Главные вкладки

Күңел йылыһын бергәләп өләшәйек!

 Хөрмәтле дуҫтар!

 

Күркәм йола буйынса “Юлдаш” радиоһы быйыл да “Күңел йылыһы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы иғлан итте. Һеҙҙән ҡул эштәре ҡабул итәбеҙ. Бәйләнгән әйберҙәр Яңы йыл алдынан “Аҡбуҙат” психоневрология шифаханаһында дауаланыусыларға һәм балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә тапшырыласаҡ.

 

Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1, Телеүҙәк.

 

Акция барышы көн һайын эфирға сыҡҡан “Унға тиклем!” тапшырыуында яҡтыртыла.

 

 

Һүрәттә: беҙгә килгән тәүге эштәр Әбйәлил районынан Таңһылыу Яҡынбаеванан һәм Нефтекама ҡалаһынан Хәлит Зиннәтуллиндан.

 

 

Бөгөн, 8 декабрҙә редакцияға тағы ла ҡул эштәре ҡабул иттек. 

Өфөнән Әҙибә Ғәлимйән ҡыҙы Әсфәндиәрова йөн ойоҡтар һәм шарф килтерҙе. Гүзәл исемле һылыу "Аҡбуҙат" шифаханаһында дауаланған кескәйҙәргә йылы ойоҡбаш, ә Зөһрә сарафан һәм башлыҡ бүләк итеп китте. Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан 85 йәшлек Венера Хизбулла ҡыҙы Ишйәрова бәләкәстәр өсөн матур һәм сағыу ашъяулыҡтар бәйләгән. 

Ҙур рәхмәт! 

 

Бөгөн, 16 декабрҙә "Күңел йылыһы" акцияһына тағы ла бер посылка килде. Был юлы беҙгә Стәрлебаш районы Ҡуғанаҡбаш ауылы уҡыусылары үҙҙәренең ҡул эштәрен ебәргән. Ҡыҙҙар "Оҫта ҡулдар" түңәрәгендә шөғөлләнә икән. Етәкселәре - Альбина Иҙелбаева. Дуҫтар, ҙур рәхмәт һеҙгә. Кескәйҙәр һеҙ бәйләгән ойоҡ, бейәләйҙәрҙе кейеп, шарфтарҙы тағып, шатланыр, тип ышанабыҙ

 

Ишембай районы Кинйәкәй ауылынан Наилә Әсхәт ҡыҙы Тайыпова ла беҙҙең акцияға ҡушылды. Бөгөн, 19 декабрҙә унан аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына бейәләй һәм ойоҡтар килеп төштө. Наилә апай, һеҙгә лә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Күҙ нурығыҙҙы түгеп, күңел йылығыҙҙы ҡушып бәйләгән ҡул эштәрегеҙ кескәйҙәргә шатлыҡ бүләк итәсәк. Һеҙгә сәләмәтлек һәм уңыштар теләйбеҙ. 

 

23. 12. Бөгөн дә "Күңел йылыһы" акцияһына матур, үҙенсәлекле ҡул эштәре ҡабул иттек.
Хеҙмәттәшебеҙ, Башҡортостан радиоһы хәбәрсеһе Дилбәр Ишемйәрова, Өфө ҡалаһынан Зәбирә Юнысова һәм Архангел районының Ҡыҫынды ауылынан Светлана Ускова бәләкәстәр өсөн йылы әйберҙәр бәйләгән. 

 

 

Бөгөн беҙҙең ижади төркөм “Аҡбуҙат”та булып һеҙ ебәргән йылы әйберҙәрҙең бер өлөшөн балаларға тапшырып ҡайтты. Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу шифаханала ял итеүселәрҙе уйнатты, бейетте, йырлатты. Йырсылар Лилиә Дауытова менән Рәил Өмөмтбаевтың сығыштары барыһының да күңеленә хуш килде. 

 

Улар: 

 

1. Әбйәлил районынан Таңһылыу Яҡынбаева

2. Нефтекама ҡалаһынан Хәлит Зиннәтуллин

3. Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан 85 йәшлек Венера Ишйәрова

4. Өфөнән Әҙибә Әсфәндиәрова, Зәбирә Юнысова, Гүзәл, Зөһрә һәм Дилбәр Ишемйәрова

5. Стәрлебаш районының Ҡуғанаҡбаш урта мәктәбендә эшләп килгән "Оҫта ҡулдар" ойошмаһы ағзалары. Етәкселәре Альбина Иҙелбаева

6. Архангел районы Ҡыҫынды ауылынан Светлана Ускова

7. Хәйбулла районы уңғандары

8. Ишембай районының Кинйәкәй ауылынан Наилә Тайыпова 

 

 

"Күңел йылыһы-2014" акцияһына Хәйбулла районы уңғандары ла ҡушылды. Бөгөн беҙ уларҙан бәләкәстәр өсөн бәйләнгән матур ҡул эштәре ҡабул иттек. Уларҙы Айнур Хәкимов  тапшырып китте. 
Акциянан ситтә ҡалмаған апайҙарға һәм инәйҙәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең ҡул йылыһын һәм йөрәк хистәрен һаҡлаған әйберҙәр ошо көндәрҙә балалар йортонда тәрбиәләнгән кескәйҙәргә ебәреләсәк.  
 

 

Күңел йылығыҙҙы өләшкәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. 

Яңы йылда ла бергә булайыҡ, дуҫтар! 

 

 

 

Комментарий ҡалдырырға

Filtered HTML

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <blockquote> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Plain text

  • HTML-теги не обрабатываются и показываются как обычный текст
  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

днём 13..15°C
вечером 12..14°C
ночью 8..10°C
утром 10..12°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.