Главные вкладки

Германия башҡорто Нәсүр Йөрөшбаев

Германия тигәндә өлкәндәр әле лә Ярман йәки Алман иле, тип һөйләй. Нисәмә быуын ата- олатайҙарыбыҙҙың яҙмышына яҙылған ошо ил. Тарих битенә күҙ һалғанда дуҫлыҡ- туғанлыҡты үҫтергән йылдар ҙа теркәлгән, төрлө килешеүҙәр төҙөлгән, йәғни яҡшы яғы ла бар, онотомаҫлыҡ яра һалған мәлдәр ҙә етәрлек. Заманында олатайҙарабыҙ уларҙы үҙ иленең дошмандарынан азат иткән, әрсәләгән, ҡоллоҡтан да ҡотҡарған. Күпмелер арауыҡта үҙҙәре лә уларҙа ҡол булған. Емергес замандар үтеп, ике ил араһындағы Килешеүҙәрҙе атҡарып, фәнни-ғилми яҡтан күтәрмәләп, йәшәйеште бәрәкәтләүселәр үә өйрәнеүселәр һәр быуында ла булған. Һүҙебеҙ алман иле менән Башҡортостан араһындағы эшлекле бәйләнештәр хаҡында ҡыҫҡаса, шулай уҡ улар ерендә төпләнеп, башҡортса йәшәгән ғәйнә уҙаманы тураһында.

Комментарии

Comment: 
Бик фәһемле тапшырыу! Сит илдәрҙә лә башҡорт иленең илһөйәр ир-уҙамандары юғалып ҡалмайынса, халҡыбыҙҙың тарихын онотмайынса, ҙур эштәр башҡарып йөрөйҙәр! Ысынлап та, бына кемдәрҙән үрнәк алырға кәрәк беҙгә лә! Беҙ бит үҙ илебеҙҙә йәшәйбеҙ.Тарихыбыҙҙы, илебеҙҙе данлаған батырҙарыбыҙҙы беҙ ҙә төрлө йүнәлештәрҙә йәштәргә еткерергә,киләһе быуындарға аманат итеп ҡалдырырға тейешбеҙ. Һуңлап ҡуймайыҡ!

Comment: 
Сит илдә төпләнеп, милләтен күтәреп йәшәгән замандаштарыбыҙ бихисап. Улар тураһында артабан да тапшыруҙар дауамлы булыр. Нәсур уҙамандың "ҡапҡалар" темаһына бәйле сығыштары ла үҙенсәлекле. Ҡапҡа-символик рәүештә күңелдәребеҙҙең асыҡ булыуы. ошо хаҡта тыуған яғы Баҡсауылда ысын ҡапҡанан да һәйкәл эшләп ҡуйған ул." РУХИӘТ" тапшырыуында буласаҡ. Программала, асыҡ төркөмдә хәбәр итербеҙ. Шулай уҡ уның турала ошо һылтанмала танышырға мөмкин.http://vk.com/club115778612 Иғтибарығыҙға, яҙған фекерҙәрегеҙгә ҙур рәхмәт.Уңыштар теләйем!

Комментарий ҡалдырырға

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

днём 27..29°C
вечером 25..27°C
ночью 18..20°C
утром 19..21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.