Беҙҙең проекттар

05.04.2016

Күңелһеҙ статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер шарында һәр дүртенсе-бишенсе кеше ниндәй ҙә булһа психик сирҙән яфалана. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, һәр икенсе кешегә бындай ауырыуға дусар булыу ҡурҡынысы янай. Төрлө ауырлыҡтарға бирешмәйенсә йәшәү һәм эшләү, күңел торошо имен һәм тыныс булһын өсөн кешенең ниндәй ҙә булһа бер йыуанысы булырға тейеш, - ти ошо өлкәлә эшләгән ғалимдар. Баҡса ҡарау, йә булмаһа ҡул эштәре менән...

04.04.2016

Иғтибар үҙәгендә татыу парҙар, ярты быуат, йәки унан да күберәк бергә йәшәгән күркәм  ғаиләләр. Һәр бер ауылда, ҡалала бер - береһен ярты һүҙҙән аңлап, килешеп йәшәгән, уңған һәм тәртипле балалар тәрбиәләгән матур ғаиләләр бар. Ундайҙар хаҡында: “Улар пар күгәрсендәр кеүек татыу, пар аҡҡоштар кеүек матур, - тип һоҡланалар һәм, - уларҙың никахына Аллаһ үҙе фатиха биргәндер”, - тип тә өҫтәйҙәр. Был әңгәмәне беҙ “Пар күгәрсендәр кеүек” тип атаныҡ...

01.04.2016

Көлкө көнөндә Самауыр янында тыңлаусыларыбыҙ менән бергәләп күңелле осрашыу уҙғарҙыҡ. Байрам ашы – көлкөлө күстәнәстәр ике яҡлап та мул булды.  

31.03.2016

Марттың һуңғы көнө башҡалала ҡуйы томаны менән иҫтә ҡалыр, моғайын. Ә күп ғаиләләр был көндәрҙе нәҫел ишәйеүе менән бәйләйҙер, миҙгел яңырыуы менән бер рәттән яңы һулыш алғандай, йорттарына сабый алып ҡайтып шатланалыр. Тап шундай тыңлаусыларыбыҙҙан бөгөн Самауыр янында һөйөнөслө хәбәрҙәр ҡабул иттек.

Бәрәкәтле ерҙә, тыныс илдә, бәхетле ғаиләләрҙә үҫһен телгә алынған һәм алынмаған бар сабыйҙар, һәммәһенә һаулыҡ, аң-зиһен асыҡлығы, иманл...

30.03.2016

Республикала «Земский фельдшер» исемле программа эшләй башланы. Уға ярашлы ауылға эшкә барған 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәргә 400 һум аҡса түләнә, әммә төпкөл ауылдарға барырға теләк белдереүселәр күп түгел. Ни өсөн? Тапшырыуҙа ошо мәсъәләгә бәйле халыҡ фекерен белештек.  

29.03.2016

…Ҡурай моңо ағылғанда кемдең генә күҙ алдына бейек, ғорур Урал ҡаялары, төпһөҙ күкте айҡап осҡан бөркөт, икһеҙ-сикһеҙ далалар, көмөш һыулы йылғалар, йырып сыҡҡыһыҙ урмандар пәйҙә булмай икән дә, шундай  моңдоң ябай ғына бер үләндән сыҡҡанына кемдәр генә хайран түгел икән?!  Үлән тип үтә лә ябайлаштырып ебәреү урынһыҙҙыр бәлки, әммә Оҫта ҡулына килеп эләккәндә, моңона уйнаусыһының йөрәк  моңо килеп ҡушылғанда ғына ҡурай мөғжизәгә әйләнә. Ошо мө...

28.03.2016

Республикабыҙҙа йөҙҙән артыҡ милләт вәкилдәре йәшәй тигән һүҙҙәр ҙә һеҙҙең менән беҙҙең өсөн буш һандар түгел. Төрлө милләт халыҡтары беҙҙә ысынлап та иңгә иң терәп донъя көтә, тормош йөгөн бергә тарта, ут күршеләр булып йәшәй, ҡайғы-шатлыҡ уртаҡлаша, байрамдарын бергә үткәрә, балаларын бергә үҫтерә, өй-йорттар күтәрә һәм, иманыбыҙ камил, һәр кем тәү сиратта яңы танышының  милләте менән түгел, кешелек сифаттары менән ҡыҙыҡһына.

Дуҫлыҡ т...

