар, бындай ырымдарға ышанаһығыҙмы? Ғаилә тормошоноң уңышы һәм бәхете ниндәй миҙгелдә һәм ниндәй айҙа ҡоролоуына бәйлеме? 

Беҙҙең традицияларҙа май айында өйләнешеүҙе хупламаған мәлдәр бармы?

Был һорауға...

05.05.2016

Бөгөн халыҡ-ара акушерҙар көнө. Һөнәри байрамығыҙ ҡотло булһын! Һеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар теләйбеҙ.

Һөйөнсө, бәпес тыуған! Бөгөн "Самауыр янында" ошондай атамалы һөйләшеү.

Ғаиләләре ишәйгән тыңлаусыларҙы ихлас йөрәктән тәбрик итәбеҙ. Улығыҙ шуҡ та булһын, ут та булһын. Ынйы бөртөгөләй ҡыҙығыҙ сәләмәт, аҡыллы, инсафлы булһын. 

 

04.05.2016

  Гармун моңо хисләндерә, йөрәкте тулҡынландыра, күңелдең нескә ҡылдарына ҡағыла. Гармун көйҙәренә ҡушылып, бейеп китергә лә була. Ағайҙарҙы һәм апайҙарҙы ул йәшлек йылдарына алып ҡайта, киске уйындарҙы иҫкә төшөрә.

Гармун моңо һеҙҙең күңелдә ниндәй хәтирәләр уята?

Һеҙ йәшәгән төбәктә гармунсы тигән даны булғандар бармы?

Гармун тартып, һеҙҙе бейетеп, йырлатып йөрө...

29.04.2016

«Актриса» матурлыҡ студияһы менән берлектә уҙғарылған уйындың финалына сығыусылар А.П.Чеховтың ҡанатлы һүҙҙәрен ишетеп, авторын танырға тырышты. Дөрөҫ яуапты Йылайырҙан Айгөл исемле тыңлаусыбыҙ бирҙе һәм ҡиммәтле сертификат эйәһе булды. Ҡотлайбыҙ! Бәйгелә ҡатнашыусы һәр кемгә студия хеҙмәткәрҙәренән рәхмәт еткерәбеҙ һәм «Юлдаш» ойошторған бар уйындарҙа ла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. 

28.04.2016

Бейеү сәнғәте борон-борондан күңелендәген әйтеп бирер форма һанала.  Ер шарында бар халыҡтар ҙа аңлар бер тел бар – ул музыка тиһәк тә, кәүҙә, һын-хәрәкәт телен дә ер йөҙөндәге бар кешеләр ҙә яҡшы аңлай, шуға ла сәнғәттең был төрө бик популяр. Классик балеттан башлап, заманса бейеүҙәргә тиклем, хип-хоптан – сальсаға, көнсығыш бейеүҙәренән фламенкоғаса – һуңғы йылдарҙа бейеү сәнғәте ата тип раҫларға мөмкин. Был турала телевизор экрандарына бер-...

27.04.2016

Ваҡыт ғали йәнәптәренең көсө етмәҫ мәңгелек ҡиммәттәр, күңеле ҡартаймаҫ кешеләр, онотолмаҫ ижад була.  Бөгөн беҙ бик күптәрҙе йәшлегенә алып ҡайтыр мәлдәрҙе хәтергә төшөрмәксебеҙ, утыҙ йылдан ашыу һеҙҙе Башҡортостан радиоһы аша сәләмләгән, халыҡ араһынан ынйылай һәләттәр эҙләп тапҡан, уларҙы танытҡан, күптәренен ҙур ижад юлына этәргес биргән, үҙе бик үҙенсәлекле ижад юлы уҙған, әле лә радио эшенә битараф булмай, кәңәштәре, мәғлүмәттәре менән я...

26.04.2016

Уҙған быуат урталарында балаларҙын күбеһе космонавт булырға хыялланғанда, ата-әсәләре уларға был хыялдары тормошҡа ашһын өсөн ниндәй уҡыу йорттарында белем алырға кәрәклеген анлата алмағандыр, моғайын. Хәҙер атай-әсәйҙәр белемле һәм мәғлүмәтле, ниндәй ҡалала, ниндәй уҡыу йортонда, нисә йыл дауамында, ниндәй факультетта теге йәки был һөнәргә эйә булыу мөмкинлеген балаһы мәктәпкә уҡырға төшөү менән өйрәнә башлай. Күп осраҡта шунда йүнәлтә, бер а...

25.04.2016

Баҫыу уңғандары һеҙҙең һәм беҙҙең өҫтәлдәрҙән йыл дауамында икмәк өҙөлмәһен өсөн тырыша. Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра тигән һүҙҙәр уларға туранан тура ҡағыла. Башҡортостаныбыҙҙың күпселек райондарында баҫыуҙарҙа эш башланып тора. Илде икмәкле итергә тырышыусылар ең һыҙғанып, иртә таңдан кискә тиклем төп хеҙмәт урыны – көҙөн иген өлгөрөр яландарҙа. Уларға мең рәхмәттәр яуҙырыу, ауыр эштәрендә рухи көс, илһам өҫтәү маҡсатында ойошторолдо бөгөнгө...

22.04.2016

“Самауыр янында” дуҫтарыбыҙҙың ниндәй китапҡа өҫтөнлөк биреүен асыҡлайбыҙ әле. Хәҙер күп әҫәрҙәр электрон вариантта бар. Йәғни уларҙы компьютерҙан, йә иһә кеҫә телефонынан ғына уҡырға мөмкин. “Был - яңы әҫәрҙәрҙәр менән танышыуҙың иң яҡшы һәм осһоҙло ысулы” ти электрон китапҡа өҫтөнлөк биреүселәр. Шул уҡ ваҡытта “типография еҫе сығып торған ҡағыҙ китаптан да ҡәҙерлеһе юҡ” тип әйтеүселәр ҙә табылыр, моғайын. 

