Главные вкладки

Кемерово башкорттары

Алыҫ Кемерово тигәндә оло быуын кешеләренә ни тиклем ауыр булһа ла, күбеһе үтуән быуаттың ата- әсәһенең 30 –сы йылдарҙағы ауыр хәтирәләрен яңырта. һәр кемдең тейерлек ошо өлкәгә ҡағылышлы яҙмышлы туғаны, ауылдашы булып, республикабыҙҙың тиҫтә- тиҫтә мең кешеһенә бәйле. Өлкәнең ҡайҙалығын яҡынса күҙ алдына килтереү өсөн Мәскәүҙән автомобиль юлы буйлап 3 601 саҡрымда ятҡанын да әйтәйек. Ваҡыт айырмаһы 2 сәғәт 20 ҡаланың береһе-Ле́нин-Кузне́цк — 1925 йылдан шулай атала,унан алда Ленин исеме бирелгән. Яңы исем бирелгәнгә ҡәҙәр Кольчу́гино тигән ҡасабаһы булараҡ белгәндәр. Ҡала өлкәнең көнбайыш яғында, Кузнецк ҡаҙанлығы, Алтай, Красноярский крайҙары, Новосибирский өлкәһе араһындағы ете юл сатында ята. Обь йылғаһына ҡойған Инә буйында урынлашҡан. 2015 йылғы иҫәпте ҡарағанда, ҡалала 98 мең 667 кеше теркәлгән. Улар араһында милләттәштәребеҙ ҙә йәшәй. Ни тиһәң дә, заманында аҫыл тоҡомдарҙы башҡаларҙан хәлле йәшәгән өсөн генә, кулак мөһөрө тағып, шул яҡҡа һөргөнгә оҙатыуҙары һәр кемгә билдәле. Сараһыҙҙың көнөнән тотош башҡорттарҙан торған ауылдар барлыҡҡа килеп, шахтала күмер сыға¬рған егәрле, уҡымышлы нәҫелдәр һөргөндә лә юғалып ҡалмай, йәшәү юлдарын шул яҡта тапҡандар. Уларҙы бер урынға туплаусы Башҡорт мәҙәни үҙәге эшләй. Етәксеһе - Белорет районынан барып төпләнгән. Ғаян Исмәғилев таныштыра.

Комментарий ҡалдырырға

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

днём -5..-7°C
вечером -8..-10°C
ночью -8..-10°C
утром -8..-10°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.