Беҙҙең проекттар

13.01.2017

Шағирә Фәүзиә Рәхимғолова  әҫәре буйынса әҙерләнгән  “Ҡарһылыу мөхәббәте” исемле композиция тәҡдим итәбеҙ. СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова уҡый.

13.01.2017

Композицияны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғәлимнур Бикбулатов менән менән Башҡортостандың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдинова уҡыған. Шиғырҙар  радио фонды өсөн 1984 йылда яҙылған.

13.01.2017

Композиция Сафуан Әлибай, Тимер Йосопов,  Рауил Шаммас, Гөлфиә Юнысова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина уҡыуындағы шиғырҙарҙан төҙөлгән. Радио фонды өсөн 2004 йылда яҙылған. 

13.01.2017

«Изге теләк, өмөт менән Яңы йылым башлана» тип аталған композиция тәҡдим итәбеҙ. 

28.12.2016

Шағирә һәм яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Яҡупованың бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев уҡый.

20.12.2016

 Шағирә Фәүзиә Рәхимғолованың тыуыуына 15 декабрҙә 95 йыл тулды.  Ул Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт пединститутын тамамлағандан һуң, оҙаҡ йылдар «Пионер», аҙаҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарында эшләгән.  Ул беҙгә әҙәби мираҫ итеп ике тиҫтәнән ашыу китап  ҡалдырған.

Хәҙер иғтибарығыҙға Фәүзиә Рәхимғолованың шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый. Радио фонды өсөн 1977 йылда яҙылған.   

09.12.2016

Шағир Рәмил Ҡолдәүләттең  бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый.  Радио фонды өсөн 1989 йылда яҙылған. 

15.11.2016

Шағир Марис Нәзировтың бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин уҡый. Радио фонды  өсөн 1989 йылда яҙылған.

15.11.2016

Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаевтың «Ғүмер тигәндәре аяулы» поэмаһынан өҙөк  тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин уҡый.

15.11.2016

Танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның  «Донъя – даръя», «Күңелем доғалары», «Мәңгелек сәфәр» һ.б китаптары,  күңелдәрҙе ялмап алыр  шиғырҙары күп. Иғтибарығыҙға уның өр-яңы шиғри шәлкемен тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый.

15.11.2016

   Яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Риф Тойғондоң тыуыуына иртәгә – 70 йыл. Иғтибарығыҙға уның бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый.  Радио фонды өсөн 1995 йылда яҙылған. 

15.11.2016

Төрлө әҙиптәрҙең шиғырҙарынан төҙөлдө.

18.10.2016

Композиция ҡасандыр радиола эшләгән яугир шағирҙар Я.Ҡолмой, Ш.Биҡҡол һәм  бөгөнгө поэзиябыҙҙы биҙәгән Т.Ғәниева, Х.Юлдашев, Т.Искәндәриә, Ә.Үтәбай шиғырҙарынан төҙөлдө. Мөхәррире - Әнисә Муллағолова, тауыш режиссеры - Гөлнур Моталлапова.

13.10.2016

Башҡорт әҙиптәренең шиғырҙарынан төҙөлгән «Мәңге балҡы, Башҡортостан!» исемле композиция тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артистары Илсөйәр Ғәзетдинова һәм  Хәмит Яруллин уҡый.

10.10.2016

     Шағирә Зарема Әхмәтйәнова 1945 йылда Шаран районынының Ерекле ауылында тыуған.  Яҡты донъяла ни бары 47 йыл ғына йәшәп ҡалды ул. Өфө дәүләт нефть институтында уҡығанда уҡ шиғырҙары матбуғатта баҫылды. Инженер һөнәре алғас,  Үзбәкстанда, аҙаҡ Башҡортостанда төрлө проект үҙәктәрендә эшләне.  Яҙыусылар ойошмаһы идараһында ла яуаплы вазифа башҡарҙы. Әҙибә балалар һәм өлкәндәр өсөн «Сәңгелдәк», «Йәйҙә ҡалайыҡ», «Кәкре күләгә» һәм башҡа китапта...

05.10.2016

Әхмәт Ғайсиндың бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров уҡый. Радио фонды өсөн 2008 йылда яҙылған.

23.09.2016

Башҡорт әҙиптәренең шиғырҙарынан төҙөлгән «Тыуған ерем – моңдар илем» тип аталған композиция тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артистары Әхәт Мортазин һәм Наилә Ғәләүетдинова уҡый.

13.09.2016

              Шағирә Фәниә Чанышеваға 90 йәш тулды. Ул Бүздәк районы Күҙәй ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Аҙаҡ  һабаҡташы – яугир-шағир Ғилемдар Рамазанов менән ғаилә ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Әҙибәнең хеҙмәт юлы Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында үтә.

         Фәниә Ғәбделғафар ҡыҙы – ун китап авторы. «Иҫтә, һаман да иҫтә», «Һаумы, яҡт...

29.08.2016

               Шағир Радик Хәкимйәнгә –  75 йәш. Ул 1941 йылдың 25 авгусында Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. З.Биишева ис. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә уның ун бишләп шиғри китабы донъя күрҙе. Бала сағы һуғыш афәтенә тура килгән әҙиптәр шиғырын туплаған йыйынтығы ла уҡыусы күңеленә хуш килде. Радик Зәкирйән улын тыуған көнө уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә ижад шишмәләренең һайыҡмауын,  ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбе...

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.