Беҙҙең проекттар

13.05.2016

-Созиктар менән осрашыу башлағансыға тиклем, Гөлдәр апай үҙе менән булған бер хәлде һөйләп өлгөрә. Ул ундайҙарҙы күптән күрә белә.
-Х кешеләр. Ысынлап та улар күп. Һәм уларҙы билдәләүе лә ауыр. Еҫе юҡ, хәрәкәттәрҙә һиҙелмәй, кәйефе яҡшы. Әммә был бер осорға тиклем генә…..Гөлдәр апайҙың улы-бер йыл элек дауаланып аяҡҡа баҫты. Бөгөн пенсия йәшендәге әсә ҡыуанып бөтә алмай…
-Үткәнендә созиктар, йәғни наркотикт һәм эскелеккә бәйлелеге...

13.05.2016

-Илдар послелечебкаһын тамамлап торманы, үпкәләп ауылына ҡайтып китте. Сөнки башҡалар ул теләгәнсә, ул теләгәндә генә уның менән һөйләшмәне, уға кәрәк булғанда ғына уның менән аралашманы. Дауланып аяҡҡа баҫҡандар бер-береһенә ныҡлы терәк булһа ла, һәр кем үҙе өсөн, һәр кем үҙ яуаплылығында. Быны уларға үҙәктә лә һеңдереп сығаралар. Бер кем дә һинең менән идара итә алмай, һин бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгелһең…Һәм улар ҙа һиңә….. -Үҙәктә б...

19.04.2016

-Үҙәктән дауаланып сыҡҡандар араһынан яңылыҡтар: послелечебкала йөрөүсе, социумда йәшәргә өйрәнеүсе Айраттың кисә төндә депрессия башланған, күңел төшөнкөлөгө биләп алған. Ул ул-был хәл килеп сыҡмаһын өсөн, тиҙ генә Үҙәккә шылтыратып, торошон аңлата ла, төнгө берҙә такси тотоп, Үҙәккә юл ала. Бер-ике көнгә. Психологик яҡтан рәтләнер. Уйҙарын тәртипкә һалыр өсөн. Дауланыусыларын киләсәктә лә ташламаған реабилитация үҙәке хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт...

19.04.2016

-Эскелек ике төргә бүленә: физик һәм психологик. Тәүҙә психологик бәйлелек барлыҡҡа килә, уның менән, эксперттар әйтеүенсә, 90 процент яфалана, аҙаҡтан ул физик бәйлелеккә күсә. Кеше кәйефе яҡшы саҡта, йә стресс мәлендә ул «эх, ҡулланғанда шәп булыр ине»,-тип уйлай икән, ул-эскелеккә бәйлелелеге булған кеше. -Беренсенән, улар үҙҙәрен эскесегә һанамай, сөнки эшләп йөрөйөм, тип аҡлана һәм башҡаһы. Икенсенән, ул һәр саҡ икенселәрҙе ғәйепләй һәм һ...

19.04.2016

-Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: наркотиктар, башлыса, интернет аша таратыла. Клиент аҡса күсерә. Һатыусы закладка урынының адресын яҙа. Ҡулланыусы барып ала. Уның ниндәйҙер ағас төбөндә, почта йәшнигендә, эскәмйә аҫтында һәм башҡа урындарҙа булыуы мөмкин. Уны эҙләү айырыуса үҫмерҙәрҙә ҡомар уяна. Ә аҙаҡтан өйҙә йәшереп ҡулланыу дауам итә.
-Бындай ваҡытта уларҙың ҡайһы-берҙәре махсус детоксҡа ята. Үлмәҫ өсөн генә. Беҙ йәнә медицина ярҙамы тураһында....

23.03.2016

-Үҙәк. Бөгөн резиденттар, консультанттар тюбингтарҙа йөрөнө, тәбиғәттә ял итте. Дауланыусыларҙың бер өлөшөнә, айырыуса яңы килгәндәргә ундай мөмкинлек булдырылманы. Улар әле адаптация мәлендә. Нығынғас, ҡала буйлап та йөрөрҙәр, һуңынан ирекмәнлек менән дә шөғөлләнерҙәр. Әлегә эшләргә, тырышырға, көрәшергә. -Эскелеккә һәм наркоманияға ҡаршы нисек көрәшергә? Махсус үҙәктә һәр төрлө ҡорамалдар менән эшләргә өйрәтәләр. -Яҙырға һәм яҙырға. Һәм улар...

