Главные вкладки

Өйләнеү – Marriage

Һикһән һигеҙенсе дәрес

Lesson Eighty Eight

 

Өйләнеү – Marriage

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Бөгөн дә туй тураһында һөйләшеүебеҙҙе дауам итәбеҙ.  

 

Дәресте башлайбыҙ. Башта ҡайһы бер туғанлыҡ һүҙҙәрен өйрәнәйек.

Ғаилә – Family

Туған – Relative

Атай-әсәйҙәр – Parents

Балалар – Children

Өләсәй-олатайҙар – Grandparents

Ҡәйнә – Mother-in-law

Ҡайны – Father-in-law

Килен – Daughter-in-law

Еҙнә йәки кейәү – Son-in-law

 

Артабан өйләнеү һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәр темаһына бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр өйрәнәйек.

Танышырға – to get acquainted

Өйләнешергә – to get married

Айырылышырға - to divorce

Ялған никах – Sham marriage

Гражданлыҡ никахы – Common-law marriage

Ҡыҙ менән егеттең өйләнмәй бергә йәшәү – Cohabitation

Буйҙаҡ – Bachelor

Оҙаҡҡа һуҙылған мөнәсәбәттәр – Long-lasting relationship

Никахҡа тиклем булған мөнәсәбәттәр – Extramarital relationship

Осрашыуға барыу – to go out on date

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Кешеләр таныша, бер-береһен яратыша, ҡауыша һәм өйләнешә. Ҡайһы берҙә мөхәббәтле парҙар айырылыша, ә ҡайһы саҡта улар ҡартайғансы бергә йәшәй – People get acquainted, fall in love, get engaged and get married. Occasionally loving couples divorce and sometimes they live together to reach old age.

Ҡайһы бер кешеләр өйләнешергә теләмәй һәм ҡағыҙҙа булған рәсми яҙыуҙар бер нимәгә лә кәрәкмәй. Икенселәре, киреһенсә, гражданлыҡ никахын яманлай, сөнки ғаилә мөнәсәбәттәре паспортта теркәлергә тейеш, тип иҫәпләй – Some people do not approve of marriages and believe that the formalities on papers are good for nothing. Some, on the contrary, condemn a common-law marriage, supposing that family ties should be put on the passport.

Минең дуҫым кәләшенә өйләнешергә тәҡдим яһаған һәм тиҙҙән мине туйына саҡырасаҡ. Мин ышанам, ҡыҙы уның тәҡдимен ҡабул итер һәм кире ҡаҡмаҫ тип. Тиҙҙән был пар баллы айға барып ҡайтасаҡ – My friend has already proposed to his fiancee and soon he will invite me to the wedding. I hope that his girlfriend will accept his proposal and won’t turn it down, and soon the couple will leave for a honeymoon.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә.

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Минең дуҫым кәләшенә өйләнешергә тәҡдим яһаған һәм тиҙҙән мине туйына саҡырасаҡ. Мин ышанам, ҡыҙы уның тәҡдимен ҡабул итер һәм кире ҡаҡмаҫ тип. Тиҙҙән был пар баллы айға барып ҡайтасаҡ. 2. Ҡайһы бер кешеләр өйләнешергә теләмәй һәм ҡағыҙҙа булған рәсми яҙыуҙар бер нимәгә лә кәрәкмәй. Икенселәре, киреһенсә, гражданлыҡ никахын яманлай, сөнки ғаилә мөнәсәбәттәре паспортта теркәлергә тейеш, тип иҫәпләй. 3. Кешеләр таныша, бер-береһен яратыша, ҡауыша һәм өйләнешә. Ҡайһы берҙә мөхәббәтле парҙар айырылыша, ә ҡайһы саҡта улар ҡартайғансы бергә йәшәй.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Marriage plays a key role in our lives. People get acquainted, fall in love, get engaged and get married. Occasionally loving couples divorce and sometimes they live together to reach old age. Marriages are different: convenience, love and sham ones. Each person chooses on his own how to live his life. Some people do not approve of marriages and believe that the formalities on papers are good for nothing. Some, on the contrary, condemn a common-law marriage, supposing that family ties should be put on the passport.

I have two friends. One of them (Dima) is a staunch opponent of the «official» marriage, and the other (Oleg) is a strong hater of «cohabitation». Dima is still a bachelor, and Oleg has recently got engaged. He has already proposed to his fiancee and soon he will invite me to the wedding. I hope that his girlfriend will accept his proposal and won’t turn it down, and soon the couple will leave for a honeymoon.

I am an adherent of serious and long-lasting relationships. It is plausible to say that I don’t accept extramarital relationships and go out on dates only with those guys with whom I could create a family in the future and raise children with dignity. In our family all of us are serious about marriage. My parents have been together for already 30 years.

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.