Главные вкладки

Компьютер һәм яңы технологиялар – Computer and New Technologies

Етмеш етенсе дәрес

Lesson Seventy Seven

 

Компьютер һәм яңы технологиялар Computer and New Technologies

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Бөгөн компьютер һәм яңы технологиялар тураһында һөйләшеүебеҙҙе башлайбыҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Инглизсә Компьютер – Computer, Ноутбук – Laptop, Яңы технологиялар – New technologies.

 

Артабан темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр өйрәнәйек.

Электрон яйланма – Electronic device

Шәхси компьютер – Personal computer

Ҡулланыу өлкәһе – Application sphere

Компьютер менән йыһазландырылған – to be equipped with computer

Иҫәпләүҙәр башҡарырға – to make calculations

Документтар менән эшләргә – to work with documentation

Компьютер уйындары уйнарға – to play computer games

Интернетта мәғлүмәт табырға – to find information on the Internet

Онлайн аралашырға – Online communicating

Виртуаль ысынбарлыҡ – Virtual reality

Компьютер артында ултырырға – to sit at the computer

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Хәҙерге тормошто компьютерҙарһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Уларҙы ҡулланыу өлкәһе бик киң. Иҫәпләүҙәр башҡарыу һәм документтар менән эшләү өсөн күп офоистар компьютерҙар менән йыһазландырылған – It is hard to imagine modern life without computers. The sphere of their application is very wide. Most offices are equipped with computers to make calculations and work with documentation.

Үҫмерҙәр компьютерҙарҙы төрлө маҡсаттар өсөн файҙалана. Беренсенән, улар компьютер уйындары уйнай, йәнһүрәт һәм фильмдар ҡарай. Икенсенән, улар дәрестәр эшләй, китаптар уҡый һәм интернетта төрлө мәғлүмәт эҙләй – Teenagers use computers for many purposes. Firstly, they play computer games, watch cartoons and films. Secondly, they do school tasks, read books and find various information on the Internet.

Компьютерҙар балаларға ыңғай йоғонто ғына яһамай. Виртуаль ысынбарлыҡҡа юлығыу – хәүефле йоғонтоларҙың береһе. Ҡайһы бер балалар компьютер артында шулай күп ваҡыт уҙғара, хатта улар янындағы ысын кешеләр тураһынла онотоп китә – Computers do not have only a positive influence on children. One of the threats is being captured by a virtual reality. Some kids spend so much time at the computer that they forget about real people around them.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә компьютер һәм яңы технологиялар темаһын дауам итербеҙ.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Үҫмерҙәр компьютерҙарҙы төрлө маҡсаттар өсөн файҙалана. Беренсенән, улар компьютер уйындары уйнай, йәнһүрәт һәм фильмдар ҡарай. Икенсенән, улар дәрестәр эшләй, китаптар уҡый һәм интернетта төрлө мәғлүмәт эҙләй. 2. Компьютерҙар балаларға ыңғай йоғонто ғына яһамай. Виртуаль ысынбарлыҡҡа юлығыу – хәүефле йоғонтоларҙың береһе. Ҡайһы бер балалар компьютер артында шулай күп ваҡыт уҙғара, хатта улар янындағы ысын кешеләр тураһынла онотоп китә. 3. Хәҙерге тормошто компьютерҙарһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Уларҙы ҡулланыу өлкәһе бик киң. Иҫәпләүҙәр башҡарыу һәм документтар менән эшләү өсөн күп офоистар компьютерҙар менән йыһазландырылған.  

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Computer and its History

Computers appeared in people’s life not long ago. In the middle of the 20th century common people had no idea about them. In 1951 the first commercially available computer was introduced. In 1975 personal computers appeared.

The Importance of Computers

It is hard to imagine modern life without computers. The sphere of their application is very wide. Most offices are equipped with computers to make calculations and work with documentation. Surgical operations which were not previously possible are performed thanks to computer technologies. Technologies are also used in modern education both by students and teachers.

The Role of Computers in Teens’ Lives

Teenagers use computers for many purposes. Firstly, they play computer games, watch cartoons and films. Secondly, they do school tasks, read books and find various information on the Internet. A comparatively new trend is communicating online. Such applications as Skype give an opportunity to talk to people who may be very far away in real time. 

Some Threats Computers Bring

Computers do not have only a positive influence on children. One of the threats is being captured by a virtual reality. Some kids spend so much time at the computer that they forget about real people around them. Consequently they will lack important social skills in the future. Sitting at the computer children spoil their eyes and posture. So, adults should be very attentive to how long their kids use computers.

 

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.