Главные вкладки

Кукуруз һәм көнбағышҡа арналған Баҫыу көнө

Уҙған аҙнала Башҡортостандың ауыл хужлығы өсөн әһәмитәле ваҡиғаларҙың береһе булды. Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге хужалығында, республиканың агросәнәғәт тарихында тәүге тапҡыр төбәк-ара кукуруз һәм көнбағышҡа арналған Баҫыу көнө уҙғарылды. Сараның үтеү урыны итеп был хужалыҡтың һайланыуы осраҡлы түгел. Ул республикала иң ҙурҙан һанала һәм алдынғылар рәтендә. Һөрөнтө ерҙәре 36 мең гектарҙан ашһа, һыйыр малы 7 меңгә етә. Унан һуң, бында кукукуруз үҫтереү һәм уны эшкәртеү буйынса яҡшы тәжирбә тупларға өлгөргәндәр. Баҫыу көнөндә Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының департамент етәксеһе Петр Чекмарев, төрлө институт етәкселәре, әйҙәүсе ғалим-селекционерҙары, шулай уҡ ил төбәктәренән тармаҡ белгестәре – бөтәһе 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.  Сара сиктәрендә Калинин исемендәге хужалыҡтың орлоҡ заводы һәм унда кукурузды оҙон тоҡтарҙа һаҡлау технологияһы күрһәтелде, шулай уҡ малсылыҡ тармағындағы уңыштары менән дә танышыу мөмкинлеге булды. Көн һайын бында 30 тонна һөт һауыла, йылына бер һыйыр уртаса 6,5 мең килограмм аҡ ризыҡ бирә. Бынан тыш, хужалыҡта асыҡ майҙансыҡтарҙа – фидлоттарҙа мал һимертеү ойошторолған.  Тап кукуруз малсылыҡтағы ошо уңыштарға ирешергә ярҙам итә лә инде, тип билдәләнде форумда. 

Комментарий ҡалдырырға

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

ночью -1..1°C
утром -1..-3°C
днём 4..6°C
вечером 1..3°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.