11.03.2016

 

 #яныюл

-.....Тәүбә тиһә лә белгес, наркотиктар ҡурҡынысмы, араҡымы тип сағыштырыуы дөрөҫ түгел. Наркотиктарға тиҙерәк өйрәнәһең, араҡыға яйыраҡ-айырма шунда ғына. Ә бына эскелеккә бәйлелеге һауығып сыҡҡандарға йәмғиәттә йәшәүе ауырыраҡ. Наркотиктар өсөн статья ҡаралған. Араҡы менән бюджет ҡаҙнаҙы тулылана…..

-Ә был ваҡытта Үҙәктә йә...

11.03.2016

 

 #яныюл

 

-Кеше ни өсөн эскелеккә бәйлелеге булғанға әйләнә? Гөлнара Фаат ҡыҙының ҡулында ҡыҙыл ҡәләм. 

Аңлатыу. Тапшырыуҙа бик ҡыҙыҡ аңлатма бирелә

-Кире элекке баһаларҙы ҡайтарыу менән йәшәгән Денистың-төп геройыбыҙҙың үҙәктән сығып послелечебкаға йөрөүенә өсөнсө ай. Оҙаҡламай выписка. Һәм уға артабанғы тормошон хәл и...

11.03.2016

 #яныюл

 

-Үҙәк. Бөгөн психолог Гөлнара Фаат ҡыҙы наркотиктар һәм эскелеккә бәйлелеге булғандарға бәйлелеге булғандарҙы, йәғни созиктарҙы дауалау нисек мөһим икәнлеген, уларға ҡарата махсус тренингтар эшләүен һөйләне. -Сөнки нисек наркотиктар, шулай эскелек-ул ғаилә проблемаһы. Бында бер генә кеше сирләй түгел. Бында тотош ғаилә зыян күрә. Йы...

20.02.2016

 #яныюл

 

Төп геройыбыҙ Денис . Һуңғы йылдарҙа ул айнымай тиерлек эсә. Һәм юғалған йылдары өсөн үкенә... …Денис ҡәнәғәт рәүештә телефонын күрһәтә. Ватсапта хәбәр алыша. Бөхтә кейенгән, йылмая. Үҙәкте ҡалдырып сығып послелечебкала дауаланыуын дауам иткәндәрҙең барыһына ла ата-әсәһе яңы кейем, телефондар алып биргән. Уларҙың барыһы ла элекке си...

17.02.2016

 #яныюл

 

-Ә таңдар бында тымыҡ…..2015-се йылғы яңы вариант….Киноны ҡараусылар араһында эшҡыуар Роман да, үҙәктә ятҡандан әсәһен ҡыйбатлы косметика менән яфалаған, үҙе кеүек үк резидентҡа ғашиҡ булған 40 йәшлек фән кандидаты Марина ла, 14 тапҡыр файҙаһыҙ кодировка үтеп, үҙәктән һуң аяҡҡа баҫҡан Белорет егете Денис та бар….Улар хәҙер самалап э...

08.02.2016

......Денис артҡа тәгәрәй, аҫҡа тәгәрәй. Притондар буйлап йөрөй. Урамда магазин яндарында хәмергә аҡса теләнселәй. Башта элиталы тигән булып 300 һумлыҡ араҡылар ала, унан айырма ҡалмай…..30 һумлыҡ фанфуриктарҙан аяҡтары йөрөмәҫ була, бауыры эшләүҙән туҡтай, йөрәк өйәнәге ала…..Ата-әсәһе, ҡатыны ҡурҡып көн аша ашығыс ярҙам саҡыралар. Ҡотола! Бөгөн ул үҙен үлемдән ҡотҡарған, яңы тормошҡа аяҡҡа баҫтырған реабилитация үҙәгенә ирекмәнлек итергә йөр...

Резиденттар арт терапия ваҡытында.
08.02.2016

Безумие. Аҡылһыҙлыҡ, алйотлоҡ. Үҙәктә был темаға лекциялар ҙа, тренингтар ҙа бар….Уны айырым тәрәндән тикшерәләр. Һәр осраҡты айырым төплө ҡарайҙар. Сөнки анализ, ул мәлде бар тәнең-йәнең менән яңынан үткәреү-кисереү генә һөҙөмтә бирә, ә ситтән, өҫтән- генә һөйләү түгел. Ә ул саҡ…Денисты ҡатыны ташлап китә, яҡшы дуҫтарын юғалта, үҙәккә тиклем….. -Денис эскелек менән яңғыҙ көрәшмәҫкә, үҙ көсөңә артыҡ ышанмаҫҡа, ярҙам һорап башҡаларға мөрәжәғәт...

