Главные вкладки

Әңгәмә үткәреү – Job Interview

Алтмыш туғыҙынсы дәрес

Lesson Sixty Nine

 

Әңгәмә үткәреү – Job Interview

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Уҙған дәрестә туризм тураһында һөйләштек, бөгөн эшкә урынлашҡанда әңгәмә үткәреү темаһын өйрәнәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Инглизсә әңгәмә үткәреү – Interview. Ә эшкә урынлашҡанда әңгәмә үткәреү – Job Interview. Ҡабатлайбыҙ: Job Interview.   

 

Артабан темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Эшкә алыусы – Employer

Кандидат – Candidate  

Осрашыу ойошторорға – to make an appointment

Шәхси сифаттар – Personality traits

Һөнәри һәләт – Professional skill

Дуҫтарса мөнәсәбәттә булыу – Friendly person

Яуаплы – Responsible

Тырыш – Diligent 

Коллективта уртаҡ тел табырға – Team player

Эште үтәй алыу – to get job

Коллегалар менән аңлашмаҫҡа – to have a confrontation with colleagues

Эшһөйәр – Hard worker

Мәсьәләне хәл итергә – to solve the problem

Ҡыҙыҡһынырға – to be interested in

Эшкә алырға – to hire

Ыңғай һәм кире яҡтар – Positive and negative traits

Характер үҙенсәлектәре – Side of character

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Мин башҡаларға дуҫтарса яҡын мөнәсәбәттә. Кешеләргә һөйөү миңә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Мин яуаплы һәм тырыш – I`m a very friendly person. Love to people helps me at solving different problems. I am responsible and diligent.

Мин кешеләр менән яҡшы эшләйем, сөнки коллективта уртаҡ тел таба алам. Минең оҫталығым һәм һөнәри һәләттәр төрлө эште үтәй алырға ярҙам итә – I can work very well with other people, because I`m a real team player. My qualification and professional skills help me to get any job done.

Мин асыҡ һәм оптимист кеше. Мин кешеләрҙе яратам һәм улар араһында булырға оҡшай – I am outgoing optimist. I like people and I enjoy being around them.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә эшкә урынлашҡанда әңгәмәгә бәйле һүҙҙәрҙе өйрәнеүҙҙе дауам итербеҙ .

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Мин башҡаларға дуҫтарса яҡын мөнәсәбәттә. Кешеләргә һөйөү миңә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Мин яуаплы һәм тырыш. 2. Мин асыҡ һәм оптимист кеше. Мин кешеләрҙе яратам һәм улар араһында булырға оҡшай. 3. Мин кешеләр менән яҡшы эшләйем, сөнки коллективта уртаҡ тел таба алам. Минең оҫталығым һәм һөнәри һәләттәр төрлө эште үтәй алырға ярҙам итә.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Employer: Good morning! How are you?

Candidate: Fine, thank you very much.

Employer: We made this appointment to speak about your personality traits and your professional skills. Please, tell us about yourself.

Candidate: I`m a very friendly person. Love to people helps me at solving different problems. I am responsible and diligent. I`m really good at working with personal computers and I`m very interested in programming (software engineering). When I was a university undergraduate I was twice awarded the second prize in the database programming competition.

Employer: Can you explain us, why should our company hire you?

Candidate: I can work very well with other people, because I`m a real team player. My qualification and professional skills help me to get any job done.

Employer: You mean you have never had a confrontation with your colleagues at your last place of work?

Candidate: No I haven`t. I always resolved difficult problems without confrontation. I`m a very hard worker.

Employer: Tell us about you main negative and positive traits.

Candidate: I am outgoing optimist. I like people and I enjoy being around them. What about my negative traits… Well, I like to discuss the newest gadgets with my friend Paul very much, because they are a very important part of my life. Often we are fully unmindful of time and depress our relatives.

Employer: Maybe this side of your character exercises significant influence on your private life but it cannot be bad for your professional abilities.

 

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.