Рәмил Ғәйзуллин
25.03.2016

Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры 2001 йылдың мартында ойошторолған. Был оркестрға донъя музыка практикаһында тиң булырлыҡ оркестрҙар юҡ. Ижади коллективтың үҙенсәлеге – уның яңғырашында. Унда боронғо башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары, симфоник оркестр инструменттары һәм рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры тембрҙары бергә ҡушылған. Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Калинин был коллективты «донъялағы берҙән-бер оркестр» тип атаған, был һ...

Нәфирә Иҡсанова
22.03.2016

Сәнғәткә илтеүсе юлдар тураһында һөйләгәндә, ижадсыларҙың күбеһенән “барыһы ла бала саҡтан, ғаиләләге мөхиттән башланды” тигәнде ишетәбеҙ. Нәфирә Иҡсанова ла йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә үҫкән. “Атайым гармунда уйнаһа, әсәйем моңло итеп йырлай торғайны” – тип хәтерләй ул. Нәжметдин уҙамандың 8 балаһы ла йырларға, төрлө уйын ҡоралдарында уйнарға ярата. Әммә ҡыҙҙарҙың барыһы ла медицина юлын һайлай. Апайҙарына эйәреп Нәфирә лә медицина училищеһына уҡ...

18.03.2016

Уҡытыусымы һеҙ, табипмы, һатыусымы, крансымы, трамвай, машина йөрөтәһегеҙме, кино күрһәтәһегеҙме, гөл-сәскәләр үҫтерәһегеҙме, семәрләп төрлө әйберҙәр эшләйһегеҙме, бәлки һоҡланғыс итеп сәс ҡырҡа беләһегеҙҙер, әллә күпертеп икмәк һалаһығыҙмы, газ үткәрәһегеҙ, мал үрсетәһегеҙ, бал ҡорттары ҡарайһығыҙмы, уттан ҡотҡараһығыҙмы…. үҙ һөнәрегеҙҙе иң яҡшыһы тип һанайһығыҙ икән, һеҙ бик бәхетле кеше. Бөгөн Юлдаштың виртуаль Самауыры янында хеҙмәт урында...

16.03.2016

Исем һайлағанда уның ҡолаҡҡа ятышлы яңғырашы – аһәңе, яҡшы мәғәнәле булыуы, төрлө телдәрҙә әйтелеше һәм яҙылышы иҫәпкә алына . Бала исемен ғүмере буйы йөрөтә, исем кеше булмышының бер сифатына, билдәһенә әйләнә. Ҡыҙҙар исеменә ҡарағанда, малайҙарға исем ҡушыуҙа ҙур яуаплылыҡ талап ителә, сөнки малай, ир бала, киләсәктә атай булаһы кеше, уның исеме нәҫел-нәсәпте дауам итер балалар исеменә бәйле йөрөй. Тик был - теория, ғәмәлдә хәл башҡасараҡ то...

15.03.2016

Кешеләр йөрәктәренә илгә, телгә, ергә һөйөү һалыусылар, аң-зиһендәренә түбәнселек менән юғарылыҡ аша ҡағылыусылар, бер үк ваҡытта буй етмәҫлек мәртәбәле лә, ябайлыҡтары менән хайран итеүсе лә, сәстәренә сал ҡунғас та, белем эстәүҙән туҡтамаусы, аралашҡанда башҡаларҙы бермә-бер байытыусы кешеләр була. Бәрәкәтле Бөрйән ерендә тыуып үҫеп, тотош Башҡортостан улына, ғорурлығына әйләнеүсе, халыҡ ижадын биш бармағылай белеүсе, бик күптәргә ғилем серҙ...

14.03.2016

Донъяла хәлдәр ҡуйырған һайын, үҙебеҙҙең ҡиммәттәрҙең баһаһы арта төшә. Ил бауыры – белемле халыҡ икәнлекте лә иҫкә төшөрөп, тураһын әйткән туғанына ярамаған, кинәйәләп әйткән моратына еткәнлекте лә хәтерләп, Самауыр янында тәмләп сәйҙәр эсә-эсә, һүҙ көсөн, һеҙҙең хәтерҙе, сослоҡто  тикшереп йәнә халҡыбыҙҙың  бер нисә йомағын барлап сыҡтыҡ.  

Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә, көлдәргән дә, бөлдөргән дә тел икәнде аңлағандар һүҙгә иғтибарлы бу...

11.03.2016

Толя, Анатолий...

Балалыҡ дуҫым ҡайҙа?

Ул өйрәткән ине дүрт һүҙ:

 Ер. Ут. Һыу. һауа.

