Беҙҙең проекттар

17.01.2017

Баланың уҡыуҙа өлгәшеүе менән ҡыҙыҡһынған ата-әсәләрҙең күбеһе репетитор табыу мәсьәләһе менән таныш. Юғары уҡыу йорттарында конкуренция ҙур, шуға һәр кем яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә ирешергә тырыша. Ошондай ваҡыттарҙа репетитор ярҙамға килә лә инде. Әлбиттә бушлай түгел, баланың белеме өсөн бер ни тиклем сумма сығарып һалырға тура киләсәк. Бөгөн репетиторлыҡ тураһында һүҙ алып барырбыҙ.

08.11.2016

Һәр кеше үҙ тормошон, яҡшыраҡ, уңайлыраҡ ҡорорға тырышыуы бер кемгә лә сер түгел. Бер бүлмәле фатир алһа, ике бүлмәлеһе тураһында хыяллана башлай, машина булһа, тағы ла яҡшырағы, затлырағы тураһында уйҙар тыуа башта. Хәләл көс түгеп тапҡан мөлкәт инде айырыуса ҡәҙерле, әлбиттә. Шулай ҙа янғын, дауыл, һыу баҫыу, урлашыу һымаҡ бәлә-ҡазаларҙан бер кем дә араланмаған. Зыян өсөн компенсация алырға була икән. Йорт-мөлкәтте страховкалау тураһында һүҙ...

28.10.2016

Бөгөнгө сығарылышта беҙ поручителлек тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Кредит алыуҙа ярҙам һорап күптәргә мөрәжәғәт иткәндәре барҙыр. Ваҡыт наҡыҫлығына һылтанып күҙгә ҡарап шунда уҡ яуабын да көтәләр. Бындай ваҡытта йыш ҡына дуҫыңдың, туғаныңдың, күршеңдең, хеҙмәттәшеңдең тәү ҡарашҡа ябай ғына үтенесенә ҡаршы килеп тә булмай, поручителлек килешеүенә ҡул ғына ҡуйырға кәрәк бит. Шунда уҡ риза булмаһаң, уңайһыҙлыҡ, хатта үҙеңдә ғәйеп тояһың....

28.10.2016

Көндәр әкренләп һалҡынайта, ҡыш яҡынлаша. Саф һауа, һырғалаҡ, ҡар-бурандар, Яңы йыл каникулдары һәм башҡалар. Ана шул башҡалары араһында киҫкен респиратор инфекция, грипп һымаҡ ауырыуҙары ла бар. Бөгөнгө рубрикала быйылғы грипп миҙгеле, унан һаҡланыу тураһында һүҙ алып барырбыҙ.

28.10.2016

Көндәр әкренләп һалҡынайта, ҡыш яҡынлаша. Саф һауа, һырғалаҡ, ҡар-бурандар, Яңы йыл каникулдары һәм башҡалар. Ана шул башҡалары араһында киҫкен респиратор инфекция, грипп һымаҡ ауырыуҙары ла бар. Бөгөнгө рубрикала быйылғы грипп миҙгеле, унан һаҡланыу тураһында һүҙ алып барырбыҙ.

28.10.2016

Машина күптән инде зиннәтле әйбер түгел, йөрөү сараһы ти халыҡ. Күптәрҙең шәхси автомобилдәре бар. Машина маркалары һымаҡ, водителдәрҙең дә төрлөһө була. Тәжрибәлеләре, яңы ғына руль артына ултырғандары, тәртипһеҙ йөрөгәндәре, тынысыраҡтары һәм башҡалар. Ниндәйе генә булмаһын, аварияларҙан бер кем дә араланмаған. Бөгөнгө һүҙебеҙ ошо турала булыр. Ауыр булмаған юл-транспорт ваҡиғаларына юлыҡҡанда нимә эшләргә...

23.09.2016

"Бәлә-ҡазанан бер кем дә араланмаған" ти халыҡ. Инвалид балалар тураһында бөгөнгө һүҙебеҙ. Ундайҙар ҡыҙғанысҡа аҙ түгел, улар беҙҙең менән бергә йәшәйҙәр, үҫәләр, белем-тәжрибә туплайҙар, шулай ҙа һау-сәләмәт кешеләрҙән мөмкинлектәре һәм тормошҡа ҡарашы менән айырыла. Ҡануниәткә ярашлы, инвалид балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә дәүләт ярҙамы пособиелар, өҫтәлмә түләүҙәр, ташламалар рәүешендә күрһәтелә....

01.03.2016

Ауырып  китеү  арҡаһында     эшкә сыға  алмау  һымаҡ  хәл  менән  күптәр таныш.  Ундай  көндәрҙә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ  ҡағыҙын  алабыҙ,  һауыҡҡас  ҡына  эшкә  сығабыҙ.  Был  документ  нигеҙендә эштә  булмаған  көндәр  өсөн  аҙмы-күпме  пособие  түләнә.  Бөгөн   беҙ  халыҡ  телендә  больничный  булараҡ  билдәле  булған  документты  юллау,  уның  буйынса  түләүҙәргә  бәйле  ҡайһы  бер  нескәлектәрҙе  асыҡларға  тырышырбыҙ.

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә -17..-19°C
иртән -16..-18°C
көндөҙ -13..-15°C
кис -16..-18°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.