Главные вкладки

Мода – Fashion

Етмеш алтынсы дәрес

Lesson Seventy Six

 

Мода Fashion

(дауамы)

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Бөгөн мода тураһында һөйләшеүебеҙҙе дауам итәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр өйрәнәйек.

Ҙур йоғонто яһарға – to have a huge influence

Стилле күренергә – to look stylish

Яғымлы күренергә – to look attractive

Тышҡы ҡиәфәт буйынса баһаларға – to judge by appearance

Кемгәлер ыңғай тәьҫорат ҡалдырырға – to make a favourable impression on smb

Мода менән бергә барырға – to keep up with fashion

Билдәле исем аҫтында кейем – Brand-name clothing

Сағыу магазин витриналары – Colourful shop-windows

Үҙ стиленде булдырырға – to have own style

Бейек үксәле ҡата – Shoes on enormous platforms

Тоҡ кеүек кейемдәр – Baggy clothes

Сағыу макияж – Bright make-up

Зауыҡ хисе – to have a good taste 

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Мода һәр ваҡытта кешеләргә бөтә донъяла ҙур йоғонто яһай. Иң һуңғы мода йүнәлештәренә эйәреүебеҙҙең төп сәбәбе – стилле, яғымлы, популяр һәм ышаныслы булырға теләү – Fashion has always had a huge influence on people around the world. The main reason why we try to follow the latest fashion trends is a desire to look stylish, attractive, popular and more confident.

Мода йышыраҡ стиль, гүзәллек һәм уңышты аңлата. Был шулай уҡ ҙур бизнес. Хәҙерге заманда билдәле исем аҫтында кейем ниндәйҙер кейем һатып алыу тәҡдименә ҡаршы торорға ҡыйын – Fashion often means style, glamour and success. It is also a big business. It’s hard to resist the temptation to buy some brand-name clothing in our modern world.

Ҡайһы бер модалы кейемдәр көлкөлө һәм мәғәнәһеҙ. Мәҫәлән, шундай замандар булған, йәштәр тоҡ кеүек кейемдәр, бейек үксәле ҡаталар кейгән, ҡыҙыл сәсле, ҡара тырнаҡлы булған һәм сағыу макияж буяған – Some fashionable clothes are quite ridiculous and unpractical. There was a time, for instance, when young people wore baggy clothes, shoes on enormous platforms, red hair, black fingernails and bright make-up.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә компьютер һәм яңы технологиялар темаһын үҙләштерербеҙ.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Мода йышыраҡ стиль, гүзәллек һәм уңышты аңлата. Был шулай уҡ ҙур бизнес. Хәҙерге заманда билдәле исем аҫтында кейем ниндәйҙер кейем һатып алыу тәҡдименә ҡаршы торорға ҡыйын. 2. Мода һәр ваҡытта кешеләргә бөтә донъяла ҙур йоғонто яһай. Иң һуңғы мода йүнәлештәренә эйәреүебеҙҙең төп сәбәбе – стилле, яғымлы, популяр һәм ышаныслы булырға теләү. 3. Ҡайһы бер модалы кейемдәр көлкөлө һәм мәғәнәһеҙ. Мәҫәлән, шундай замандар булған, йәштәр тоҡ кеүек кейемдәр, бейек үксәле ҡаталар кейгән, ҡыҙыл сәсле, ҡара тырнаҡлы булған һәм сағыу макияж буяған.  

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Fashion has always had a huge influence on people around the world. The main reason why we try to follow the latest fashion trends is a desire to look stylish, attractive, popular and more confident. Generally people judge a new person by his appearance and his clothes and only then, by his inner qualities. There is a proverb: “Good clothes open all doors.” That’s why we do our best to make a favourable impression on others. We spend a lot of money to keep up with fashion and buy designer clothes.

Fashion often means style, glamour and success. It is also a big business. It’s hard to resist the temptation to buy some brand-name clothing in our modern world. Every day we pass by colourful shop-windows, we see plenty of ads everywhere: on buses, billboards, TV and in magazines. Many teenagers pay too much attention to their friends’ and classmates’ appearance.

In my opinion every person can have his own style and look unique. He should choose clothes according to his taste, age, job, constitution and character. I must admit that some fashionable clothes are quite ridiculous and unpractical. There was a time, for instance, when young people wore baggy clothes, shoes on enormous platforms, red hair, black fingernails and bright make-up. To my mind, it was just a silly waste of money. Besides, if a person doesn’t have a good taste he is not able to put things together and look attractive and stylish even in fashionable clothes.

 

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.