Главные вкладки

Өфө дәүләт циркы бер нисә йылға ябылыуы ихтимал

- 17.02.17 -

Мәҙәниәт учреждениеһы капиталь ремонтҡа тиклем тамашалар ойоштора алмай. Әммә төҙөкләндереү эштәрен ике-өс йылға һуҙылыуы мөмкин. Рәсәй дәүләт циркы компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы капиталь ремонт планында Өфө юҡ. Циркты төҙөкләндереү эштәре 1 миллиард һумға баһалана. Сумманың бер өлөшөн республика бүләсәк, икенсеһе федераль ҡаҙнанан йүнәлтелә.

Баш ҡаланың Октябрь районы прокуратураһы ошо көндәрҙә Өфө циркын ябыу талабы менән сыҡты. Тикшереү ваҡытында етди етешһеҙлектәр асыҡланған. Цирк көмбәҙе өләшләтә емерелгән, электр ҡорамалдарына түбәнән һыу аҡҡан. Эксперттар фекеренсә, тамашасылар залында именлек ҡағиҙәләре үтәлмәй. Цирк бинаһы 50 йыл дауамында ремонт күрмәгән.


ҡаралған: 18

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.