Яңылыҡтар

18:38 - 25.02.2017

Рәсәйҙә авиапассажирҙарҙың "ҡара исемлеге" төҙөлә. Думаның Транспорт буйынса комитетында Һауа кодексына үҙгәрештәр әҙерләнгән, документ яҡын арала парламент ултырышында тикшереләсәк. Уға ярашлы, самолетта ғауға ҡуптарып осоу хәүефһеҙлеген боҙоусылар айырым исемлеккә индерелә. Ундайҙарға өс йыл...

ҡаралған: 225
17:01 - 25.02.2017

Стәрлетамаҡ үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса ил беренселеген ҡабул итергә әҙерләнә. Унда 15-17 йәшлектәр ҡатнаша, 20 төбәктән 300-ҙән ашыу спортсы килеүе көтөлә. Еңеүселәр 11 ауырлыҡ үлсәмендә сығыш яһай. Турнир 17-20 мартта үтәсәк. Үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса...

ҡаралған: 206
16:40 - 25.02.2017

Рәсәй халҡы йышыраҡ кредит ала башлаған. Ғинуарҙа банктар 135 миллиард ярым һумға 1 миллион 400-ҙән ашыу яңы кредит биргән. Уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 47 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Берләштерелгән кредит бюроһынан. Халыҡ башлыса автомобиль һатып алыу өсөн аҡса ала. Кредит...

ҡаралған: 145
15:55 - 25.02.2017

Башҡортостан кешеләре үҙебеҙҙә эшләп сығарылған машиналарҙы күпләп ала. "Автостат" агентлығы иҫәпләүҙәре буйынса быйыл беҙҙең республикала 802 "Лада" машинаһы һатылған. Башҡортостан был күрһәткес буйынса илдә Татарстандан һәм Һамар өлкәһенән һуң - өсөнсө урында. Рәсәйҙә быйыл 15...

ҡаралған: 120
15:01 - 25.02.2017

Башҡортостан баш ҡалаһында урам соҡорҙарын ямай башланылар. Уҙған көндә генә бер тонна самаһы асфальт-бетон ҡатнашмаһы ҡулланылған. Эштәр Октябрь районында башҡарыла. Алдағы көндәрҙә тиҫтәнән ашыу урамда соҡорҙар ямала башлаясаҡ, тип хәбәр итәләр Өфө хакимиәтенән.

ҡаралған: 120
14:51 - 25.02.2017

Башҡортостандың юл полицияһы водителдәрҙе мөмкинлек булһа юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡыра. Һауа шарттары арҡаһында юлдар насар күренә. Руль артында барыусыларға иһә хәүефһеҙ дистанцияны һаҡларға, тиҙлекте арттырмаҫҡа кәңәш ителә. Бөгөн федераль һәм республика...

ҡаралған: 191
14:35 - 25.02.2017

Юғары хоккей лигаһында ла плей-офф уйындары старт алды. Нефтекаманан "Торос" тәүге этапта Санкт-Петербургтың “Динамо”хоккейсылары менән дәғүәләшә . Кисә серияла беренсе уйын үтте. "Торос" минималь иҫәпкә еңде. Бөгөн был командалар араһында йәнә бер уйын була, унан һуң серия Санкт-...

ҡаралған: 9
14:23 - 25.02.2017

Иртәгә, 26 февралдә республикала һәм Өфөлә көндөң болотло булыуы, епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙа - ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһының республикала төндә һәм көндөҙ - 4 градус...

ҡаралған: 8
13:45 - 25.02.2017

Башҡортостанда лифттарҙы алмаштырыу өсөн 300 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтеләсәк. Республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов белдереүенсә, тейешле программа ҡабул ителергә тейеш, быйыл уҡ 150 яңы лифт ҡуйырға мөмкин. Башҡортостанда әле бөтәһе 11 мең лифт иҫәпләнә. 2 меңен файҙаланыу...

ҡаралған: 11
12:55 - 25.02.2017

Башҡортостанда йәшәү минимумының яңы дәүмәле иғлан ителде. Республика хөкүмәте ҡарары менән ул 8 мең 323 һумдан билдәләнде. Эшләп йөрөүселәр өсөн йәшәү минимумы 8 мең 869 һум була, пенсионерҙарға - 6 мең 822 һәм балалар өсөн 8 мең 237 һумға тиң. Йәшәү минимумы төрлө социаль программалар...

