Главные вкладки

Әңгәмә үткәреү – Job Interview

Етмешенсе дәрес

Lesson Seventy

 

Әңгәмә үткәреү – Job Interview

(дауамы)

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Уҙған дәрестә эшкә урынлашҡанда әңгәмә үткәреү тураһында һөйләшкәйнек, бөгөн дә теманы дауам итәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Эшкә урынлашыусы кандидаттың шәхси сифаттарына бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

 

Шәхси сифаттар – Personality traits

Эште ваҡытында башҡара алыу – to be able to keep deadlines successfully

Өҫтөнлөктәрҙе ҡуя белеү – to be able to prioritize

Үҙ аллы эшләү белеү – to be able to work independently

Яңы хәлдәргә еңел яраҡлашыу – to adapt well to new situations

Тиҙ өйрәнеүсән – а quick learner

Аралаша белеү – to have good communication

Бер нисә эште бер юлы башҡара алыу – to be multitasking

Үҙгәрештәргә әҙер булырға – to be open to change

Түҙемле – patient

Йыйнаҡ – well-organized

Төрлө яҡлы – versatile

Сифатлы башҡара белеү – to be quality-oriented

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Компаниялар эш урынына дәғүә итеүсене йөҙләгән кандидат араһында айырым ҡағиҙәләр буйынса һайлап ала. Шуға эш алыусы фекеренә йоғонто яһаған ябай сәбәптәр тураһында һөйләргә була – Companies choose an employee from hundreds of candidates according to special rules, that is why there are special "typical" factors, influencing on employer’s choice.

Әгәр иртәгә әңгәмәгә барырға йыйынаһығыҙ икән, яҡшы йоҡларға һәм резюмены оноторға ярамай. Был иң мөһим ҡағиҙә – If you are to go to an interview tomorrow, sleep well before it and do not forget your CV at home – is the basic rule.

Әңгәмәгә барғанда тейешле кейем һайларға кәрәк. Хатта ошондай кәңәштәр яҡшы тәьҫорат ҡалдырырға булышлыҡ итә. Әммә компаниялар һәр кәңәшкә ҡолаҡ һалған кешене эшкә алырға теләмәй – You should choose corresponding dress code for the interview. Even such advices are to help you make a good impression; some companies do not want to hire a man, who follows every advice.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Әңгәмәгә барғанда тейешле кейем һайларға кәрәк. Хатта ошондай кәңәштәр яҡшы тәьҫорат ҡалдырырға булышлыҡ итә. Әммә компаниялар һәр кәңәшкә ҡолаҡ һалған кешене эшкә алырға теләмәй. 2. Компаниялар эш урынына дәғүә итеүсене йөҙләгән кандидат араһынла айырым ҡағиҙәләр буйынса һайлап ала. Шуға эш алыусы фекеренә йоғонто яһаған ябай сәбәптәр тураһында һөйләргә була. 3. Әгәр иртәгә әңгәмәгә барырға йыйынаһығыҙ икән, яҡшы йоҡларға һәм резюмены оноторға ярамай. Был иң мөһим ҡағиҙә.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Getting a job is a very hard period in the life of most people. Companies choose an employee from hundreds of candidates according to special rules, that is why there are special "typical" factors, influencing on employer’s choice. Among such factors are: age, sex, experience, family background and marital status, personality and references.

If you are to go to an interview tomorrow, sleep well before it and do not forget your CV at home – is the basic rule. Moreover, there are some recommendations, which can help you. For example, read annual report, or a newspaper of the company to show your understanding of the corporate strategy on the interview. What is more, you should choose corresponding dress code for the interview. Even such advices are to help you make a good impression; some companies do not want to hire a man, who follows every advice.

After getting a job, you may have some unexpected troubles with boss, too: e.g. if you dye your hair or wear something not appropriate. The best solution of such situation is to ask a trade union for advice, which can always help you in your fight with an employer. Of course, if you affect company discipline not coming in time or working badly, your dismissal would not be unfair.

To conclude, I can say that it is sometimes hard not only to get a job, but also to work in the staff, and if you do not want to be laid off, you should follow company rules, it is a must.

 

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.