Главные вкладки

Әбйәлил районында эшҡыуарлыҡ буйынса семинар-кәңәшмә үтте

20 апрелдә Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылында «Урал аръяғы райондарында кесе һәм йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү мәсьәләләре, халыҡ кәсептәрен дәүләт кимәлендә яҡлау механизмдары» тигән семинар-кәңәшмә үтте. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте һәм Әбйәлил район хакимиәте ойошторҙо. Унда республиканың башҡарма власть органдары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, эшҡыуарҙар ҡатнашты. Семинар-кәңәшмәлә төбәктә кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү, уға ярҙам итеү алымдары ҡаралды. Үҙ эшен асырға теләүсе йәштәргә практик ярҙам күрһәтелде. Шулай уҡ халыҡ кәсептәрен үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу, кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, күргәҙмә, пленар ултырыш ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар бындай йүнәлештәге семинар-кәңәшмәләрҙе республиканың башҡа төбәктәрендә лә үткәрергә кәрәк, — тигән фекер менән таралышты.
Мәғлүмәт ярҙамсыһы — «Юлдаш» радиоһы, бағыусыһы — Әбйәлил районындағы «Коммунальник» яуаплығы сикләнгән йәмғиәт.

Комментарий ҡалдырырға

Filtered HTML

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <blockquote> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Plain text

  • HTML-теги не обрабатываются и показываются как обычный текст
  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

ночью -1..1°C
утром -1..-3°C
днём 2..4°C
вечером 1..3°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.