Главные вкладки

Еңеү яҙын ҡаршылап

Тимур һәм уның командаһы хаҡында китаптарҙан ғына уҡып белгән йәки, иң үкенеслеһе, бөтөнләй ишетмәгән быуын үҫеп килгәндә, республикабыҙҙың бик күп райондарында тимурсылар хәрәкәте әүҙем эшләүе билдәле. “Юлдаш” радиоһы ошо йүнәлештә эшләүселәрҙе һәр ваҡыт хуплай, уларҙың эшмәкәрлеген яҡтыртып килә. Беҙ үҙебеҙ ҙә тимурсылар сифатында оло йәштәгеләргә ярҙам итеп торабыҙ. Был юлы беҙ Иглин районының Меңйетәр ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәрәфетдин Ғилметдин улы Ғафаровты Еңеү байрамы менән ҡотлап, уға йорт-ҡура тирәһендә ярҙам иттек, баҡсаһына емеш ағастары ултырттыҡ. 91 йәшлек олатай ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды.

Меңйетәр ауылы биләмәһендә бөгөн 3 ветеран йәшәй. "Юлдаш"тар уларға ла иҫтәлеккә бүләктәр ҡалдырҙы. Тыл ветерандары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ауыл мәҙәниәт йортонда улар өсөн "юлдаш"тар мәктәп уҡыусылары менән берлектә матур концерт ойошторҙо.

Тамашанан һуң байрамға килеүселәр “Үлемһеҙ полк” акцияһына ҡушылып, ауыл уртаһында урынлашҡан обелиск янына юлланды. Унда Меңйетәр ауылы биләмәһенән һуғышҡа алынған 800-ҙән ашыу яугирҙең яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

“Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан ҡаһармандарҙың барыһының да исемен асыҡлау, уларҙы ауыл хакимиәте биләмәһенең “Хәтер” китабына теркәү бурысы тора”, - тине Меңйетәр ауылы хакимиәте башлығы Илһам Имаев.

Сара һуңында “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре обелиск янында емеш ағастары ултыртты. Еңеүҙең 70, радионың 15 йыллығы хөрмәтенә ултыртылған ағастар байрам иҫтәлеге булып сәскә атыр, мул емеш бирер тип ышанабыҙ.

 

БАҒЫУСЫЛАРЫБЫҘ: 

 

Шишмә районында урынлашҡан “Яңы баҡса” питомнигы  (етәксеһе - Эльвира Вил ҡыҙы Маннанова),  “Башҡорт энциклопедияһы”  ғилми-нәшриәт комплексы  (генераль директоры - Уйылдан Fилман  улы Сәйетов).

Уларға акцияны үткәреүҙә күрһәткән ярҙамдары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Комментарий ҡалдырырға

Filtered HTML

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <blockquote> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Plain text

  • HTML-теги не обрабатываются и показываются как обычный текст
  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

ночью -17..-19°C
утром -9..-11°C
днём -5..-7°C
вечером -4..-6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.