Беҙҙең проекттар

31.12.2016

   Яңы йыл алдынан кем генә мөғжизәгә ышанмай икән?! Бигерәк тә балалар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы йыл буйы түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сабыйҙарҙың матур, изге теләктәрен тормошҡа ашырыу йәһәтенән йыл һайын “Юлдаш” радиоһы “Күңел йылыһы” исемле мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә балалар приютында тәрбиәләнеүселәргә байрам ойоштора. Быйыл сатлама һыуыҡ көндәр булыуға ҡарамҫтан,  күркәм йолаға тоғро ҡалып, радио коллективы Нуриман районы Ишморат ау...

17.12.2016

Өфө ҡалаһынан Сайма Хәсәнованы күптәр дизайнер-модельер булараҡ белә. Ул теккән зауыҡлы, ҡупшы кейемдәрҙе төрлө өлкәлә эшләгән ханымдар ҙа, ир-уҙамандар ҙа, сәхнә кешеләре лә яратып кейә.

10.12.2016

   Донъяуи  мәшәҡәттәр, ығы-зығы араһында эргәбеҙҙәге замандаштарыбыҙҙың эш-шөғөлө, тарихта ҡаласаҡ эҙҙәренә  иғтибар биреп еткермәйбеҙ. Иғтибарлыраҡ булһаң, ғүмер юлында әллә күпме саф күңелле, ихлас кешеләр осрай.Тормошто яратыу – үҙе бер һәләт,  - ти  “Йәшәү йәме” сығарылышы геройы Мостафа Әхмәт улы Харисов. 

03.12.2016

   Күңелде дауалаусы, хис-тойғоларҙы көйләүсе тылсымлы ҡурай моңонда халҡыбыҙҙың сал тарихы, кисерештәре, киләсәккә булған өмөт-ышанысы сағылыш таба. Йөрәгендә илаһи көсө булғандар ғына уны шулай өҙҙөрөп, күңелдәргә үтеп инерлек итеп уйнай беләлер. Был мөғжизәле моң асылы хаҡында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рушан Биктимеров менән "Йәшәү йәме" сығарылышында  әңгәмәләшербеҙ.

12.11.2016

Халҡыбыҙҙа ҡыҙ баланы кейәү йортона бирнә тултырылған һандыҡ менән оҙатыу йолаһы бар. Әбйәлил районы Ишкилде ауылынан ошо ғөрөф-ғәҙәт, йолаларға йән өрөп, буласаҡ килендәргә һандыҡ эшләүсе оҫта Мансур Усманов менән  танышырбыҙ. 
 

22.10.2016

Әбйәлил районында уңған, тырыш һәм спорт яратҡан халыҡ йәшәй. Күсем ауылында, мәҫәлән, волейболды үҙ итәләр. Был уйын ауыл тормошорна йәнлелек өҫтәп кенә ҡалмай, Күсемдә йәшәүселәрҙе берләштерә лә, 

15.10.2016

      Һуңғы ваҡытта күптәрҙән "ауыл ҡартая, йәштәр ҡалмай, эш юҡ" тигән һүҙҙе әленән-әле  ишетәбеҙ. Заман ауырлығына һылтанырға шул тиклем күнеккәнбеҙ. Тормош ҡуйған һынауҙар алдында баҙап ҡалмай, тыуған-төйәген күтәреү өсөн янып көйөп йәшәүселәр ҙә юҡ түгел.

      "Йәшәү йәме" сығарылышында шундайҙарҙың береһе - тыуған яғына ҡайтып, фермер хужалығы ойошторорға йөрьәт иткән эшҡыуар, "Инйәр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Мөнир Р...

08.10.2016

Шағир мөһөрө әҙәм балаһының маңлайына яҙылып яратыла тиҙәр. Ғүмеренелер ҡайһылыр бер мәлендә кеше әллә аңлы, әллә аңһыҙ рәүештә, әллә алдан яҙылған яҙмышына буйһонопмо ҡулына ҡәләм алып, хистәр даръяһына, фекерҙәр донъяһына сума. Сума ла, аҙаҡ унан сыға ла алмай, сығырға теләмәй ҙә… Шиғри күңелле замандаштарыбыҙ бик күп. Тапшырыуҙа шуларҙың береһе - Белорет ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе Зөһрә Үтәғолова менән таныштырабыҙ.