Әле нисектер, белмәйем, әммә беҙ мәктәптә уҡығанда Баязит Бикбайҙың ошо шиғырын яттан һөйләй торғайныҡ. Ә һеҙҙең балалыҡ дуҫығыҙ ҡайҙа, хөрмәтле дуҫтар? Ул һеҙҙе нимәгә өйрәтте? Кемдәр менән уйнап үҫтегеҙ?  Бала саҡтың шуҡлыҡтары, ҡыҙыҡтары һәм тәүге етди һынауҙары тураһында һөйләшергә саҡырып, тыңлаусыларға ошондай һорауҙар менән м...

04.03.2016

Беҙҙең ил бер ваҡытта ла алтын урталыҡтан атлай белмәгән, бер сиктән икенсе сиккә бәрелеүҙән туҡтаған мәлдәре һирәк. Ваҡытында ер менән тигеҙләп ташланған мәсеттәр яңынан төҙөлә, тергеҙелә хәҙер.  Имандан һәм ерҙән айырылмай йәшәгеҙ тип ата-бабалар белмәй әйтеп ҡалдырмаған. Мәсетле ауыл – иманлы ауыл, унда йөрөүселәр күп булһа….

03.03.2016

Һүҙ ул ҡулланылышына ҡарап дауа ла, ҡорал да була ала. Һүҙ менән эш итер өсөн белем генә түгел иҫкиткес тойомлау һәләте лә кәрәктер. Яҙыусы, шағирҙар ҡулында һүҙ халыҡтар аңына тәъҫир итер үтә көслө алымға әйләнергә мөмкин. Юҡҡа ғынамы ни ниндәй илдә лә, ниндәй осорҙа ла киҫкен мәлдәрҙә әҙиптәр һүҙенә һәм үҙенә мөрәжәғәт итеү бар. Шуға ла аҡыллы әҙиптәре күп булған ҡәүемдәр бәхетлелер. Һәр ҡәләм тирбәтеүсе шағир йә яҙыусы булмай тиһәләр ҙә, бе...

02.03.2016

Унда инеү менән сифатлы, таҙа, үҙ еребеҙҙә үҫкән йәки булдырылған ризыҡты эҙләй башлаусылар ҙа аҙ түгел. Кибет кәштәләренә килеп ятҡансы ул ризыҡты әҙереләүҙә күпме кешенең тире түгелгәнен дә аңлаусылар күп.

Бөгөн Самауыр янында ойошторолған фекер алышыуҙы “Малға бәйле көнөбөҙ” тип атаныҡ һәм ауыл ерендә мал үрсетеп донъя көтөүселәр, үҙҙәрен дә, башҡаларҙы ла ризыҡлы итеүселәр, уларҙың көнитмеше тураһында әңгәмә ҡорорға булдыҡ.

 ...

01.03.2016

Әсәйҙәргә мәңге бала булып

Ҡалабыҙ беҙ буйға етһәк тә.

Тыуған яҡтарҙан бер айырылып

Йыраҡ-йыраҡтарға китһәк тә.

Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белмәйбеҙ шул,

Бала күңеле мәңге далала.

Ҡош телендәй генә хат, хәбәрҙәр

Ҙур ҡыуаныс, шатлыҡ әсәгә.

29.02.2016

Беҙҙең эраға тиклем 46 йылда Гай Юлий Цезарь календарь йылдың оҙайлығын дөрөҫләүҙе талап итә. Астрономдар тиҙ арала асыҡлай – йыл 365 тәүлек һәм 6 сәғәт дауам итә. Дөрөҫөрәге 365 сәғәт 48 минут 46 секунд. Ҡойроҡтағы 6 сәғәт ғәҙәттә иҫәпләнмәй, шуға ла йыл һайын сирек тәүлек артып ҡала бара. Ваҡыт үтеү менән был хәл календарҙең төҙөк кенә системаһы буталыуға килтереүе мөмкин, шуға ла грек астрономы Созиген һәр өс йылды ябай ғына 365 тәүлекле иҫ...

Айгиз Ханов
25.02.2016

Йәш, һәләтле башҡарыусының исеме беҙҙе тыңлаусыларға яҡшы таныш. Айгиздең Илгиз Камалетдинов менән берлектә башҡарған “Йырлап йәшәйек ерҙә” тигән йырын бик күптәр яратып тыңлай. Тап ошо йыр 2012 йылда һәләтле йәштәргә “Юлдаш йыры” республика асыҡ конкурсында лауреат исемен алырға ярҙам итте. Тырыш егет бик күп конкурстар еңеүсеһе. Ижади эҙләнеүҙәр юлында ул туҡтау белмәй. Бер-нисә уңышлы ижади проектта ҡатнаша, яңынан-яңы йырҙар ижад итә. 

...

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.