Резиденттар ҡар бәрешеп уйнай)
27.01.2016

 

Ярҙам һәм һорауҙар өсөн-89273326888   #яныюл

Денис. 25 йәш. "Яңы юл" проектында төп геройҙарҙың береһе. Алкоголизмға бәйлелеге булған ир-егет. 7 ай үҙәктә дауаланғандан һуң бөгөн ул ирекмәнлек эшен алып бара, башҡа ошондай бәләгә тарыусыларға ярҙам итә. Проблема сәбәптәрен бәләгә тарығандарҙың үҙҙәре менән асыҡлайбыҙ. Ни өсөн тигән һорау йы...

Ҡотҡарырға мөмкин
18.01.2016

”Яңы юл” проектының реалити өлөшө тамам. Наркотиктарға бәйлелеге булған Вадим бөгөн социумда айыҡ килеш йәшәргә өйрәнә. Аноним төркөмдәр, дәрестәргә йөрөй, 12 аҙым программаһы буйынса аҙымдар яҙа. 
”Яңы юл” проектының икенсе өлөшө эскелеккә бәйлелеге булғандарға арнала. Яңы геройҙар, яңы мәғлүмәттәр. 
Денис. 25 йәш. Белорет районынан. Төп геройыбыҙ. Үҙе әйтеүенсә, аңын юйып, йәшелсәгә әйләнә башланғансыға тиклем эскән. Нимә бар-шун...

30.12.2015

ЯҢЫ ЮЛ 26. Реалити-проект тамам.

Ярҙам һәм һорауҙар өсөн-89273326888. http://www.fundzj.ru

 

 

Вадим Үҙәктән сыға!!! Ура, Вадим йүнәлеп Үҙәктән сыға!!! 6 ай дауалау үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ!!!

-Ул был осорҙа ниндәй генә ауырлыҡтар аша үтмәне. Көслө тартылыштан иҙәндә тәгәрәп йөрөгән, ҡасырға пландар ҡорған ваҡыттары артта. Бөгөн ул етди егеткә, дөрөҫөрәге иргә әйләнгән. С...

30.12.2015

25-се серия.

Ярҙам һәм һорауҙар өсөн-89273326888. http://www.fundzj.ru

 

-Вадим, а тебя в социуме ждут друзья?

Вадим: Скорее, соупотребы. Но и два друга есть. Не наркоманы. Которые помогли маме устроить меня в центр, находили меня, когда я валялся непонятно где и как, выручали, помогали.

-А если соупотребы попадутся?

 

Вадим: Мне нельзя с ними общаться, разгова...

14.12.2015

 

http://www.fundzj.ru   Ярҙам һәм һорауҙар өсөн: 89273326888-Рафаэль Фәрит улы. 

 

-Йәнә яңылыҡ: Айнур  үткән аҙнала кәләшен Үҙәктән алып ҡайтты. Ҡатыны 5 ай ярым эскелектән дауаланды. Улар бөгөн бергә беренсе тапҡыр ата-әсәләр осрашыуында. Ҡатыны бер аҙ уңайһыҙлана. Йәш ирҙең ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан. Уларҙың икеһенә лә 30 йәш. 

 

-Үҙәктән дауала...

07.12.2015

 

-Үҙәктә интригалар етәрлек. Үҙәк аноним булыу сәбәпле, ундағы бар хәлдәрҙе йәмғиәткә сығарыу мөмкинлеге генә юҡ….

-Үҙәктә выписка. Марина. 40 йәш. Биология фәндәре кандидаты.  Эскелектән яфаланыусы ҡатын-ҡыҙ. Хаҡлы ялдағы әсәһе ҡыҙын 7 ай дауаланы.  Икеһе лә интервью биреүҙән баш тартты. Уның ҡарауы, беҙҙе Вадим көтөп тора. Дуҫтары менән.

-Вадим тыныс. Откат артта ҡалды. Башҡаса ундай уйҙар уны..әлегә борсомаясаҡ. Психол...

28.11.2015

Вадимды йәшерен телефонға яҙҙырыуҙы дауам итәбеҙ. 

-Ты пережил откат?
Вадим: Ну как.... все равно….хочу домой. 
-А там?
Вадим: А там по обстоятельствам.
-По каким?
Вадим: Торчать или не торчать. 
-А ты что не решил быть трезвым?
Вадим: Нет. Я хочу употреблять! !!!!!!!!!!!!!!

-Үҙәккә наркотиктар индерергә мөмкинме? Юҡ! Улар беренсенән, детоксикациянан һуң таҙарынып, мотивация үтеп килә, ик...

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә -17..-19°C
иртән -16..-18°C
көндөҙ -13..-15°C
кис -16..-18°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.