ҡаралған: 14
11:51 - 25.02.2017

Бөгөн баш ҡаланың «Төҙөүсе» стадионында боҙҙа мотоуҙыш буйынса 21-се Европа чемпионаты башлана. Өфө боҙонда Австрия, Бельгия, Германия, Норвегия, Рәсәй, Чехия һәм Финляндия уҙышсылары ҡатнаша. Милли команда өсөн Өфөнән Николай Красников, Стәрлетамаҡтан Дмитрий Солянников, Каменск-Уральскиҙан...

ҡаралған: 12
11:00 - 25.02.2017

Бөгөн Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр араһында "Һары ботинкалар" 4-се Бөтә Рәсәй джаз музыкаһы фестивале башлана. Ике көн дауам иткән сара Свердловск, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Ырымбур өлкәләре, Татарстан һәм Мәскәү ҡалаһынан килгән йәш музыканттарҙы берләштерегән майҙансыҡҡа әүереләсәк....

ҡаралған: 7
09:30 - 25.02.2017

Континенталь хоккей лигаһында Гагарин кубогы өсөн көрәш, плей-офф уйындары дауам итә. Тәүге раундта "Салауат Юлаев" "Аҡ барыҫ" менән осраша. Кисә Ҡаҙанда командалар икенсе уйын уҙғарҙы. Был матчта 2:1 иҫәбенә Татарстан хоккейсылары еңеү яуланы. Шулай итеп серияла иҫәп Ҡаҙан файҙаһына 2:0. Хәҙер...

ҡаралған: 9
09:06 - 25.02.2017

Бынан 25 йыл элек, 1992 йылда Башҡортостан "Республика" тип рәсми аталғас, дәүләт символдары, рәсми атрибуттар ихтыяжы тыуа. Ошоға бәйле, конкурс иғлан ителә. Унда рәссамдар - Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабинаның эше һайлап алына. Флаг 3 төҫтән тора, йәшел - азатлыҡты, мәңгелекте, аҡ - тыныслыҡ...

ҡаралған: 12
09:00 - 25.02.2017

Бөгөн Өфөнөң дүрт районында йәшелсә, бал, ит, һөт һәм башҡа аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин. Бөгөн сауҙа Дим районының Хәҡиҡәт урамында һәм Совет районында, Йәштәр һарайы алдында ойошторола. Октябрь һәм Орджоникидзе райондарында йәрминкәләр Рыльский урамындағы аллеяла һәм Орджоникидзе исемендәге...

ҡаралған: 8
08:39 - 25.02.2017

«Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге Мәскәүҙәге яҡташтар һәм баш ҡала халҡын бөгөн үткән ҙур отчет концертына саҡыра. Программала – «Аҡ тирмә» фольклор коллективы һәм «Илһам» театр-студияһы, «Шоңҡар» бейеү студияһы кеүек үҙәк коллективтар репертуарынан иң яҡшы номерҙар, шулай уҡ саҡырылған...

ҡаралған: 8
08:24 - 25.02.2017

Бөгөн баш ҡаланың Непейцев дендропаркында һәм уның тирәләй биләмәләрҙә Өфө ҡоштары атласын төҙөү сиктәрендә сираттағы орнитология уҡытыу экскурцияһы үткәрелә. Сараны "Рәсәй география йәмғиәте"нең башҡорт бүлеге менән хеҙмәттәшлек иткән энтузиаст-орнитологтар ойоштора. Унда ҡатнашырға...

ҡаралған: 7
07:54 - 25.02.2017

Бөгөн Өфөлә Табын ырыуының съезы үтә. Сара Башҡортостан республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнала. Табын башҡорттары хәрәкәтен тергеҙеүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә ҡарала. Съезд эшендә республиканың 10 районы һәм Башҡортостан менән күрше булған 6 өлкә һәм республика вәкилдәре ҡатнаша. "...

ҡаралған: 10
18:43 - 24.02.2017

Башҡортостанда хәләл туристик йүнәлештәр эшләй башланы. Республика Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, яңы маршруттар төрлө дин вәкилдәре өсөн тәғәйенләнгән. Әммә мосолмандар өсөн ул иң уңайлыһы буласаҡ. Йәшел йәки хәләл тур Өфөлә башлана һәм Шишмә, Дәүләкән, Бөрйән...

ҡаралған: 44
17:02 - 24.02.2017

Башҡортостанда легаль һатылған алкоголдең яртыһы - араҡы. Статистика һандарынан күренеүенсә, уҙған йылда беҙҙең республикала 4 миллион декалитрҙан ашыу спиртлы эсемлек һатылған. 2015 йылдағынан 12 ярым процентҡа күберәк. Алкоголь һатыуҙан бюджет 99 миллион һумға тулыланған. Республикала һәр...

ҡаралған: 192

Страницы

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

кис 1..3°C
төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.