17.09.2016

Хәҙерге заман балаларының тормошон йәнһүрәтһеҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Улар бала саҡтың айырылғыһыҙ бер өлөшө һанала. Йәнһүрәт балаға тормошто танып белергә ярҙам итә, уның образлы фекерләүен арттыра. Бик күп йәнһүрәттәребеҙ – ысын тормош мәктәбе, хеҙмәткә һәм изге ғөрөф-ғәҙәттәргә өйрәтеү сараһы, һәйбәт тәрбиә алыуҙың аҫыл сығанағы. Әммә йәнһүрәт файҙаһы тигәндә, тик сифатлы, мәғәнәле мультфильмдар тураһында ғына һүҙ барғанлығын аңларғ...

02.09.2016

Тапшырыуҙа күңеле тулы йыр-моң, йәшәү ҡиблаһы сәнғәт булған, йырһыҙ йәшәүҙең йәме юҡ тигән замандашыбыҙ Азат Исҡужин менән таныштырабыҙ. Сығышы менән Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан булған Азаттың тыумыштан күҙҙәре күрмәй. Аллаһы Тәғәлә был егетте күреү һәләтенән мәхрүм итеп яратһа ла, күҙле кешеләрҙең күптәренә тәтемәгән башҡа төр бихисап гүзәл сифаттар менән бүләкләгән. 

14.08.2016

     Туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен, ғаилә йолаларын  һаҡлап, бер ниндәй ҡаршылыҡтарға бирешмәй, матур донъя көткән Әбйәлил районындағы бер туған 7 ҡыҙ менән таныштырабыҙ. Хәфизә һәм Сәлмән Ғәлләмовтар ғаиләһендә тәрбиәләнгән ете ҡыҙ һәм бер улдың өлгөлө тормошо күптәргә үрнәк һәм фәһем алырлыҡ.

      Эш сәфәре менән Әбйәлилгә юл төшкәндә, Ғәлләмовтар тәрбиәләгән ҡыҙҙар менән осрашып, күрешергә насип булды... 

07.08.2016

Төрлө асыштарҙы, эҙләнеү-тәжрибәләрҙе беҙ йыш ҡына ниндәйҙер ғалимдар, бөйөк шәхестәр исеме менән бәйләргә күнеккәнбеҙ. Ә уйлап ҡараһаң, инженерҙар, уйлап табыусылар халыҡ араһында ла күп бит ул. Әлбиттә, улар ваҡыт арауығында сәйәхәт итеүсе машиналар, йәки япондарҙың күҙен ҡыҙҙырырлыҡ техника эшләмәй, виртуаль киңлекте ысынбарлыҡ менән бәйләр программалар ҙа уйлап тапмай. Уның ҡарауы, халыҡ араһынан сыҡҡан инженерҙарҙың асыштары тәү сиратта х...

24.07.2016

Башҡортостандың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса "Йәйләү" профилле сменаһы быйыл Әлшәй районындағы А.П. Чехов исемендәге балалар шифаханаһында ойошторолдо. Республикабыҙ район - ҡалаларынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан республикаһынан, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан йыйылған 81 бала өс аҙна буйына рәхәтләнеп аралашты, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып үҙҙәрен һынаны. Рухлы, һәләтле, тырыш ҡыҙҙар һәм малайҙар менән беҙ ҙә...

30.05.2016

Сценограф. Сәхнә биҙәүсе рәссамдарҙы шулай тип атайҙар. Театрҙа биҙәлеш өсөн яуап биргән ҡуйыусы рәссам – режиссерың уң ҡулы. Ул режиссер уйлағанды тормошҡа ашырып ҡына ҡалмай, ә спектакль атмосфераһын, сәхнә әҫәре идеяһын тамашасыға еткереү ысулдарын уның менән бергә уйлай, берлектә ижад итә. Сценограф алдында пьесаны сәхнәләштереүҙең яңы ысулдарын табыу бурысы ла ҡуйыла. Декорацияларҙы сәхнә әҫәрендәге ремаркаларға ҡарап ҡына ҡороу заманы кү...