21.04.2016

Яҙ беҙгә көләс ҡояшы, йылы көндәре, наҙлы һулышы менән генә түгел, ә Еңеү байрамын алып килеүе менән  дә ҡәҙерле. Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә.  Бөйөк батырлыҡ һәм ватансылыҡ, ҙур ҡайғы һәм һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу, бөтә донъяны фашизмдан ҡотҡарған яугирҙарбыҙ батырлыҡтары өсөн оло шатлыҡ һәм ғорурлыҡ символына әйләнгән байрам алдынан Еңеү һалдаттарын йышыраҡ иҫкә төшөрәбеҙ. “Самауыр янына” килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең...

20.04.2016

Яҡыныма тиҙ арала ҡан кәрәк! Социаль селтәрҙәрҙәге яңылыҡтар таҫмаһында ошондай иғлан йыш осрай. Әммә ундағы саҡырыуҙы уҡыу менән һәр кем ҡан тапшырырға ашығып бармай. Ә һеҙ ҡан доноры булырға әҙерһегеҙме, хөрмәтле дуҫтар? Ҡан тапшырғанығыҙ бармы? Ҡан тапшырыу – һәр сәләмәт кешенең бурысы тигән фекер менән килешәһегеҙме? "Самауыр янына" килгән ҡунаҡтарға ошондай һорауҙар биреп, фекер алыштыҡ.

Физәлиә Рәхимова
19.04.2016

Самауыр сәйенә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Физәлиә Рәхимова саҡырылған. Умырзаялы яҙҙар ижад кешеләренә нисек тәьҫир итә?  Физәлиә Рәхимованың артист булып китеүенә кем сәбәпсе булған? Уҡыу тамамлап, Өфөлә ҡалған, бик күптәр эләгергә хыялланған Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә алынып та, аҙаҡ унан ни өсөн киткән? Ҡунағыбыҙ ошо һәм һәм башҡа һорауҙарға ҙур ихласлыҡ мен...

13.04.2016

Йорт, ауыл тирәһендә һәр саҡ күҙ алдында булғандарынан тыш тағы ниндәй ҡоштарҙы беләбеҙ, уларҙы тауыштарынан таныйбыҙмы? Самауыр янына йыйылып ошоно асыҡланыҡ…Белмәйбеҙ…

12.04.2016

Йыһанда 7 меңдән ашыу кеше уйлап тапҡан аппарат гиҙә. Уларҙың маҡсаты төрлө.

Ерҙәге низағтар киләсәктә йыһан киңлектәрен күсмәҫме? Күктә хужа булырға тейешме? Сит планета заттары бармы? Юлдашты тыңлаусылар менән ошо һорауҙар буйынса фекер алыштыҡ.

11.04.2016

Замана арбаһынан төшөп ҡалмаҫ өсөн Алһыу нимәләр эшләй, бәләкәй сағында кемдәрҙең баҡсаһына алмаға төшкән, ауылдаштарын һыулы итә алғанмы?

Моңло тауышлы йырсының йырҙарын кем яҙа? Самауыр янында ошолар асыҡланды.

08.04.2016

Ер йөҙөндәге иң ҙур табында, моңло радионы тыңлаусы меңләгән кешене берләштергән төшкө ҡорҙа урын һәммәһенә етерлек. Йырлы табынға айырым ҡунаҡ - “Аҡбуҙат” балалар журналының яуаплы сәркәтибе Айнар Байбулатовты саҡырҙыҡ. “Аҡбуҙат” журналы өсөн быйылғы йыл – юбилей йылы. Кескәйҙәрҙең генә түгел бик күп оло ағай-апайҙарҙың да яратҡан журналы сыға башлауға 25 йыл. Ошо ваҡыт эсендә өлгәшелгәндәр, журналдың хәҙерге эшмәкәрлеге һәм юбилей саралары т...

07.04.2016

Сәләмәтлек - һәр кеше өсөн иң ҙур байлыҡ. Был фекергә ҡаршы килеп, бәхәсләшеүселәр табылмаҫ, моғайын. Һуңғы йылдарҙа йәмәғәтселектә сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу ғәҙәти күренешкә әйләнде, кеше хәҙер үҙ һаулығына битараф түгел, ныҡлы иғтибар итә башланы. Замандаштарыбыҙ тәмәке көйрәтеүгә, хәмер ҡулланыуға ҡарағанда витаминлы һуттарға, экологик таҙа аҙыҡ –түлеккә, тән сәләмәтлеге менән бер рәттән рухи сәләмәтлеккә лә өҫтөнлөк бирә. Тыңлаусыла...

06.04.2016

Насар юл нығыраҡ иҫтә ҡала. Бер шаяны әйтмешләй, Рәсәй юлдарының дауалаусы йоғонтоһо бар, әлбиттә. Беҙҙең юлдарҙа бөйөрҙәге таштар ҙа онтала, ҡаймыҡҡан быуындар ҙа урынына ултыра, әммә был юлы тыңлаусыларыбыҙ менән сәфәрҙәрҙең тик яҡшы яҡтан ғына иҫтә ҡалғандарын барлайбыҙ. Юлда булған төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, кеше ышамаҫ хәлдәр, ярҙамсыл, миһырбанлы юлдаштар, юл ырымдары – быларҙың барыһы ла  юлдаштарыбыҙ сығышында. 

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.