02.05.2016

    Айыҡ тормоштоң өҫтөнлөгөн Күгәрсен районы Һапаш ауылы халҡы миҫалында күрһәтербеҙ. Ҡайһы берәүҙәр "Ни өсөн Күгәрсен районының Һапаш ауылы? Ул ауылда эскән кеше әллә бөтөнләй юҡмы?, "- тиер. Бар, әлбиттә. Һәр хәлдә, был төбәктә айыҡлыҡҡа ынтылыш бар, яҡты тормошҡа тәүге аҙым яһалған. Үҙҙәрен тыңлайыҡ.  

18.04.2016

Бер-береһен тиң күреп, оҙаҡ йылдар татыу йәшәгән ғаиләләр һәр саҡ һоҡланыу уята. Ғаилә психотерапевтары йыш ҡына: “Ғаилә ҡороу ауырыраҡмы, әллә ғаиләне бәхетле итеү өҫтөндә эшләүме – әйтеүе ҡыйын” – тип ҡабатларға ярата. Сөнки ғаиләләге мөнәсәбәттәр ифрат ҙур яуаплылыҡ, хеҙмәт һалыуҙы талап итә. Үҙ өҫтөңдә туҡтауһыҙ эшләп, шәхес булараҡ үҫеү, яҡын кешең менән ышанысҡа нигеҙләнгән мөнәсәбәттәр ҡороу, уның һөйөүен, ихтирамын һүндермәү өсөн тырыш...

09.03.2016

Наилә Әхмәтйәнова Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан. Ул Рәйсә һәм Әхмәҙулла Иҫәнбаевтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән. Тормошта ниндәйҙер уңыштарға ирешкән, йолаларҙы һанлаған, телмәрендә халҡыбыҙҙың алтын әйтемдәрен урынлы ҡулланған, бай телмәрле кешеләрҙең өләсәйҙәр тәрбиәһен алыуын шундуҡ тоҫмалларға  була. Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы ла өләсәйҙәр тәрбиәһендә үҫкән. Ике өләсәһе лә уға хеҙмәт тәрбиәһе менән рәттән, рухи йүнәлеш тә бирергә...

28.02.2016

Лира Фәйзуллинаның тауышын башҡа берәүҙеке менән дә бутау мөмкин түгел. Уның яғымлы, ихлас, моңло тауышы Башҡортостан радиоһын тыңлап үҫкән бер-нисә быуын тыңлаусыға яҡшы таныш.

Лира Фәхри ҡыҙы Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән.  Уға тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә иртә татырға тура килә.  3 туғаны менән етем ҡалған кескәй Лира байтаҡ ҡыйынлыҡтар кисерә. Ул бар тырышлығын белем алыуға һала. Тырышып урта мәктәпте, һуңынан Ө...

07.02.2016

Кейеҙ баҫыу – халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән шөғөлө. Уңайлы ла, йылы ла, шифалы ла кейеҙҙе әүәл бик күп маҡсатта файҙалан­ғандар. Ул тирмәгә ябыу өсөн дә, келәм, балаҫ эшләүгә лә уңайлы булған, унан яҫтыҡ тышы ла теккәндәр. Кейеҙ тормош-көнкүрештә бик киң ҡулланылған. Замандаштарыбыҙ иһә кейеҙҙе үҙ-үҙеңде, халәтеңде асыуҙа яҡшы ысул, - тип билдәләй.
Башҡортостанда, Өфөнөң үҙендә лә кейеҙ баҫыусылар һаны һуңғы йылдарҙа артҡандан-арта,...

27.05.2015

Нуриман районының  Яңы Күл ауылынан Резеда Нуриманованы яҡташтары йәнтөйәк тарихына һаҡсыл мөнәсәбәте, ауыл, район мәнфәғәте өсөн башҡарған матур эштәре  өсөн хөрмәт итә. Тапшырыу рухлы, милләтһөйәр замандашыбыҙ хаҡында.   

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә -17..-19°C
иртән -16..-18°C
көндөҙ -13..-15°C
кис -16..-18°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.